Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 306


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ҒӘМҺЕҘ
ный. Ғәмһеҙ кеше. ■ Заманында ғәмһеҙ йөрәгемде өтөп алғандарың бар ине. Р. Ғарипов. • Халҡын алдаған бей уңмаҫ, ҡатыны ғәмһеҙ өй ун,маҫ. Әйтем.
2. Ҡайғы, хәсрәте булмаған, ҡайғы-хәсрәтһеҙ. □ Беспечный, беззаботный. Ғәмһеҙ донъя.
ҒӘМҺЕҘ II (Р.: беспечно; И.: lightly; Т.: sorumsuzca) р.
Бошмайынса, битараф рәүештә. □ Беспечно, равнодушно. Ғәмһеҙ йәшәу. Ғәмһеҙ ҡарау.
ҒӘМҺЕҘ БУЛЫУ (ғәмһеҙ бул-) (Р: быть беззаботным; И.: be carefree; T.: sorumsuzca davranmak) ҡ.
Бошмау, юҡҡа ҡайғырмау. □ Быть беззаботным. Бөтә нәмәгә ғәмһеҙ булыу.
ҒӘМҺЕҘЛЕК (ғәмһеҙлеге) (Р: беспечность; И.: light-heartedness; T.: kaygısızlık) и.
Вайымһыҙлыҡ, моңһоҙлоҡ, ҡайғыртмау-санлыҡ, хәстәрһеҙлек. □ Беспечность, беззаботность. Ғәмһеҙлек арҡаһында. ■ һирәк булһын, зирәк булһын, тик кәртәнән уҙмаһын, уйын-көлкө — барыһы булһын, тик ғәмһеҙлек булмаһын. Р. Ғарипов.
ҒӘМҺЕҘЛЕК КҮРҺӘТЕҮ (ғәмһеҙлек күрһәт-) (Р: быть безответственным; И.: let things slide; be indifferent; T.: sorumsuzca davranmak) ҡ.
Кемгәлер йәки нимәгәлер битараф булыу. □ Быть безответственным. Кешеләргә ғәмһеҙлек курһәтеу.
ҒӘМҺЕҘЛӘНЕҮ (ғәмһеҙлән-) (Р: стать беспечным; И.: become carefree; T.: kaygısız olmak) ҡ.
Бошмаҫҡа әйләнеү. □ Стать беспечным; не реагировать ни на что. Ғәмһеҙләнергә ярамай. Ғәмһеҙләнеп китеу.
ҒӘМӘЛ [ғәр. (Р: действие; И.: act; T.: amel) и.
1. Эш, хеҙмәт. □ Действие, деяние, дело. ■ Теләймен — һис теләгем кабул тугел. Әллә мин ҡылдыммы икән яуыз ғәмәл. М. Ғафури.
2. Эш, тормош булмышы, ысынбарлыҡ. □ Действительность, реальность. ■ Ғәлиәкбәров, әҙерәк уйланып торғас, уҙ воло-
сына ҡайтыу ғәмәлгә ярашлыраҡ булыр, тип тапты. Ф. Иҫәнғолов. «Роман» һуҙе урта быуаттарҙа әҙәби ғәмәлгә килеп инә. К. Әхмәтйәнов.
3. мат. Математикала хисаплауҙың төп төрө. □ Действие. Дурт ғәмәл. Алыу ғәмәле. Кушыу ғәмәле. Кабатлау һәм дәрәжәгә кутәреу ғәмәлдәре.
4. дини. Намаҙ, ғибәҙәт. □ Молитва.
■ Беҙҙең өсөн ҡайғырмағыҙ, изге ғәмәлдәр ҡылығыҙ. Бәйеттән.
ҒӘМӘЛГӘ АШЫРЫУ (ғәмәлгә ашыр-) (Р: претворять в жизнь; И.: realize; T.: gerçekleştirmek) ҡ.
Үтәү, тормошҡа ашырыу. □ Претворять в жизнь, осуществлять, реализовывать.
■ Бына ошонда Зөләйха уҙенең бөтә уйын ғәмәлгә ашырырға була. Халыҡ ижадынан.
ҒӘМӘЛГӘ АШЫУ (ғәмәлгә аш-) (Р: претворяться в жизнь; И.: come to be; T.: gerçekleşmek) ҡ.
Үтәлеү, тормошҡа ашыу. □ Претворяться в жизнь, осуществляться. ■ Ниәтенең ғәмәлгә ашасағына ышаныр-ышанмаҫ, шул уҡ ваҡытта уҙенең сая ҡылығынан ҡәнәғәтлек кисереп, Мәҙинә оса-ҡалҡа урам буйлап атланы. Ә. Хәкимов.
ҒӘМӘЛГӘ ИНДЕРЕҮ (ғәмәлгә индер-) ҡ. йөкм. ҡар. ғәмәлгә инеү. понуд. от ғәмәлгә инеү. ■ Ә Кытай был осорҙа 500-ләп проектты ғәмәлгә индереп, 120 миллион тонна ҡалдыҡты аҙыраҡ сығарыуға өлгәшкән. «Ағиҙел», № 7, 2011.
ҒӘМӘЛГӘ ИНЕҮ (ғәмәлгә ин-) (Р: войти в силу; И.: be realized; T.: gerçekleşmek) ҡ.
Ҡулланыу, тормошҡа ашырыла башлау. □ Войти в силу, претворяться в жизнь.
■ 2010 йылдың 21 ноябренән юл ҡағиҙәләрендә мөһим уҙгәрештәр ғәмәлгә инде. «Табын», 16 июль 2011.
ҒӘМӘЛГӘ КЕРЕҮ (ғәмәлгә кер-) ҡ. ҡар. ғәмәлгә инеү. ■ Киләһе мәжлестә «йәмғиәт хәйриә» өсөн бер рәйес вә өс ағза һәм дә бер сәркәтип һайланасаҡ, вә шуның менән эш тамам буласаҡ вә ғәмәлгә керетеләсәк. Р. Фәхретдинов.
306