Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 296


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ҒӘЙЕП ИРӘНДӘР
ҒӘЙЕП ИРӘНДӘР (Р.: благодетели; И.: rescuer, lifesaver, lifeguard; T.: kurtarıcılar) и. дини.
Алла бәндәләре, изге кешеләр (мәмерйәләрҙә йәшәп, ауырыу һәм фәҡирҙәргә ярҙам итеусе заттар). □ Благодетели; мифические персонажи, близкие пророкам, ангелам (живут в пещерах, показываются в облике седобородых святых старцев и помогают больным и бедным). ■ [Хан:] Аллаға шокор, биргән саҙаҡа, салған ҡорбандар арҡаһында, ғәйеп ирәндәр ярҙамы менән балам ҡотолған. Әкиәттән. Ғәйеп ирәндәр уҡымышлы аҡ һаҡаллы ҡарттар булып куренә. Экспедиция материалдарынан.
ҒӘЙЕП ИТЕҮ (ғәйеп ит-) (Р.: стыдить;
И.: shame; T.: ayıp etmek) ҡ.
Ниндәйҙер ғәмәлде әҙәпкә, тәртипкә һыймаған эш, яҙыҡ тип ҡарау; ғәйепләү. □ Стыдить, пристыдить, совестить, позорить, посрамить, осрамить. ■ Атам-әсәм вафат булған, ботон милкебеҙ ут ҡазаһына тура килгән, уҙемде йығып та Хөсәйендең итеге менән тапаған вә типкеләгән ваҡыттарында ғәйеп итмәгән исемемде был минутта ғәйеп иттем. Р. Фәхретдинов. Һуҙем урынлы булмаһа, ғәйеп ителмәһен вә шул хәлендә ҡалһын, уҙеңдән башҡаға фаш булмаһын ине. Р. Фәхретдинов. • Ғәйеп иткән — ғәйеп ишеткән. Әйтем.
♦ Ғәйеп итештән булмаһын ғәйеп итмәгеҙ тигән мәғәнәлә әйтелә. □ Простите, извините (в обращении). Ғәйеп итмәгеҙ (йәки итмәҫһегеҙ) ғәфү үтенгәндә әйтелә. □ Не обессудьте, не взыщите.
ҒӘЙЕПКӘ АЛЫУ (ғәйепкә ал-) (Р: осуждать; И.: reproach; T.: ayıplamak) ҡ.
Насар тип ҡарау, килешмәгәнгә сығарыу. □ Осуждать, неодобрять. ■ Зыя ҡустым, ғәйепкә алмаһағыҙ, ҡана, бер йырлайым әле. М. Тажи.
ҒӘЙЕПКӘ ТАРТТЫРЫУ (ғәйепкә тарттыр-) (Р: обвинить; И.: blame; T: suçlamak) ҡ.
Ниндәйҙер яҙыҡ эш, ҡылынған насар ҡылыҡ өсөн яуап бирҙереү; яуапҡа тарттырыу.
□ Обвинить, привлекать к ответственности. ■ Уны [Мәмбәт ҡараҡты] куптән тугел һуғып ултергәндәр. Шаулап йәшәһә лә, шып-шым улгән, уны ултергән кешене эҙләусе, ғәйепкә тарттырырға тырышыусы ла булманы. Б. Бикбай.
ҒӘЙЕПЛЕ (Р: виновный; И.: guilty; Т: ayıplı) с.
1. Насар, ярамаған эш ҡылған, ғәйебе булған, ғәйебе бар. □ Виновный, виноватый, повинный. Ғәйепле кеше. Ғәйепһеҙҙән ғәйепле. Икеләтә ғәйепле. Үҙең ғәйепле. Ғәйепле һанау. Ғәйепле тугел. ■ Ул уҙен дә бик ғәйепле тоя ине. Тынғыһыҙ уйҙар көнө буйы башынан сыҡмай. Картотека фондынан. Ауыҙлығын сәйнәп өҙгән өсөн саптар атмы инде ғәйепле?! Р. Ғарипов. Кемдер, милиция уҙе лә ғәйепле, ул йәтим баланың ҡотон алған, уны ныҡ ҡурҡытҡан, тип сығыш яһаны. Р. Камал. Шундай яҡшы куңелле ҡәйнәһе алдында ул [Шәурә] уҙен сикһеҙ ғәйепле итеп тоя ине. X. Һөйөндөков. Һәр хәлдә, минеңсә, был куңелһеҙ ваҡиғаға тәу сиратта беҙ ғәйепле, ысынлап та. С. Латипов. • Арба ватылһа — ат, быҙау улһә — ҡатын ғәйепле. Әйтем. Ат абынғанға ишәк ғәйепле. Әйтем. Урлаған бер ғәйепле, урлатҡан ике ғәйепле. Мәҡәл. Ғәйепле уҙ куләгәһенән дә ҡурҡа. Мәҡәл. Ғәйепленең йоҡоһо ҡасыр. Әйтем. Ғәйепле кеше уҙ ғәйебен уҙе белер. Әйтем.
2. юр. Енәйәт эшләгән, енәйәт эш өсөн яуаплы булған. □ Виновный, повинный; обвиняемый; осуждённый (за преступление). Ғәйепле кеше. Ғәйепле яһау. Ғәйепле язаһын алды. ■ Былтыр беҙҙә енәйәт ҡылыуҙа ғәйепле һаналған миллиондан ашыу кешегә ҡарата суд булған. «Йәшлек», 25 май 2012. Куликова суд яуаплылығына тарттырылды һәм ғәйепле тип табылды. «Йәшлек», 12 декабрь 2011.
ҒӘЙЕПЛЕ БУЛЫУ (ғәйепле бул-) (Р.: быть виновным; И.: be guilty; T.: suçlu olmak) ҡ.
Ҡылынған насар, ярамаған эштең яуаплыһы булыу. □ Быть виновным. ■ Клубта янғын сығыуҙа ғәйепле булған башҡа кешеләр ҙә яуаплылыҡтан ҡасырға маташ
296