ғәзәл
арҡаһына менеп йөрөнөм, береһенән-беренә күсә торҙом, — төшөмә уҙем дә ғәжәпһенеп бөттөм инде. Иртәктән.
ҒӘЖӘПҺЕНЕП ҠАЛЫУ (ғәжәпһенеп ҡал-) ҡ. ҡар. ғәжәпләнеү. ■ Шикләнеп һәм ғәжәпһенеп һин ҡалма, эй, ҡәрҙәшем, беҙҙе һин дошман күрмә: төшөң нисек юралды — һөйлә инде. Ҡобайырҙан.
ҒӘЖӘПҺЕНЕП ТОРОУ (ғәжәпһенеп тор-) ҡ. ҡар. ғәжәпләнеү. ■ Йософтоң ҡыланышы аңларлыҡ түгелдер — был ғибрәткә ғәжәпһенеп торор инде. Ҡобайырҙан.
ҒӘЖӘПҺЕНЕҮ (ғәжәпһен-) (Р.: недоумевать; И.: be puzzled, be perplexed, be at a loss; T.: şaşmak) ҡ.
Ғәжәпкә һанау, ғәжәп һымаҡ күреү.
□ Недоумевать, быть несколько удивлённым. Ғәжәпһенеп ҡарау. ■ Сәхрәләргә сыҡһам, ғәжәпһенәм имән ағас бөгөлгәненә. Халыҡ йырынан.
ҒӘЖӘПҺЕНЕҮСЕ (Р: удивлённый человек; И.: puzzled person; T.: şaşırmış kimse) и.
Ғәжәпләнгән, аптыраған кеше. □ Удивлённый человек.
ҒӘЖӘТ [ғәр. и. диал. ҡар. хәжәт. Ғәжәткә аҡса алып тороу.
ҒӘЗБ (ғәзбе) [ғәр. (Р: гнев; И.: anger; T.: sinir) и. иҫк.
Ризаһыҙлыҡ, асыу. □ Гнев. Ғәзбегә тейеү.
ҒӘЗЕЛ ИТЕЛЕҮ (ғәзел ител-) ҡ. йөкм. ҡар. ғәзел итеү. понуд. от ғәзел итеү.
ҒӘЗЕЛ ИТЕҮ (ғәзел ит-) [ғәр.
(Р: уволить; И.: removal; resignation; T.: azletmek) ҡ. иҫк.
Эш урынынан алыу, эштән сығарыу.
□ Уволить (со службы), сместить, отстранить. // Увольнение (со службы), смещение, отстранение; отставка. Бер нисә кешене ғәзел иттеләр.
ҒӘЗЕЛ ҠЫЛЫНЫУ (ғәзел ҡылын-) ҡар. ғәзел ителеү. ■ Батшалыҡтан Ҡарғаны ғәзел дә ҡылмаҡ булдылар. М. Ғафури. Татищев ғәзел ҡылынып, еренә Урусов тәғәйен ителде. М. Һаҙыев.
ҒӘЗЗӘ [ғәр. с. ҡар. ғәзиз I. ■ Ах, зарым, ғәззә наҙым, аңлағыр йәрем минең.
М. Өмөтбаев. • һәр кемдең үҙенеке уҙенә ғәззә. Әйтем.
ҒӘЗИЗ I [ғәр. (Р: дорогой; И.: dear; expensive; T.: aziz) с.
Бик ҡәҙерле, иң яҡын, берҙән-бер, аяулы.
□ Дорогой, милый, близкий. Ғәзиз бала. Ғәзиз тупраҡ. Ғәзиз әсә. Ғәзиз йән. Ғәзиз булыу. Ғәзиз дуҫ. ■ Балалар хаҡында имам Ғазали ошбу рәүештә һүҙ һөйләй: сабый үҙенең атаһы, анаһы ҡулдарында ғәзиз, ҡиммәтле аманат. Р. Фәхретдинов. Ғүмерҙәрем буйы, ғәзиз халҡым, хаҡың оло булды хәстәрҙә. X. Назар. Кәрәкле көнөң алдыңда ғәзиз солтанға йәнем аямам. Бәйеттән. Донъя булғас, бөтәһе бар унда: бар күктәрҙең йәшнәп күкрәүҙәре, ғәзиз ерҙең күк боҙҙарҙы тишеп, умырзая булып тетрәүҙәре. М. Ямалетдинов. • Ғәзиз башҡа ни килһә лә телдән килә. Әйтем.
ҒӘЗИЗ II [ғәр. (Р: дорогой; И.: dear; expensive; T.: aziz) и.
Ҡәҙерле кеше. □ Дорогой человек. ■ Бәхет тигеҙ булмай. Бер кемде тормайынса әрләп, битәрләп, ғәзиздәрен ҡурсып, Ер-әсә ҡуйынына ала берәмләп. X. Назар.
ҒӘЗИМ I [ғәр. (Р: твёрдое решение; И.: determination; T.: azim) и. иҫк. кит.
Етди ҡарар, етдилек, ихтыяр; теләк.
□ Твёрдое решение, решимость, воля; намерение.
ҒӘЗИМ II [ғәр. (P: смелый; И.: bold; daring; brave; T.: azim) с. иҫк. кит.
1. Ҡыйыу, батыр, ҡеүәтле. □ Смелый, сильный, мощный.
2. Ҙур, колоссаль. □ Огромный, громадный, колоссальный.
3. Бөйөк, дәрәжәле, юғары дәрәжәле.
□ Великий, важный, значительный. ■ Был Сәйҙәш ғәзим баһадир .. булды. «Башҡорт шәжәрәләре».
ҒӘЗИМӘТI [ғәр. и. ҡар.
1. ҡар. теләк.
2. ҡар. тәүәккәллек.
ҒӘЗИМӘТ II [ғәр. <4^- | и. ҡар. бәлә 1.
ҒӘЗӘЛ I [ғәр. J>] (Р: газель (любовное, лирическое стихотворение)', И.: sort of Oriental lyric verse; T: gazel) и.
293