Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 298


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ҒӘЙЕПЛӘҮСЕ
Ғәйепләнеүсенең ғәйебен, енәйәтен асып яҙған ҡағыҙ. □ Обвинительный акт. Ғәйепләу акты төҙөу. Ғәйепләу актын уҡыу. ■ Ғәйепләу акты уҡылып бөткәс, ғәйеп-ләнеуселәргә һуҙ бирелде. X. Зарипов. Район прокуратураһы тарафынан 22 йәшлек кешегә ғәйепләу акты раҫланды. «Башҡортостан», 30 июль 2010.
ҒӘЙЕПЛӘҮСЕ (Р.: обвинитель; И.: accuser; prosecutor; T.: savcı) и.
1. Кемделер нимәләлер ғәйепләгән кеше. □ Обвинитель. / Обвиняющий. Ғәйепләу-селәр куп. Ғәйепләусе табыла. Ғәйепләусе булыу. ■ Куңелдән ғәйепләуселәр ҙә уның йөҙөнә бер ҡарау менән был хаҡта оноталар. Эйе, сихри нур тугелә бөгөн Зөлхизәнең йөҙөнән. Ул бәхетле. 3. Биишева.
2. юр. Ғәйепләнеүсенең ғәйебен, енәйәтен асып сыҡҡан рәсми кеше. □ Обвинитель. / Обвиняющий. Йәмәғәт ғәйепләу-сеһе. Ғәйепләусе яҡ. ■ Ғәйепләусенең ныҡлы нигеҙгә ҡоролоп етмәгән төп ғәйептәрен яҡлаусы бер аҙ ҡаҡшатып та ҡуйҙы. И. Насыри. Ул [суд] төрлө райондарҙан саҡырылған куп кенә шаһиттарҙан һорау алыу, ғәйепләусе һәм яҡлаусы яҡтарҙың бер-икешәр сәғәткә һуҙылған оҙон телмәрҙәре иҫәбенә шулай оҙаҡҡа һуҙылды. Ғ. Әмири.
ҒӘЙЕПЛӘҮ ТЕЛМӘРЕ (Р. обвинительная речь; И.: accusatory speech; prosecutor’s charge; T.: iddianame) и. юр.
Ғәйепләнеүселәрҙең ғәйебен, енәйәтен асып прокурор тарафынан судта һөйләнгән һүҙ. □ Обвинительная речь. Ғәйепләу телмәрен тыңлау.
ҒӘЙЕПЛӘШЕҮ (ғәйепләш-) ҡ. урт. ҡар. ғәйепләү 1, 2. взаимн. от ғәйепләү 1, 2. Үҙ-ара ғәйепләшеп бөттөләр.
♦ Ғәйепләштән булмаһын кешелә мөнәсәбәт, баһа тыуҙырырҙай бер нәмә эшләр алдынан киҫәтеп әйтелә торған һүҙ. □ Не обессудьте; не в обиду будь сказано. ■ [Әсмә:] Ярай, улайһа, ғәйепләштән булмаһын, бейеп курһәтәйем. Ғ. Ибраһимов. [Шофёр:] Мин, ауылға инеп тормай, тура китәм. Ғәйепләш
тән булмаһын, егеттәр, илтеп ук еткерә алмайым. М. Кәрим.
ҒӘЙЕПНАМӘ [ғәр. + фарс. (Р.: обвинительный документ; И.: indictment; Т.: iddianame) и.
Ғәйепте күрһәтеп яҙған ҡағыҙ. □ Обвинительный документ. ■ Раҫлыҡҡа баш һалып ҡайтыусылар Ҡанышҡа кәңәш бирҙе: — Былай йәшенеп ята алмаҫһың. Әҙәмдең яҡшыһынан яманы куберәк. .. Береһе ошаҡлар. Ғәйепнамә яҙып, ғәйебеңде илт. Ғ. Ибраһимов.
ҒӘЙЕП ТАБЫУ (ғәйеп тап-) ҡ. ҡар. ғәйепләү. Һәр эштән ғәйеп табыу. ■ [Януҙаҡ:] Үҙеңдән улай-былай ғәйеп тапмағандарҙыр шул? М. Тажи.
ҒӘЙЕП ТАНЫУ (ғәйеп таны-) (Р.: признать вину; И.: own one’s guilt; T.: suçunu kabul etmek) ҡ.
Үҙең атҡарған ниндәйҙер хилафлыҡтың ярамаған ҡылыҡ булыуын аңлау, әйтеү.
□ Признать вину. ■ Гөнаһ эшләгән кеше уҙе рәнйеткән кеше алдында ла ғәйебен танырға тейеш була. Башҡортса дини календарҙан. Ә ғәйебегеҙҙе уҙегеҙ танынығыҙмы? — Эйе... С. Латипов. Эйе, уландар, ҡоротҡослоҡ эшләу — һәйбәт һәнәр тугел. Ләкин уҙ ғәйебеңде танымау ҡоротҡослоҡтан да насарыраҡ булыр ине! Р. Сурағол. Императрица II исеменән эш итеусе йәшерен комиссия башлығы П. С. Потёмкин Салауаттың уҙенә исемләп хат яҙған: «Ғәфу утен, уҙ ғәйебеңде таны һәм баш һалып кил...». Ләкин Салауаттың ғәфу утенер ғәйебе булмаған, ул изге эш өсөн көрәшкән. Н. Асанбаев.
ҒӘЙЕП ТАШЛАУ (ғәйеп ташла-) ҡ. ҡар. ғәйепләү. ■ [Ғимай:] Кешегә ниндәй ҙә булһа ғәйеп ташлайһың икән, иң тәуҙә уның ғәйебенең дөрөҫлөгөн белергә кәрәк. И. Насыри.
ҒӘЙЕП ҺАНАУ (ғәйеп һана-) (Р: считать виновным; И.: deem guilty; T.: ayıp etmek, suçlu sanmak) ҡ.
Ғәйебе бар тип уйлау, әйтеү; ғәйепләү.
□ Считать виновным, обвинить. ■ Боҙоҡ эштәр, ғәйеп һанала торған хәлдәр, эске
298