ғәзәл
1. Көнсығыш поэзияһында боронғо лирик шиғыр төрө. □ Газель (вид любовного, моноритмичного лирического стихотворения в поэзии народов Востока. Состоит обычно из 5—12 бейтов, в первом из них рифмуются оба полустишия, далее следует рифмовка через строку. В последнем бейте упоминается имя автора). ■ Ғәзәл — ике юллы бәйет строфаларҙан торған, юл һандары 24-кәсә еткән бер торло рифмалы шиғыр. Ғ. Хөсәйенов. Ятлатҡан ғәзәлдәрҙең ошо шағир әҫәрҙәренән алынған айырым өҙөктәр икәнен аңланым. Ә.-З. Вәлиди.
2. Көнсығыш халыҡтарында строфаһы күп ижекле ике юлдан торған лирик шиғыр үлсәме. □ Газель (стихотворный размер). Ш. Бабич поэзияһында ғәзәлдәр куп. ■ Гёте-не көнсығыш поэзияһының, Хафиздың, гузәл ғәзәлдәренең иҫ китмәле мөғжизәле серле ҡеуәһе, тел төбө, аллегория, символ, кинәйә, ҡупшы биҙәк менән йәшеренгән сихри көсө арбай. Ғ. Хөсәйенов.
ҒӘЗӘЛ II и. зоол. ҡар. йәйрән. Һомғол ғәзәл. Йылғыр ғәзәл.
ҒӘЗӘЛСЕ (Р.: поэт, пишущий газели; И.: Oriental poet writing lirical verse; T.: gazel yazan şair) и.
Ғәзәл яҙған һәм ғәзәл күсереү менән шөғөлләнгән шағир. □ Поэт, пишущий газели.
ҒӘЗӘУАТ [ғәр. и. иҫк. ҡар. ғазауат.
ҒӘИБИРӘН [ғәр. (Р.: неожиданно; И.: suddenly; out of a sudden; T.: aniden) р. диал.
Көтмәгәндә. □ Неожиданно, нежданно. Ғәибирән башланған һуғыш.
ҒӘЙБӘРЛӘНЕҮ (ғәйбәрлән-) [ғәр. j^| (Р: расхрабриться; И.: become bold; T.: cesurlanmak) ҡ. диал.
Ғәйрәтләнеү, айбарланыу. □ Расхрабриться, отважиться.
ҒӘЙБӘР ОРОУ (ғәйбәр ор-) (Р: разъяриться; И.: become (get) furious; T.: kızmak) ҡ. диал.
Ажғырыу, айбарланыу. □ Разъяриться. Асыуланып ғәйбәр ороп йөрөй.
ҒӘЙБӘТ [ғәр. <*£] (Р: сплетня; И.: gossip; T.: dedikodu) и.
Кешене артында яманлап, насарлап һөйләгән хәбәр; яман һүҙ. □ Сплетня, толки, пересуды, хула, поклёп. Ғәйбәт һөйләу. ■ Дошманы булмаған вә дошмандарының интиҡадтары вә ғәйбәттәре берлә иләнмәгән вә елгәрелмәгән, һуғылмаған әҙәм бәхетһеҙҙер. Р. Фәхретдинов. Һағыштарын баҫыр өсөн әллә эшкә бирҙе йәнен — ир ине!.. Юҡ, уҙенә хәнйәр ҡаҙаманы, бирешмәне ғәйбәт теленә. Р. Ғарипов. Шул көндө мин ысын нахаҡтың, әшәке ғәйбәттең ниндәй икәнлеген кисереп ҡараным. Г. Яҡупова. Ышанмағыҙ ғәйбәт һөйләһәләр, укенмәйем — барыһы йөрәктә. М. Хисамова. Аҡыллы ла егет, ай, шул булыр, һөйләмәҫ ул кеше ғәйбәтен. Халыҡ йырынан. • Кешелә курһә — ғәйбәт, уҙе ҡылһа — һәйбәт. Әйтем. Бер ғәйбәттең ғумере икенсеһе сыҡҡансы. Мәҡәл.
♦ Ғәйбәт тоҡсайы ғәйбәт һөйләү менән шөғөлләнгән кеше, ғәйбәтсе. □ Сплетник. Ғәйбәт тоҡсайына әйләнгән. ■ Турә ҡатыны сая — ауылдың бар ғәйбәт тоҡсайын сай-ҡалта уңербауында. Й. Солтанов.
ҒӘЙБӘТСЕ (Р: сплетник; И.: gossip, taleteller, talebearer; T.: dedikoducu) и.
Ғәйбәт таратҡан, ғәйбәт һөйләү менән шөғөлләнгән кеше. □ Сплетник. Ғәйбәтсе булыу. Ғәйбәтсе кеше. ■ Ғәйбәтсе телдәр ғәйбәтте төрлө яҡлап ҡабартты. Әҙәм ышанмаҫлыҡ һуҙҙәр шулай артты ла артты. Т. Арслан. • Боҙ өҫтөндә яҙыу тормаҫ, ғәйбәтселә һуҙ тормаҫ. Әйтем. Караҡ менән юлдаш булма, ғәйбәтсе менән серҙәш булма. Әйтем.
ҒӘЙБӘТ СӘЙНӘҮ (ғәйбәт сәйнә-) ҡ. ҡар. ғәйбәт һөйләү. ■ Был ике йөҙлөләр ғәйбәт сәйнәп, кеше хаҡына инеп, берәуҙе майлап, икенсеһен хурлап ғумерҙәрен уткәрә. «Йәшлек», 15 ғинуар 2011. • Ғәйбәт сәйнәгәнсе, субәк сәйнә. Әйтем.
ҒӘЙБӘТ ҺАТЫУ (ғәйбәт һат-) ҡ. ҡар. ғәйбәт һөйләү. Ғәйбәт һатып йөрөу. ■ Бикә килен булып төшкәс тә татыу тормош оҙаҡ барманы, ғәҙәтенсә, ҡарсыҡ ғәйбәт һатты,..
294