ҒӘЙРӘТЛЕ
3. иҫк. Сифат, алмаш артынан, сифат ҡылым алдынан килеп, юҡлыҡ мәғәнәһе бирә. □ Кроме, за исключением (послелог с исх. п.). Ғәйре рәсми.
ҒӘЙРЕ ИХТЫЯРИ [ғәр. j^] (Р.: невольно; И.: in spite of oneself; T.: gayri ihtiyari) р.
1. Ихтыярһыҙ. □ Невольно.
2. Көсләнеп, мәжбүри рәүештә. □ Насильно, силой, принудительно.
ҒӘЙРЕЛӘР и. ҡар. башҡалар. ■ «Фәлән урында мин һинең ҡатыныңды күрҙем», — тимеш, икенселәре: «Мин дә күрҙем», өсөнсөләре: «Мин дә күрҙем» вә ғәйреләре: «Кәҙәлик күрҙем», — тип ҡайталар икән. Ғ. Кейеков. Мәйет йыуыусыларға, күтәреп барыусыларға, ҡәбер ҡаҙыусыларға тейешле хаҡты вариҫтар вә ғәйреләр үҙҙәре тоғро түләрҙәр, һәр хәлдә, ҡәберҙә саҙаҡа өләшеү булмаҫ. Р. Фәхретдинов.
ҒӘЙРЕ РӘСМИ [ғәр. j^] (Р: неофициальный; И.: unofficial; T.: gayri resmi) с.
Рәсми булмаған. □ Неофициальный.
ҒӘЙРЕ ТӘБИҒИ [ғәр. j^] (Р: не естественный; И.: affected; T.: doğallıksız) с.
Тәбиғи булмаған. □ Неестественный.
ҒӘЙРӘТ [ғәр. (Р: рвение; И.: real force; power; T: gayret) и.
Дәрт, көс, ҡеүәт. □ Рвение, ревность, усердие, пыл. Ғәйрәт ҡуҙғалыу. ■ Дарвин исемен ишетмәгән кем бар? Был кеше, ҙур байҙарҙың бере булған хәлдә, ғилем тәхсил итте вә бөтөн ғәйрәтен мәғрифәт юлына сарыф ҡылды. Р. Фәхретдинов. Башҡорт халҡы тарихта ғәйрәт менән фаш булған. Ш. Бабич. Уҡ ҡөҙрәте — ян керешендә, ир ғәйрәте — ил кәңәшендә. X. Назар. Барып баҫа ҡаршыһына ғәйрәт менән комиссар. Бәйеттән. Саңҡ-саңҡ итә тауҙа, ай, бер бөркөт, күрһәтә ул үҙенең ғәйрәтен. Халыҡ йырынан. Ҡулда ғәйрәт булмаһа, батыр яуҙа түҙә алмаҫ. Ҡобайырҙан. • Ғәйрәт булмаһа, мал булмай. Мәҡәл. Ғәйрәт — атлыла, аҡыл — ашлыла, һүҙ — маллыла. Әйтем. Ир тауышлы ҡатында әҙәп булмаҫ, ҡатын тауышлы ирҙә ғәйрәт булмаҫ. Мәҡәл.
ҒӘЙРӘТ АРТЫУ (ғәйрәт арт-) (Р: увеличиваться (о силе, вдохновении)', И.: gain force; T: gayret almak) ҡ.
Көс, ҡеүәт, дәрт ташып тороу. □ Увеличиваться (о силе, вдохновении). Эшкә ғәйрәт артыу. ■ Был нәмәләр иҫәпләнеүгә сәбәп булыуҙан башҡа, ғәйрәт артыуға, шәүҡ вә мөхәббәт көсләнеүгә ярҙам бирә. Р. Фәхретдинов.
ҒӘЙРӘТ ИТЕҮ (ғәйрәт ит-) (Р: храб риться; И.: summon up courage; T: gayret etmek) ҡ.
Батырланып китеү. □ Храбриться. ■ Үҙенең иҡтидары ҡәҙәр сәғи вә ғәйрәт итһә, һәр кем үҙ эшендә Хәлил вә Наполеон буласаҡ. Р. Фәхретдинов. • Ғәйрәт иткән тау ярыр. Әйтем.
ҒӘЙРӘТ КЕРЕҮ (ғәйрәт кер-) ҡ. ҡар. ғәйрәт килеү. ■ Инде хәҙер ғәйрәт керҙе, дошмандарҙы ҡыуабыҙ. Бәйеттән. Фронттарға барып еткәс, ҡорал һалдыҡ беләккә, инде хәҙер ҡурҡмайбыҙ, ғәйрәт керҙе йөрәккә. Бәйеттән.
ҒӘЙРӘТ КИЛЕҮ (ғәйрәт кил-) (Р: об ретать силу; И.: take heart, cheer up; T.: gayret almak) ҡ.
Дәрт ҡуҙғалыу, дәртләнеү. □ Обретать силу, набрать силу. Шиғыр яҙырға ғәйрәт килеү. Йырларға ғәйрәт килеү.
ҒӘЙРӘТ КИТЕҮ (ғәйрәт кит-) ҡ. ҡар. ғәйрәт ҡайтыу. ■ Ҡаҙандың йығылыу ы мәғлүм булғас та, ғәйрәттәре китә башлаған. М. Өмөтбаев.
ҒӘЙРӘТКӘР [ғәр.-фарс. (Р.: отважный; И.: bold; T.: gayretli) с. диал.
Ғәйрәтле, ҡыйыу. □ Отважный, мужественный. Ғәйрәткәр ир. Ғәйрәткәр йөрәк. Ғәйрәткәр ирҙә мал торор.
ҒӘЙРӘТ ҠАЙТЫУ (ғәйрәт ҡайт-) (Р: потерять охоту (желание); И.: cool off; T.: tavsamak) ҡ.
Көс, мөмкинлек бөтөү, дәрт һүнеү. □ Потерять охоту (желание), охладеть, остыть.
ҒӘЙРӘТЛЕ (Р: сильный, мощный; И.: powerful; strong; T.: gayretli) с.
301