Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 292


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ҒӘЖӘП ИТЕҮ
ларына буленеуе бер ҙә ғәжәп булмаҫ ине. К. Әхмәтйәнов.
ҒӘЖӘП ИТЕҮ (ғәжәп ит-) (Р.: удивляться; И.: wonder, be surprised (amazed); T.: merak etmek) ҡ.
Аптырау, иҫ китеү, ғәжәпләнеү. □ Удивляться, поражаться. Ғәжәп итеп тыңлау. Ғәжәп итеп ҡарап тороу. ■ Киләләр ҙә ғәжәп итәләр: ҡараһана инде, бығаса беҙ курер-курмәҫ йөрөгән ҡыҙҙарыбыҙ ауылда ғына тугел, бөтә районда иң сибәрҙәр, иң уңғандар, иң уткер теллеләр икән дәбаһа!.. Ә. Хәкимов. Меңәр йылдар буйы килә икән, тиҙәр алыҫ-алыҫ йондоҙҙарҙан яҡтылыҡ. Ғәжәп итәм: бармы хәҙер, юҡмы улар, баш осонда әммә тора яҡтырып. Р. Шәкүр. Өйәҙ шәһәренә барып ҡайтҡанынан һуң атабыҙ: «Бик ҙур бер кибеткә кергәйнем, ике-өс урында быяла шешәләр эсендә ут яндырғандар ҙа кибет эсе ҡояш яҡтыһы дәрәжәһендә яҡтырған, шуны куреп ғәжәп иттем», — тип һөйләгән. Р. Фәхретдинов.
ҒӘЖӘПКӘ ҠАЛЫУ (ғәжәпкә ҡал-) (Р: удивляться; И.: be surprised; T.: şaşmak) ҡ.
Ныҡ аптырау, таң ҡалыу. □ Удивляться, поражаться. ■ Ғымыҙыҡ ҡына, баҫалҡы, йыуаш ҡына Байғужа тарафынан шундай бер эштең эшләнеуенә мин ғәжәпкә ҡалдым. Д. Юлтый. Әбей өйҙәге хәлде һөйләп биргәс, бабай тағы ла нығыраҡ ғәжәпкә ҡалған, ти. Әкиәттән. Эпик геройҙың кесе йәштән башҡалар ғәжәпкә ҡалмалы көскә эйә булыуы, баһадир булып етешеуе, зирәк көтөусе хеҙмәтен атҡарыуы, аҡыллы хөкөмдарлығы хаҡындағы мотивтар — донъя эпикаһына хас куренеш. Ф. Нәҙершина.
ҒӘЖӘПЛӘНДЕРЕҮ (ғәжәпләндер-) ҡ. йөкм. ҡар. ғәжәпләнеү, понуд. от ғәжәпләнеү. Ғәжәпләндереп бөтөрөу. Ғәжәпләндереп ҡалыу. ■ Иң ғәжәпләндергәне шул: ханбикәнең курмәгән төштө, курҙем, тип алдап, алдан әҙерләгән «юрауы» ил аҡылын башына туплаған, курәҙәсе булып та танылған һабрау сәсәндекенә тап килә. Ә. Сөләймәнов. Ҙур кәсеп итеп, оло байлыҡҡа юлыҡҡандай өс ат етәкләп .. көткән юлдаш
тарын ғәжәпләндереп һәм һөйөндөрөп Би-ребаш төйәктәренә ҡайтып төштөләр. Ғ. Хөсәйенов.
ҒӘЖӘПЛӘНЕП КИТЕҮ (ғәжәпләнеп кит-) ҡ. ҡар. ғәжәпләнеү. ■ Курәһеңме, был малайҙар беҙҙең улдарыбыҙ! — тигәс, бабай тағы ла нығыраҡ ғәжәпләнеп киткән. Әкиәттән.
ҒӘЖӘПЛӘНЕП ҠАЛЫУ (ғәжәпләнеп ҡал-) ҡ. ҡар. ғәжәпләнеү. ■ Бай, урам тулы йәнлектәрҙе куреп, ғәжәпләнеп ҡалған. Әкиәттән.
ҒӘЖӘПЛӘНЕП ҠУЙЫУ (ғәжәпләнеп ҡуй-) ҡ. ҡар. ғәжәпләнеү. ■ Уйҙарға сумып ятам-ятам да әсәйемдең шул тиклем куп ҡорт тотоу ына ғәжәпләнеп ҡуям. И. Телә үембәтов. Ә бына Невский дворецтарға яҡын казармалар янындағы бер ғәләмәт дәу гранит таш уҙе ни тора. Ғик ни хикмәткә килтерелгәне мәғлум тугелдер, тип ғәжәпләнеп ҡуя сәйәхәтсебеҙ. Ғ. Хөсәйенов.
ҒӘЖӘПЛӘНЕҮ (ғәжәплән-) (Р: удивляться; И.: be astonished; T.: şaşmak) ҡ.
Ғәҙәттән тыш тип һанау, ғәжәп итеү, аптырау, хайран ҡалыу. □ Удивляться, изумляться, поражаться, недоумевать. Ғәжәпләнеп ҡарап тороу. Ғәжәпләнеп йөрөу. ■ Ә һеҙ, — тине тегеләр, ғәжәпләнеп, — һыу инмәйһегеҙме ни? Г. Яҡупова. Нисек булмаһын, — тине ҡыҙының был һорауына ғәжәпләнә биреп ҡуйған ҡатын, — бөтә кешенең дә әсәһе була. М. Ямалетдинов. Хеҙмәтсе йәнә ҡалаҡҡа урелә һәм, ғәжәпләнеп, бер ук һуҙҙе ҡабатлай: — Бал тәме. И. Теләүембәтов. Батша уҙенең бөтә шарттарының да утәлә барыуына ғәжәпләнеп бөткән, шунан дуртенсе шартын әйткән. Әкиәттән. Егерме йылдан артыҡ ваҡыттар һалдат хеҙмәтенән ҡайтҡан вә 80 йәштәренән ут-кән бер куршебеҙ уҙебеҙгә куп урында тимер юл менән ҡайтыуын һөйләгәнендә, өй әсебеҙ менән ғәжәпләнеп тыңлай инек. Р. Фәхретдинов.
ҒӘЖӘПҺЕНЕП БӨТӨҮ (ғәжәпһенеп бөт-) ҡ. ҡар. ғәжәпләнеү. ■ [Раян әйтер:] Ете һимеҙ һыйыр курҙем, барыһының да
292