Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 297


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ҒӘЙЕПЛӘҮ АКТЫ
ты. «Йәшлек», 18 май 2011. Үҙе ултырған ботаҡҡа балта сапҡан кеше шикелле емергес ҡылыҡтар ҡылған кешелек өсөн заман ғәйепле була алмай. «Башҡортостан», 17 ғинуар 2012.
ҒӘЙЕПЛӘНЕҮ (ғәйеплән-) ҡ. төш. ҡар. ғәйепләү, страд, от ғәйепләү. Хаҡһыҙ ғәйепләнеү. ■ 1937 йылда Һәҙиә Дәүләтшина нахаҡҡа ғәйепләнеп, оҙаҡ йылдар буйы ижади хеҙмәтенән айырылырға мәжбүр була. М. Минһажетдинов. [Стражник:] Ҡәйүм әфәнде, һеҙ Красин баярҙы үлтереүҙә ғәйепләнәһегеҙ һәм Ваҡытлы хөкүмәт закондары нигеҙендә ҡулға алынаһығыҙ. Ғ. Лоҡманов. Катын-ҡыҙ, бигерәк тә һалдаткалар, исем сығыуҙан, ирҙәре алдында намыҫһыҙлыҡта ғәйепләнеүҙән ҡурҡа. 3. Биишева. [Әхмәтсафа] тыйылған тауарҙар һатыуҙа ғәйепләнеп, бер нисә ай ултырып та сыҡты. С. Агиш.
ҒӘЙЕПЛӘНЕҮСЕ (Р.: обвиняемый; И.: the accused; defendant; T.: sanık, şüpheli) u. юр.
1. Берәй енәйәт эшләүҙә ғәйепләнелеп, суд алдында яуап биргән, ғәйепле тип һаналған кеше. □ Обвиняемый. ■ Ғәйепләнеүсенән яуап алыу оҙаҡҡа һуҙылды. Сөнки суд ағзалары ла эштең төбөнә төшөү өсөн күп һорау бирҙеләр. Ғ. Әмири. Суд процесы ярты сәғәт самаһы дауам итте... Судья ғәйепләнеүселәрҙең әле береһенән, әле икенсеһенән эшләнгән енәйәттәре хаҡында һорашты. X. Зарипов. Ғәйепләнеүселәр өндәшмәй генә баш ҡағышты. С. Латипов. Залда бөтә халыҡ аяҡ өҫтө баҫты, ғәйепләнеүселәр ҙә аллы-артлы торҙолар. Ғ. Әмири.
2. Ғәйеп тағылған, ни өсөндөр ғәйепле тип табылған кеше. □ Человек, обвиняемый, подозреваемый в чём-л. Ғәйепләнеүсе итеп ҡаранылар уға күршеләре. ■ Үҙенең [Ибраһимбәктең] ярлылар тарафынан Бохара аждаһалығынан һөрөлөүенә, Бохара тупрағынан сит илгә ырғытылыуына, меңләгән ҡуйҙарының, ҡолдарының ҡулдан ысҡы-ныуына асыуланыуҙан ҡан баҫҡан күҙҙәре
бер ваҡытта ла ғәйепләнеүсенең йөҙөнә, һүҙенә, ялбарыуына ҡарамай. Б. Хәсән.
ҒӘЙЕПЛӘҮ (ғәйеплә-) (Р: обвинять; И.: accuse, charge; T.: suçlamak) ҡ.
1. Яманлау, хурлау, ҡара яғыу. □ Обвинять, вменять в вину, предъявлять обвинение, осуждать, хулить. // Обвинение, осуждение, хула. Йомшаҡлыҡта ғәйепләү. Талапһыҙлыҡта ғәйепләү. Тәртипһеҙлектә ғәйепләү. Хулиганлыҡта ғәйепләү. Бер ҙә юҡҡа ғәйепләнеләр баланы. ■ Күрмәүеңә әрнеп ғәйепләрмен, һорау ҡуйһа йәндә аралар. X. Назар. Ҡара тонда яҙғанһың, тип ғәйепләмә, ҡуйсәле. С. Ғәбиҙуллин. Уны [Ҡүсимовты] атлы дивизиянан килгән тәүге ҙур командир итеп ҡарай ауыл халҡы һәм шуға күрә һорауҙарының ҡайһыларында үҙ яҡындарының юғалыуы өсөн уны ғәйепләү хисе лә тойомлана. Р. Өмөтбаев. • Аҡыллы үҙен ғәйепләр, алйот иптәшен ғәйепләр. Әйтем.
2. юр. Ғәйебе бар, ғәйепле тип һанау, ғәйеп тағыу. □ Обвинять, вменять в вину, предъявлять обвинение. // Обвинение. ■ Һин мине, Наиләкәй, был мәсьәләлә бер терло лә ғәйепләй алмайһың. Н. Асанбаев. Һәр хәлдә, Ҡазан шәһәрендә булған имамдар вә мөҙәристәрҙең был мәжлестә булған мөғәмәләләрен ғәйепләй алмайым. Р. Фәхретдинов.
3. күсм. Етешһеҙлек, насарлыҡ табып яманлау. □ Хулить, охаивать, порочить, поносить за недостатки. Ашты ғәйепләү. ■ Кисә килеп төшкәс тә, кәләшем яратманы уларҙы. — Ауылда иң яратмағаным — дегәнәк. Ниңә күптән шуның тамырын ҡоротмай йорт тирәһендә үҫтерәләр икән? — тип, кәртә буйында дегәнәк үҫкәнгә мине ғәйепләгән төҫлө, һөйөклөм күҙҙәремә һораулы ҡараны. Ш. Янбаев.
♦ Ғәйепләп китмәгеҙ {йәки ҡалмағыҙ) хушлашҡанда әйтелә торған әҙәп һүҙе. □ Не обессудьте!
ҒӘЙЕПЛӘҮ АКТЫ (Р.: обвинительный акт; И.: accusation; T.: iddianame) и. юр.
297