ҒӘЙЕШ
мәжлестәре, боҙоҡлоҡ урындары балаларға күрһәтелмәһен! Р. Фәхретдинов.
ҒӘЙЕПҺЕҘ I (Р.: невиновный; И.: innocent (of); not guilty; T.: suçsuz) с.
Насар эш ҡылмаған, ғәйебе юҡ. □ Невиновный, невинный, безвинный. Ғәйепһеҙ кеше. Ғәйепһеҙҙән ғәйепле. ■ Миллиондарса ҡорбандарҙы — бер ғәйепһеҙ туғандарҙы мәңге онотмаҫ күңел. С. Ғәбиҙуллин. [Ялал — Бикмырҙа ҡартҡа:] Кем менән кәңәш иттегеҙ, мылтыҡты ҡайҙан алдың? — Мылтығым да юҡ. Мин был эштә ғәйепһеҙ. Т. Хәйбуллин. Мине һөйөр булһаң, башҡанан ҡас, мин ғәйепһеҙ, күңелем алынғас. Халыҡ йырынан. Ул саҡтарҙа, кешенең яҙмышын һыртынан хәл итеү практикала киң ҡулланылған мәлдә, ғәйепһеҙ кешегә мөһөр баҫыу, намыҫлы исемен буяу бер ни ҙә тормай. Р. Өмөтбаев. • Ғәйепһеҙ аш эҙләмә — ас ҡалырһың, ғәйепһеҙ дуҫ эҙләмә — таҡ ҡалырһың. Мәҡәл. Ғәйепһеҙ йәр эҙләгән йәрһеҙ ҡалыр. Мәҡәл.
ҒӘЙЕПҺЕҘ II (Р: невинно; И.: innocent (of); not guilty; T.: suçsuz) р.
Ғәйебе булмаған көйө, рәүештә. □ Не-виннно, безвинно. Ғәйепһеҙ булыу. Ғәйепһеҙ тип табыу. ■ [Йомабикә:] Ана шул ошаҡ ташып йөрөйһөң бит. Һауынсы Ҡәләмферҙе нишләттерҙең? Һис бер ғәйепһеҙ көйө, бай менән бесәнлектә күрҙем тип, ауыҙын аштан өҙҙөң бит. Т. Хәйбуллин.
ҒӘЙЕПҺЕҘГӘ р. ҡар. нахаҡҡа. Ғәйепһеҙгә рәнйеттеләр кешене. Ғәйепһеҙгә хөкөм ителеү. ■ Аҡ ҡайынға балта саптым — ғәйепһеҙгә илаттым. Ә. Атнабаев. Кенәз, сиреү туплап килеп, Аҡайҙы ҡулға ала. Ғәйепһеҙгә төрмәгә ябылған батырын яҡлап, халыҡ кенәзгә илсе ебәрә. Г. Ҡотоева. Хәҙерге ваҡытта ғәйепһеҙгә яуапҡа тарттырылыусыларҙың, төрмәлә ултырыусыларҙың һаны ҙур. «Киске Өфө», № 4, 2012.
ҒӘЙЕПҺЕНЕҮ (ғәйепһен-) (Р: считать себя виновным; И.: feel one’s guilt; T.: kendini suçlu sanmak) ҡ.
Үҙеңде ғәйеплегә һанау. □ Считать себя виновным. Ғәйепһенеп ҡарау. Ғәйепһенеп тороу. Ғәйепһенеп ҡыҙарынды.
ҒӘЙЕТ [ғәр. (Р.: религиозный праздник; И.: festive spell in Moslem religion; T.: dini bayram) и. дини.
Намаҙ уҡып, ураҙа һәм ҡорбан байрамдарын билдәләй торған дини байрам. □ Праздничные дни после уразы и в день жертвоприношения, отмечаемые чтением молитвы. Ғәйет көнө. Ғәйет алдынан. ■ Ғәйет көн Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең ишеге алдында ҡол ҡыҙҙарҙан йыр йырлатыу ҙа ойошторолған булған... Ә. Хәкимов. Хөббөниса абыстайҙың уҡалы сәкмәне, алмиҙеүе, селтәр ҡашмауы, баса тундары, хәҙрәттең ғәйеттәрҙә генә кейә торған буҫтау тышлы тамаҡтуны элеүле тора. Т. Хәйбуллин. Ул [Хисбулла] хатта һуңғы йылдарҙа, йома йәки ғәйеттәрҙән башҡа көндө, мәсеткә лә йөрөмәй башланы. 3. Биишева.
ҒӘЙЕТ НАМАҘЫ (Р: молитва (намаз); И.: prayer, grace; T.: bayram namazı) и. дини.
Ғәйет көнө мәсеттә уҡыла торған намаҙ. □ Молитва (намаз), читаемая в праздничные дни после уразы и в день жертвоприношения. ■ Ғәйет намаҙынан ҡайтыу менән [хужаң] бысаҡ ҡайрай ине [кәзәне] һуйырға. М. Ғафури. Шуныһы мәғлүм: ғәйет намаҙына килгән ҡатын-ҡыҙ мәсеттә булыу ҡағиҙәләрен ғәйет көнөндә лә теүәл үтәргә бурыслы. Башҡортса дини календарҙан. Ғәйет намаҙын уҡығанда ла ҡатын-ҡыҙға ир-ат менән аралашып баҫыу ярамай, ирҙәр янында тороу ҙа тыйыла. Башҡортса дини календарҙан.
ҒӘЙЕТ УҠЫУ (ғәйет уҡы-) (Р: читать намаз; И.: pray; T.: namaz kılmak) ҡ. һөйл. дини.
Ғәйет намаҙын уҡыу. □ Читать намаз в день праздника. ■ Әлбиттә, ҡатын-ҡыҙ ғәйет уҡыуҙан бушатыла. Башҡортса дини календарҙан.
ҒӘЙЕШ I [ғәр. (Р: жизнь; И.: life; existence; T.: yaşam) и. иҫк. кит.
299