ҒӘРЕШКӘ КИТЕҮ
терәлгән, торғаны өшән ат: баракка саҡ-саҡ ҡайтып ауаһың. Ш. Бикҡол.
2. дини. Алла тәхете, Хоҙай. □ Божий престол, божьи чертоги, «седьмое небо» (трон бога). Ғәрешкә барыу. Хыял менән ғәрешкә осоу. ■ Алла ҡушыуы булмаһа, өйгә дошман тулғандыр, куп эсендә яңғыҙға әжәл көнө булғандыр, ғәреште иҫкә алмаһаң, был өйөңдә сығыр йән. «Буҙйегет».
ҒӘРЕШКӘ КИТЕҮ (ғәрешкә кит ) (Р.: умереть; И.: die; T.: ölmek) ҡ.
Үлеү; теге донъяға китеү. □ Умереть, отправиться на тот свет.
ҒӘРЕШКӘ КҮТӘРЕҮ (ғәрешкә күтәр-) (Р: восхвалять; И.: belaud; T.: övmek) ҡ.
Бик ныҡ маҡтау. □ Восхвалять, возносить до небес. ■ Хаятты ошо матурлығы менән берәр илаһи шағир осратһа, ғәрешкә кутәрер, иркә хур ҡыҙҙарына тиңләр ине. һ. Дәүләтшина.
ҒӘРИБӘ [ғәр. (Р.: диковинка; И.: poor; T.: garibe) и.
Ғәжәп хәл-ваҡиғалар. □ Диковинка. Ғә-рибәләр булып торған.
ҒӘРИП I (ғәрибе) [ғәр. (Р.: инвалид; И.: disabled, crippled; T.: malul) и.
1. Ҡайһылыр ере, ағзаһы имгәнгән; зәғиф. □ Инвалид, калека; урод. / Уродливый, увечный. Ғәрип кенә бер кеше. ■ Үҙ ғумерендә ике мәртәбә хаж итте, мосафирҙарға вә ғәриптәргә, юҡһылдар вә ғажиздарға ярҙамлы ине. Р. Фәхретдинов. • Ғәриптең хәлен ғәрип белер. Әйтем. Тәне ғәриптән көлгәндең йәне ғәрип. Әйтем. Һәнәре бар ғәрип тә улмәй. Әйтем.
2. миф. Ауырлы ҡатындарға, балаларға ҡарарға тыйылған мифлаштырылған зат. □ Калека (мифологизированное лицо, на которое запрещают смотреть беременным и детям). ■ Ауырлы ҡатынға ғәрипкә ҡарарға ярамай. Балаһы ғәрип булыр, тиҙәр. Ғәриптең теләге ҡабул була, тиҙәр. Башҡорт мифологияһынан.
ҒӘРИП II (ғәрибе) [ғәр. (Р: скиталец; И.: alien; vagabond; T.: garip) и. иҫк.
1. Үҙ иленән айырылған, ситтә йөрөгән кеше. □ Скиталец, чужестранец, незнакомец. ■ [Кусер хан:] Илдән илгә йөрөйөм, балам, ил ғәриптәре булайым, балам, Ҡу-ҙыйкурпәс кеуек егетте табайым, балам. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу».
2. кусм. Йортһоҙ-ерһеҙ ярлы, меҫкен кеше. □ Бездомный, бедный. ■ Ғәриптәрҙе һис бер әҙәм алмаҫ һанға. Бәйеттән.
ҒӘРИП III [ғәр. (Р.: странный; И.: strange; extraordinary; T.: garip) с. иҫк. кит.
Ғәҙәттән тыш ят, ғәжәп. □ Странный, необычный, удивительный. Ғәрип хәл. ■ Әммә Муллағолдоң ғәрип ҡылыҡтары ла булды. Ә.-З. Вәлиди.
ҒӘРИП БУЛЫУ (ғәрип бул-) (Р: стать инвалидом; И.: become invalid; T.: malul olmak) ҡ.
Имгәнеп, зәғифләнеп ҡалыу. □ Стать инвалидом. Ғәрип булып ҡалдылар һуғышта.
ҒӘРИП-ҒӨРӘБӘ [ғәр. (Р: ин-
валиды; И.: the crippled; T.: sakatlar) и. йыйн.
1. Зәғиф, ғәрип кешеләр. □ Калеки, уроды, инвалиды. ■ Бына бер мәл ғәрип-ғөрәбәне, ҡарт-ҡороно, хәлһеҙҙәрҙе һәм, ғөмумән, кешеләрҙән кутәртеп йөрөргә теләгәндәрҙе кутәреп, носилка йөрөтөуселәр майҙанға инә башлай. Башҡортса дини календарҙан.
2. Сәйерлек, ғәжәплек. □ Странность, необычность, причудливость.
ҒӘРИП ИТЕҮ (ғәрип ит-) (Р: калечить; И.: mutilate; T.: sakatlamak) ҡ.
Ғәрипләү, ғәрип хәленә ҡалдырыу. □ Калечить. Ғәрип итеп ҡуйҙылар баланы.
ҒӘРИПЛЕК (ғәриплеге) (Р: инвалидность; И.: disability; T.: sakatlık) и.
1. Ғәрип булған хәл, имгәнгәнлек. □ Инвалидность, увечье, уродство. Ғәриплектән кургән ыҙалар. ■ Рәхмәтулланың бер аяғы салышыраҡ булып, бәләкәс кенә ғәриплеге бар ине. Г. Яҡупова. • Ат арыҡлыҡта, егет ғәриплектә һыналыр. Әйтем.
2. кусм. Рухи кәмселек, етешһеҙлек. □ Духовные недостатки. Әхлаҡи ғәриплек.
310