ҒӘРЛЕКҺЕҘ
3. иҫк. Ят ерҙә йәшәү, нужа күреү.
□ Жизнь на чужбине. ■ Ҡарағыҙ һеҙ ғәриплектең тәләфенә. М. Өмөтбаев.
ҒӘРИПЛЕК КҮРЕҮ (ғәриплек күр-) (Р.: жить в нужде на чужбине; И.: live a hard life abroad; T.: yabancı yerlerde dolaşmak) ҡ. иҫк.
Сит-ят ерҙәрҙә ҡағылып-һуғылып, нужа күреп йөрөү. □ Жить в нужде на чужбине, в чужой стране. ■ Куп ғәриплек курһәм дә, йәр юлында улһәм дә, йөрөмәй куңелем тынмайҙыр. «Буҙйегет».
ҒӘРИПЛӘНДЕРЕҮ (ғәрипләндер-) ҡ. йөкм. ҡар. ғәрипләнеү, пөнуд. от ғәрипләнеү. Баланы ғәрипләндереу. Ғәрипләндереп бөтө-рөу. ■ Ҡәбәхәттәр, милли батырҙарҙы шул тиклем дә рәхимһеҙ ҡаты язалап, уларҙың Хоҙай Тәғәлә биргән матурлыҡтарынан көлөргә, әсә ҡарынынан өҙөлөп төшкәндәге төҫтәрен йәмһеҙләндерергә, йөҙ-ҡиәфәтен имгәтергә, ғәрипләндерергә нисек баҙнат иткәндәр улар?! Н. Асанбаев.
ҒӘРИПЛӘНЕҮ (ғәриплән-) (Р: калечиться; И.: become a cripple; T.: sakatlanmak) ҡ.
Ғәрипкә әйләнеү, ғәрип булыу, имгәнеү.
□ Калечиться, уродоваться, увечиться, становиться калекой. Ғәрипләнә төшөу. Ғәрипләнеп ҡалыу. Ғәрипләнә барыу. Ғәрипләнеп бөтөу. Һуғыштан ғәрипләнеп ҡайтыу.
ҒӘРИП Л ӘТЕҮ (ғәрипләт-) ҡ. йөкм. ҡар. ғәрипләү, страд, от ғәрипләү. Ғәрипләтеп бөтөу. Ғәрипләтеп ташлау.
ҒӘРИПЛӘҮ (ғәриплә-) (Р: уродовать; И.: maim; T.: sakatlamak) ҡ.
Ғәрипкә әйләндереү, ғәрип итеү. □ Уродовать, увечить; делать калекой, уродом. Кешене ғәрипләу.
ҒӘРИР [ғәр. (Р: обманутый; И.: cheated one; T.: mağdur) с.
1. Алданған. □ Обманутый. Ғәрир кеше.
2. Йәш, тәжрибәһеҙ. □ Молодой, неопытный. Ғәрир егет.
ҒӘР ИТЕҮ (ғәр ит-) (Р: стыдиться; И.: be ashamed; T.: utanmak) ҡ.
Ғәрләнеү, намыҫланыу, хурланыу.
□ Стыдиться, совеститься. Ғәр итеп ултырҙым.
ҒӘРЛЕ (Р: дорожащий своей честью; И.: revering one’s honour; T.: namuslu) c.
Ояла, хурлана белеүсән; намыҫсан.
□ Дорожащий своей честью, достоинством. • Ғәрле ғәрләнгәнсе, ғәрһеҙ ашап туйыр. Әйтем. Үҙем ярлы, буйым ғәрле. Әйтем.
ҒӘРЛЕК (ғәрлеге) (Р: стыд; И.: shame, disgrace; Т.: аг) и.
Намыҫланыу, хурланыу тойғоһо; намыҫ, оят, хурлыҡ. □ Стыд, позор, срам. Ғәрлектән ни эшләргә белмәу. ■ Малай саҡта булды, дөмбәҫләшеп, ғәрлегемдән укһеп сәсәуҙәр. X. Назар. Ырғып тороп, ғәрлегемдән саҡ-саҡ иламай, ҡабат ат эргәһенә килгәйнем, Нажар ҡарттың тауышы ишетелде. Н. Мусин.
♦ Ғәрлеге ни тора! нимәгәлер ныҡ ғәрләнгәндә, үтә намыҫланғанда әйтелгән һүҙ.
□ соотв. Позор-то какой! ■ Был ваҡиғанан һуң Закир дошманынан ус алыу өсөн уңайлы мәл эҙләй башланы. Бурыслы булып ҡалғыһы килмәй, бер маңҡа малайҙан туҡмал әле. Ғәрлеге ни тора! М. Хужин. Кешенән ғәрлек кеше алдында оятҡа, хурлыҡҡа ҡалғанда әйтелә. □ Перед людьми стыдно.
ҒӘРЛЕК КИЛЕҮ (ғәрлек кил-) (Р: стыдиться; И.: be ashamed; T.: ar etmek) ҡ.
Намыҫ уяныу, хурланыу; ғәрләнеү.
□ Стыдиться.
ҒӘРЛЕКЛЕ (Р: совестливый; И.: shameful; T.: utangaç) с.
1. Намыҫлы, ояла белеүсән. □ Совестливый. Ғәрлекле кеше ояла белә ул.
2. Намыҫҡа тейерлек, оят килтереүсе.
□ Позорный, постыдный. Ғәрлекле уйҙар. ■ Әле «Ҡалҡан» тигәс, ирмәк тә, ғәрлекле лә бер ваҡиға иҫкә төштө. М. Кәрим.
ҒӘРЛЕКҺЕҘ (Р: бесстыдный; И.: shameless; T.: utanmaz) с.
Ғәрләнә, ояла белмәгән, ғәрлеге булмаған.
□ Бесстыдный, бесстыжий, не умеющий стыдиться. • Ғәрлекһеҙ әҙәм ояла белмәҫ. Мәҡәл.
311