Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 312


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ҒӘРЛӘНДЕРЕП ТОРОУ
ҒӘРЛӘНДЕРЕП ТОРОУ (ғәрләндереп тор-) (Р.: постоянно досаждать; И.: keep vexing; T.: canını sıkmak) ҡ.
Һәр ваҡыт, өҙлөкһөҙ асыуға, йәнгә тейеү.
□ Постоянно досаждать. Илке-Һалҡы йөрөү ғәрләндереп тик тора.
ҒӘРЛӘНДЕРЕҮ (ғәрләндер-) (Р: задевать чьё-л. самолюбие; И.: offend / wound smb’s pride; T.: onuruna dokunmak) ҡ.
Йәнен көйҙөрөү, асыуын килтереү. □ Задевать чьё-л. самолюбие, досадить кому-л. ■ Приказчиктың .. аҡырып һүгенеүе Айбу-латты бик ныҡ ғәрләндерҙе. Һ. Дәүләтшина.
♦ Арпа ғәрләндереү арпаны яман һүҙҙәр әйтеп ҡыуыу. □ Магический способ лечения ячменя на глазу с помощью произнесения бранных слов. ■ Хәҙисә әбей арпамды ғәрләндергәйне, миңә килеште. Экспедиция материалдарынан.
ҒӘРЛӘНЕҮ (ғәрлән-) (Р: оскорбляться; И.: take offence; feel insulted; T.: kırılmak) ҡ.
Ғәрлек тойғоһо кисереү; намыҫланыу, хурланыу. □ Оскорбляться, чувствовать себя задетым, обиженным, обижаться; стыдиться, совеститься. Ныҡ ғәрләнеү. Ғәрләнеп илау. Ғәрләнеуенән ни эшләргә белмәй. Ғәрләнеп бөтөү. Ғәрләнеп йөрөү. Йәмһеҙ тауыш менән ҡысҡырғанға ғәрләнеп ҡуйҙы. ■ Улар, бай ҡыҙҙары, яҡшы кейенгән. Беҙҙең кеүек ша-мыт-шомот кейемле егеттәр менән ярышлап барырға ғәрләнәләр. Ш. Шәһәр. Минең атай көн дә һис юғында бер ҡаҙыҡ ҡаҡмаһам, икмәк телемен ашарға ғәрләнәм, тип һөйләй торғайны. Д. Исламов.
ҒӘРРӘ БУЛЫУ (ғәррә бул-) (Р: оказаться в тяжёлом положении; И.: be on the beach; T.: zor duruma düşmek) ҡ. иҫк.
Ауыр хәлгә ҡалыу, аптырау. □ Оказаться в тяжёлом положении, находиться в затруднительном положении. ■ Ҡуҙыйкүрпәс Маянһылыуға үҙен таныта алмай ғәррә була ине. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу».
ҒӘРСЕЛ (Р: обидчивый; И.: touchy, susceptible; T.: alıngan) с.
Тиҙ ғәрләнә торған, ғәрләнеп барыусан.
□ Обидчивый. Ғәрсел кеше. ■ Илап ҡайта
өйгә ғәрселдәр, ҡайта кәмһенеү йә өҫтөнлөк. X. Назар. Аслан һөйләмәйем, әсәйемде лә тыйҙым. Ғәрсел ул, йөрәгенә ауыр булыр. Г. Яҡупова. Ғаян, һин хыялый икәнһең — белмәй йөрөгәнмен; сәмсел дә, ғәрсел дә икәнһең. Р. Камал.
ҒӘРСЕЛ БУЛЫУ (ғәрсел бул-) (Р: быть обидчивым; И.: be touchy; T: alıngan olmak) ҡ.
Ғәрләнеп барыусан булыу. □ Быть обидчивым. Ғәрсел булды апайым.
ҒӘРСЕЛЛЕК (ғәрселлеге) (Р: болезненная обидчивость; И.: touchiness; T.: alınganlık) и.
Саманан тыш үпкәселлек; хәтер ҡалыу-санлыҡ, ғәрләнеүсәнлек. □ Болезненная обидчивость, стыдливость, совестливость. Ғәрселлек тойғоһо. ■ Ғәрселлек менән сәмле-лек икеһе бер туған бит ул. И. Ғиззәтуллин. Бәғзеләр артыҡ ғәрселлек, оялсанлыҡтан яфалана, үҙен ҡылғанынан артыҡ хөкөм итә. Г. Ситдиҡова.
ҒӘРСЕЛЛЕК КИЛЕҮ (ғәрселлек кил-) (Р: совеститься; И.: be ashamed; T: utanmak) ҡ.
Көслө ғәрлек тойғоһо уяныу, намыҫланыу, хурланыу. □ Совеститься, стыдиться; обижаться, оскорбляться. Миңә әйтмәй ситтәр менән китеүенә ғәрселлегем килде.
ҒӘРСӘ терк. ҡар. гәрсә. К Ғәрсә уның мөхәббәте беҙҙең яҡта. М. Өмөтбаев.
ҒӘРШЕ КӨРСИ [ғәр. ıP>] (Р: «Седьмое небо» (трон бога)', И.: welkin; T: arş) и. дини.
Күк тәхете, күктең иң юғары ҡаты. □ «Седьмое небо» (трон бога).
ҒӘРӘБИӘТ [ғәр. <*>>] (Р: арабистика; И.: Arabic studies; T.: arabiyat) и.
Ғәрәп теле һәм әҙәбиәте. □ Арабистика. Ғәрәбиәт дәрестәре. Ғәрәбиәт теле. ■ Йәш ғалимдың ғәрәбиәт буйынса белеме бик камил ине. Ә.-З. Вәлиди.
ҒӘРӘП (ғәрәбе) [ғәр. (Р: араб; И.: Arab; Т.: Агар) и. этн.
Көньяҡ-көнбайыш Азия һәм Төньяҡ Африканың ғәрәп илдәрендә йәшәгән халыҡтарҙың ҙур төркөмө һәм шул төркөмгә
312