ҒӘЙЕП БУЛЫУ
көн-төн ҡарғаны. Т. Арслан. Һәнәрле ҡатын янында ялҡаулыҡ ояламаҫ, һуҙ йөрөтөусе вә ғәйбәт һатыусылар өсөн һәнәрле ҡатын хозурында баҙар ҡоролмаҫ. Р. Фәхретдинов. Көндәштәрең турында ғәйбәт һатма, киленсәк. Сеңләүҙән. • Дуҫ куҙеңә ҡарап әйтер, дошман артыңда ғәйбәт һатыр. Мәҡәл.
ҒӘЙБӘТ ҺӨЙЛӘҮ (ғәйбәт һөйлә-) (Р.: сплетничать; И.: gossip; T.: dedikodu yapmak) ҡ.
Кешене насарлап һөйләү, кеше тураһында яман һүҙ таратыу. □ Сплетничать. ■ Ялған һөйләу вә кешеләрҙән көлөу, көнсөл булыу вә һуҙ йөрөтөу, ғәйбәт һөйләу, ололарға ҡарышыу вә кутәрелеу, хәйләкәр булыу, башҡаларға зарар итеу кеуек нәмәләрҙән, әлбиттә вә әлбиттә, алыҫ булһын вә шуға ғәҙәтләнһен [бала]. Р. Фәхретдинов. • Яман әҙәм балаһы ғәйбәт һөйләп буш ҡалыр. Әйтем.
ҒӘЙЕЗ [ғәр. А£] и. ҡар. асыу I.
ҒӘЙЕН [ғәр. и. ҡар. шишмә. Ауылда саф һыулы ғәйен башлана.
ҒӘЙЕП I (ғәйебе) [ғәр. ] (Р: вина; И.: fault; T.: ayıp) и.
1. Килешмәгән, тәртипкә, әҙәпкә һыймаған эш-ҡылыҡ; яҙыҡ. □ Вина, проступок, провинность. Ҙур ғәйеп. Ғәйеп куреу. Ғәйеп миндә. Ғәйеп табыу. Ғәйеп тағыу. Ғәйеп ташлау. Ғәйеп һанау. Минең ни ғәйебем бар. Ғәйепте асыу. Ғәйепте юйыу. Ғәйепте кешегә япһарыу. Ғәйепте уҙеңә алыу. ■ Ҡанлы йоҙроҡ менән таныталар, һис булмаған ғәйеп, хаталарҙы. С. Ғәбиҙуллин. Нәжибәккә ту-рәлек сире ҡамасауланымы, уның ғәйебе арҡаһында беҙҙең аралар һалҡыная төштө. Н. Асанбаев. Ғәйебе бар кеше һымаҡ, ыҡ-мыҡ итеп, тапанып торҙо ла ишек тотҡаһына урелде. Ә. Хәкимов. Минән тугел, ғәйеп арҡаһында йәшәй алмам мин дә әрнеуһеҙ. Ғ. Хәйри. • Бәреп әйткәндең ғәйебе юҡ. Әйтем. Ғәйебенә курә язаһы. Әйтем. Хан ҡаршында ғәйебең булһа, ҡара ерҙән ҡыйыҡ тартырһың. Әйтем. Ир кеше йөрөһә, мутлығы асылыр, ҡатын кеше йөрөһә, ғәйебе асылыр. Әйтем.
2. Етешмәгән урын, кәмселек, етешһеҙлек. □ Недостаток, порок, изъян. • Белмәу
ғәйеп тугел, белергә теләмәу ғәйеп. Әйтем. Үҙ ғәйебең елкә соҡоронда була. Әйтем. Ғәйебен йәшергән уңмаҫ. Әйтем. Баланың ғәйебе — ата-инәнеке. Мәҡәл.
♦ Ғәйептән булған {йәки тапҡан, тыуған) никахһыҙ тыуған; тыума. □ Незаконнорождённый.
ҒӘЙЕП II [ғәр. (Р: невидимое; И.: loss; T.: gaip) с.
1. Йәшерен, билдәһеҙ, берәүгә лә билдәле түгел. □ Невидимое, сокровенное, неизвестное. ■ [Батыр:] Бына һис көтмәгән ерҙән Хоҙай бирҙе. Электән дә ғәйеп хазиналы тиҙәр ине был ерҙе. М. Ғафури.
2. Юғалған. □ Потерявшееся, утерянное. ■ Нур балҡытып, йырлап килгән изге ғәйет — өс көн ҡунаҡ... дуртенсе көн куҙҙән ғәйеп! Ш. Бабич.
3. Килешмәгән, тәртипкә, әҙәпкә һыймаған. □ Постыдный, стыдный. Ғәйеп эш. Ғәйеп һуҙ. ■ [Бибинур иҫкәртеу яһаны:] Нимә, әллә һөйөу ғәйеп эшме йәшерергә? Мин бала тугел. Б. Бикбай. Ғәйебегеҙҙе, уҙегеҙгә төшкән ҡара тапты бөтөрәм тиһәгеҙ, әле бер мөмкинселек бар. С. Латипов.
ҒӘЙЕП БУЛЫУ (ғәйеп бул-) (Р: пропасть; И.: disappear; T.: kaybolmak) ҡ.
1. Эҙһеҙ, хәбәрһеҙ юҡ булыу; юғалыу. □ Пропасть, потеряться, исчезнуть бесследно. ■ Уның [Зәйнәптең] атаһы һуғыштың тәуге йылдарында уҡ фронтта ғәйеп булғайны. Ш. Насыров. Икенсе килеуҙәрендә ғәйеп булалар икән. Ғ. Кейеков. Ағалары артынан еләккә тип сығып киткән дә һыуға батҡандай ғәйеп булды. С. Латипов. [Юлдыбикә:] Әле бер көндө Мәхмут кәртә ҡапҡаһын япмай ҡуйып, урта бармаҡ кеуек ике тыусабыҙ сығып юҡ булды, куҙҙәй ҡарап торған өс тыу бейәбеҙ ғәйеп булғайны. Т. Хәйбуллин. Хур егеттәре лә шунда уҡ юғалдылар, хөрмә ағастары ла, башҡалары ла ғәйеп булдылар. Т. Йәнәби.
2. Үлеү, вафат булыу. □ Умереть, скончаться.
295