Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 307


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ҒӘМӘЛ ДӘФТӘРЕ
ҒӘМӘЛГӘ КИЛЕҮ (ғәмәлгә кил-) (Р.: появиться; И.: appear; T.: ortaya çıkmak) ҡ.
Барлыҡҡа килеү, хасил булыу. □ Появиться. ■ Бына шулай, тырышҡас, әмәл ғәмәлгә килә инде. Экспедиция материалдарынан.
ҒӘМӘЛГӘ ҠУЙЫУ (ғәмәлгә ҡуй-) (Р.: проводить в жизнь; И.: realize; Т.: gerçekleştirmek) ҡ.
Ҡулланыу, тормошҡа ашыра башлау.
□ Проводить в жизнь, применять на практике. ■ «Сәлимә» мәжлесенән ғибәрәт алып, былар ошо шәһәрҙә булған әһел исламдың ижтимағи эштәрен уҙгәртеу фекеренә керҙеләр вә шул хаҡта бер ҡәҙәр мәжлестәре булып утте вә бик файҙалы эштәрҙе ғәмәлгә ҡуйҙылар. Р. Фәхретдинов.
ҒӘМӘЛДӘ (Р: на деле, в действительности; И.: in reality; T.: aslında) р.
Булмышта, ысынында, ысынбарлыҡта.
□ На деле, в действительности. Ер һөрөлгән булып иҫәпләнә, ә ғәмәлдә һөрөлмәгән. ■ Ғәмәлдә иң элек опера һәм балет театры .. уҙәк булып әуерелергә тейеш. Б. Бикбай.
ҒӘМӘЛДӘГЕ (Р: существующий; И.: in (actual) fact; T.: var olan) c.
Булмыштағы, тормоштағы. □ Существующий, действующий, в действительности. Ғәмәлдәге закон. ■ Куп даръялар кискән йөрәк юлын нисек яҙһын ҡәләм тоташтан? Ғәмәлдәге менән куңелдәге — барыһы бит бергә тоташҡан. X. Назар.
ҒӘМӘЛДӘ ҠАЛЫУ (ғәмәлдә ҡал-) (Р: оставаться в силе; И.: stay in force; T: geçerli olmak) ҡ.
Үҙ көсөндә, ҡанун хәлендә булыуын дауам итеү, ҡулланышта йөрөү. □ Оставаться в силе, быть в применении. Был ҡағиҙә ғәмәлдә ҡалды.
ҒӘМӘЛДӘН СЫҒАРЫУ (ғәмәлдән сығар-) (Р: упраздняться; И.: annule; T.: kaldırmak) ҡ.
Ҡулланылыштан алыу, ҡулланыуҙан сығарыу. □ Упраздняться, упраздниться, исключать из употребления. ■ Әле ҡулланылған закондарҙы тикшереп, иҫкергәндәрен
ғәмәлдән сығарыу, ҡайһыларын уҙгәртеу, яңыларын булдырыу ҡаралған. «Ағиҙел», №11,2010.
ҒӘМӘЛДӘН СЫҒЫУ (ғәмәлдән сыҡ-) (Р: выйти из употребления; И.: be out of use; T.: kaldırılmak) ҡ.
1. Ҡулланылышы бөтөү, эштән сығыу.
□ Выйти, быть изъятым из употребления.
■ Рәйестең нужа ҡыуыуы гел бушҡа ғына булманы. Апрель баштарында ул көнбағыш майы һыға торған завод директорынан саҡ ҡына кугәрә төшкән, ләкин ғәмәлдән сығып өлгөрмәгән ун тоҡ көнбағыш инәлеп һорап алды. М. Кәрим.
2. Законлы булыуҙан туҡтау, ҡулланыуҙан сығыу. □ Быть упразднённым, расторгнутым (о договоре). Был ҡарар куптән ғәмәлдән сыҡҡан.
ҒӘМӘЛ ДӘФТӘРЕ I (Р: тетрадь учёта; И.: records book; T.: kayıt defteri) и. иҫк.
Эш-хеҙмәтте яҙып бара торған дәфтәр; эш дәфтәре. □ Тетрадь учёта, книга учёта. Ғәмәл дәфтәренә яҙып ҡуйыу. ■ Старшинаның ғәмәл дәфтәрендә быларҙың береһе лә минең өҫкә яҙылмаған: тальянын ауылдан алып килгәнмен, ҡалғандары — трофей. Ш. Бикҡол.
ҒӘМӘЛ ДӘФТӘРЕ II (Р: тетрадь для записи греховных деяний; И.: religious book for recording sins; T: kayıt defteri) и.
1. дини. Дини ҡарашса, һәр кешенең гөнаһы яҙылып бара торған дәфтәр.
□ Тетрадь для записи греховных деяний.
■ Бындай эштәрҙең Алла юлында «йыһад» булып һаналыуына өмөт юҡ, әммә шайтан ризалығын кәсеп итеу булып, ғәмәл дәфтәрҙәренә яҙылыуы хаҡында хәуеф ҙур. Р. Фәхретдинов. Дини ҡарашса, һәр кешенең гөнаһы теркәлеп барған ғәмәл дәфтәре, теге донъяла гөнаһлы кешеләрҙең йәнен яфалай торған эҫе урын тамуҡ һәм улгән гөнаһһыҙ бәндәләрҙең йәне урынлаша торған матур, рәхәт, мул донъя, йәннәт-ожмах шиғыр юлдары менән һүрәтләнгән. «Ағиҙел», № 10, 2010.
307