ҒӘРӘСӘТЛЕ
ҡараған халыҡтың бер кешеһе (сәмит телдәренең береһендә һөйләшә). □ Араб./ Арабский. Бәдәүи ғәрәбе. Ғәрәп теле. Ғәрәп ҡатыны. ■ Унда автор иң элек Әхмәт ибн Фаҙлан, Иҙриси, Ибн Сәғит, Димашҡи кеүек ғәрәп сәйәхәтселәренең башҡорттар тураһындағы яҙмаларына туҡтала һәм боронғо Башҡортостандың сиктәрен билдәләй. Ғ. Кейеков. Яуҙар сабып, мәжүси ғәрәптәр еренән үткәндә, мосолмандар сепрәк-сапраҡ эленгән ағастар күреп ҡала. Башҡортса дини календарҙан.
ҒӘРӘП АТЫ (Р.: арабская лошадь; И.: Arab horse; T.: Arap atı) и. зоол.
Бик боронғо тоҡомло менге ат. □ Арабская лошадь. Яҡшы тоҡомло ғәрәп аттарын һатып алыу.
ҒӘРӘП ГРАФИКАҺЫ (Р: арабская графика; И.: Arab graphics; T.: Arap yazısı) и.
Яҙыуы, шрифы ғәрәп теле алфавитына нигеҙләнеп, башҡорттарҙа латин яҙыуына ҡәҙәр ҡулланылған яҙыу системаһы.
□ Арабская графика. Ғәрәп графикаһындағы ҡулъяҙма. Ғәрәп графикаһында яҙылған. Ғәрәп графикаһы алфавиты.
ҒӘРӘПСӘ (Р: по-арабски; И.: in Arab; T.: Arapça) р.
1. Ғәрәп телендә. □ По-арабски, на арабском. Ғәрәпсә ацлау. Ғәрәпсә белеү. В ...Хаттар, хаттар, атай хаттары. Ғәрәпсә, латинса, яңыса ла аҡ ҡағыҙға түккән аһтары... Р. Ғарипов. Был иман шарттарын (ғәрәпсә — рөкөндәрен) һәр мосолманға яттан белеү фарыз. Интернет селтәренән. Ҡайһы берҙәре ятҡа бикләп алынмаған — китаптарымды сығарып, ғәрәпсә, башҡортса махсус доғаларҙы уҡыйым. Интернет селтәренән.
2. Ғәрәптәр кеүек, ғәрәп халҡына хас.
□ Как арабы, по-арабски. Ғәрәпсә бейеү. Ғәрәпсә кейенеү.
ҒӘРӘП ЦИФРҘАРЫ (Р: арабские цифры; И.: Arabic numerals; T.: Arap rakamları) и. йыйн.
Урта быуаттарҙа ғәрәптәрҙән алынып, хәҙерге көндә киң таралыш алған, шул уҡ ваҡытта беҙҙә лә ҡулланылған цифрҙар, һан
тамғалары. □ Арабские цифры. Һандарҙы ғәрәп цифрҙары менән күрһәтеү мотлаҡ.
ҒӘРӘСӘТ [ғәр. (Р: ураган; И.:
storm; hurricane; T.: fırtına) и.
1. Бик көслө ел-дауыл. □ Ураган, буря. Көҙгө ғәрәсәт. Көслө ғәрәсәт. Яҙғы ғәрәсәт. Ғәрәсәт ҡубыу. ■ Ғәрәсәттәр тына. Ҡояш балҡый, тау һырттары нурға мансыла. С. Ғәбиҙуллин. Офоҡтар әйҙәй, бына мин юлдарға сығам тағы. Әллә ғәрәсәт тыныр мәл, әллә башланыр сағы? С. Ғәбиҙуллин.
2. күсм. Зил-зәбәр килгән оло бола.
□ Бунт, беспорядок. Ғәрәсәт ҡуптарыу, һуғыш ғәрәсәте. ■ Ил яҙмышы ҡалғас бер мәл ҡыл өҫтөндә, ғәрәсәттәр уйнағанда ил өҫтөндә, әлеге шул фидаиҙар кәрәк булды, ҡара көскә ҡаршы торор терәк булды. Р. Шәкүр. Тыуған ерҙе һаҡлай алһам ине ғәрәсәттәр килгән сағында. X. Кәрим.
3. дини. Дини ҡараш буйынса, әхирәт көнөндә барлыҡ халыҡ ҡуҙғалышып, зыҡ ҡубып йыйыла торған урын, ер, майҙан.
□ Место сбора в Судный день. ■ [Сабир мулла:] Сығып китеп бара торғас, бик күп халыҡ күрҙем: дөйә, ишәк, үгеҙ, һарыҡҡа атланғандар. Ғәрәсәтме әллә тип торһам, .. сират күперенең төбөндә сират көтөп торалар икән. Б. Ишемғол.
4. диал. Үтә һыуыҡ. □ Страшный холод.
ҒӘРӘСӘТ ҠАЛҠЫУ (ғәрәсәт ҡалҡ-) (Р: подниматься (о буре, урагане)', И.: scandal; T.: fırtına çıkmak) ҡ.
1. Көслө дауыл күтәрелеү. □ Подниматься (о буре, урагане). ■ Икенсе көн ғәрәсәт ҡалҡҡас, ҡатындар кер йыуыу «гөнаһ »ын шунда уҡ иҫкә төшөрҙө. Интернет селтәренән.
2. күсм. Тауыш, ғауға сығыу. □ Подниматься (о шуме, гаме, скандале). В Уныһы [Тәлғәт I дауахана карауатына һуҙылып ятҡан. Ел-дауыл ҡубыр, ғәрәсәт ҡалҡыр тип һис тә уйламағайны. Р. Камал.
ҒӘРӘСӘТЛЕ (Р: ураганный; И.: hurricane; T: kasırga) с.
1. Күҙ асҡыһыҙ ҡар-буранлы, ел-ямғырлы, көслө дауыллы. □ Ураганный. Ғәрә
313