ҒӘРӘСӘТ МАЙҘАНЫ
сәтле көн. ■ Ғәрәсәтле дауыл ҡапыл ҡупты далала, ышыҡланыр бер урын юҡ яҡын арала. М. Сиражи. • Холоҡһоҙ ҡатын — ғәрәсәтле көн. Әйтем.
2. кусм. Ҙур ҡуҙғалыш булған, оло болалы. □ Бурное время. ■ Ғәрәсәтле саҡта тыуғандар беҙ булманыҡ һуғыш ҡырында, окоптарҙа тугел, өйҙәрҙә ҡалтырандыҡ ҡышҡы буранда. С. Ғәбиҙуллин.
ҒӘРӘСӘТ МАЙҘАНЫ (Р.: Арасат; И.: Doomsday hubbub; T.: Arasat) и. дини.
Дин буйынса, теге донъяла кешеләрҙең Алла хөкөмөнә йыйылыу урыны. □ Арасат (название места, в котором, согласно исламу, соберутся все восставшие из мёртвых в день страшного суда). ■ Әгәр ҙә ата-әсә аҙ ғына әһәмиәт итмәй, баланың аҙашыуына сәбәпсе булһалар, ғәрәсәт майҙанында яуап вә олуғ ҡурҡыныслы хөкөм аҫтында ҡаласаҡтар. Р. Фәхретдинов.
ҒӘРӘФӘ [ғәр. (Р: канун мусульманского праздника; И.: Moslem fast eve; T.: arife) и. дини.
Зөлхизә айының туғыҙынсы көнө, Ҡорбан ғәйете алды; әрәпә (ғәрәфә көнөндә Аллаһы Тәғәлә алдында намаҙ уҡыла). □ Канун мусульманского праздника Ураза-байрам и день накануне праздника жертвоприношения. ■ Ғәрәфә — Ҡорбан ғәйете алдынан бөтә хажиҙарҙың Ғәрәфәт тауында тора торған көнө. Башҡортса дини календарҙан.
ҒӘРӘФӘ КИСЕ (Р: арафа; И.: Moslem feast eve; T.: arife gecesi) и. дини.
Ҡорбан ғәйете һәм Ураҙа ғәйете алды кисе. □ Арафа (предпраздничный вечер перед мусульманским праздником). ■ Ғәрәфә кисе, ғалимдарҙың билдәләуенсә, — ул тәулек Рамаҙан шәрифтең егерме етенсе кисе. Интернет селтәренән.
ҒӘРӘФӘ КӨНӨ (Р: день накануне праздника жертвоприношения; И.: Kurban Bayram’s eve; T.: arife öncesi) и. дини.
Ҡорбан байрамы булаһы көндөң алдағы көнө. □ День накануне праздника жертвоприношения. ■ Бында Ғәрәфә көнөндә ха
жиҙарҙы хеҙмәтләндереу алымдары яңынан бер тәртипкә килтерелә. С. Суҡбаев.
ҒӘРӘФӘТ [ғәр. и. дини. (баш хәреф менән) ҡар. Ғәрәфә тауы.
ҒӘРӘФӘ ТАУЫ (Р: Арафат; И.: Saint mount; T.: Arafat) и. дини.
(баш хәреф менән) Ҡорбан ғәйете алдынан хажиҙарҙың йыйылып хаж ҡылыу урыны. (Мәккәи-Мөкәрәмә эргәһендәге тау менән уҙәндең атамаһы). □ Арафат (священный холм около Мекки, место паломничества ).
ҒӘРӘФӘТКӘ ТӨРОУ (ғәрәфәткә тор-) (Р: исполнение религиозных обрядов; И.: beform Moslem religious rites; T.: namaz kılmak) ҡ.
Хаж ҡылыу, намаҙ уҡыу. □ Исполнение религиозных обрядов, паломничество. Ғәрәфәткә тормаған осраҡта, нәҙер ураҙаһы тотоу фарыз. ■ Ғәрәфәткә тороу — хаждың төп йолаһы. Башҡортса дини календарҙан.
ҒӘРӘФӘ ЯЛАНЫ (Р: место сбора хаджи накануне праздника жертвоприношения; И.: Moslem congregation place; T.: Arafat) и. дини.
(баш хәреф менән) Ҡорбан ғәйете алдынан хажиҙарҙың йыйылыу урыны. □ Место сбора хаджи накануне праздника жертвоприношения. ■ Был көндә хаж ҡылған мосолмандар Ғәрәфә яланында тора, теләктәр теләй, Аллаһҡа ялбара, Раббыбыҙҙың исемен зекер итә. Башҡортса дини календарҙан.
ҒӘСИР [ғәр. j^] (Р: трудный; И.: hard; T.: güç, zor) с. иҫк.
Ауыр, ҡыйын, мәшәҡәтле. □ Трудный, тяжёлый. Ғәсир хәл. Ғәсир эш.
ҒӘСКӘР [ғәр. (Р: войско; И.: army; troops T.: asker) и. хәрби.
1. Илдең бөтә ҡораллы көстәре; армия. □ Войско, войска, армия, солдаты. ■ Тик берәуҙән ғәскәр тормаһа ла, йөҙ ҡул өсөн тугел бер ҡорал. Мең ғаләмдә рухташлыҡты ләкин һаҡлап килә беҙҙең бер Урал. X. Назар. Атаһы — волость старшинаһы Юлай Аҙналин Рәсәй империяһы ғәскәре соста-
314