ҒӘСКӘРИ
вында Польша походтарына киткәндә уның вазифаһын утәу ун һигеҙ йәшлек Салауатҡа йөкмәтелә. Н. Асанбаев. Старшина булараҡ, Шәриф Кейеков 1773—1775 йылғы ихтилал ваҡытында уҙенең отряды менән батша ғәскәрҙәре яғында сығыш яһай һәм курһәткән «батырлыҡтары» өсөн уҙ исеменә яҙылған алтын миҙал, алтын ялатҡан ҡылыс һәм дворянлыҡ дәрәжәһе ала. М. Нәҙерғолов. 1774 йылдың 25 ноябрендә әбей батша ғәскәрҙәре тарафынан Салауат тотҡонға әйләнә. Н. Асанбаев.
2. Ҡораллы көстәрҙең айырым бер төрө, бүлеге. □ Войско, войска. Атлы ғәскәр. Йәйәуле ғәскәр. Сик буйы ғәскәрҙәре. ■ Улай ҙа итеп ҡарай, былай ҙа итеп ҡарай, шул саҡта беҙҙең ғәскәрҙәр Паулюс ғәскәрен ҡамай. Бәйеттән. Оло ғына, һай, юлдан ғәскәр килә, арғымыҡтарын да уйнатып. Оло ғына, һай, юлдан Бугәс килә, дошман ғәскәрҙәрен, шул, ҡыйратып. Халыҡ йырынан.
3. иҫк. Ҡораллы көстәрҙә хеҙмәт иткән кеше; һалдат. □ Солдат, рядовой. ■ Ошо уйынды уйнаусы шәкерттәр, ике синыфҡа айырылып, ике мәмләкәттең бер-бере менән һуғыш хәлендә булған ғәскәрҙәргә оҡшайҙар. Р. Фәхретдинов. Ашығыс рэуештә Йо-софто губерна шәһәренә алдырғандар ҙа ҡаратҡандар вә, ғәскәр итеп хеҙмәт өсөн, Сибириәгә оҙатҡандар. Р Фәхретдинов. Һөләймәнде ике яғынан ике ғәскәр тотоп, батшаға алып килгән. Әкиәттән. Ете мең ғәскәрҙәре беҙгә плен ҡалдылар. Бәйеттән. Полководец Салауат Юлаев (бик хаҡлы рэуештәуны шулай атап йөрөтәләр) ғәскәрҙәре ҡәлғәләрҙе, ҡалаларҙы ҡамай, Ырымбур, Ҡазан губерналарында меңдәрсә кешеләрҙе ихтилалсылар сафына баҫтыра, бик: куп алыштарҙа империя ғәскәрҙәрен тар-мар итә, ҡыйыу һәм көтөлмәгән, иң мөһиме, тактик яҡтан оҫта уйланылған һуғыштарҙа еңеп сыға. Н. Асанбаев.
4. һөйл. Ниндәйҙер маҡсатта тупланған ҙур төркөм, халыҡ. □ Коллектив людей, народ. Халыҡ куп, ғәскәр булып килә.
ҒӘСКӘР БАШЛЫҒЫ (Р: командую щий армией; И.: army commander; T.: komutan) и. хәрби. һөйл.
Сәрғәскәр, командир. □ Командующий армией; командарм, командующий войсками. ■ Донъяла ер йөҙөн тотош яуҙар менән ҡаплаған, миллиондарса халыҡтарҙың яҙмышы менән уйнаған, илдәрҙе дер һелкеткән, бөтә ғаләмде яулап алырға хыялланған Искәндәр һәм Наполеон кеуек бөйөк ғәскәр башлыҡтары, императорҙар булған. Н. Асанбаев. Салауат Юлаев яугир, мәшһур ғәскәр башлығы булыу менән бергә, башҡорт халҡының донъяға улемһеҙ шиғырҙар һәм йырҙар буләк иткән шағиры ла бит әле. Н. Асанбаев.
ҒӘСКӘР БАШЫ и. хәрби. һөйл. ҡар. ғәскәр башлығы. • Ғәскәр башы ғәҙел булһа, дошман аяҡ аҫтында. Әйтем.
ҒӘСКӘРҘӘРСӘ (Р: по-военному; И.: soldierly; T.: askerce) р.
Хәрбиҙәрсә, һалдаттарса. □ По-военному, по-солдатски. Ғәскәрҙәрсә итеп сафҡа теҙелеу.
ҒӘСКӘРИ I [ғәр. (Р: военный; И.: war; military; T.: askeri) с.
Ғәскәргә мөнәсәбәтле; хәрби. □ Военный, воинский. Ғәскәри байраҡ. Ғәскәри булек. Ғәскәри тәртип. Ғәскәри тормош. Ғәскәри хеҙмәт. ■ 1882 йылдың 16 ғинуарында Петербургта йәшәусе ғәскәри мулла Хәмиҙулла Халитовҡа яҙған хатында автор уҙенең Ҡазандағы уҡыуы, шәкерт тормошо хаҡында хәбәр итә. М. Нәҙерғолов. Старшиналарға, судьяларға, писарҙарға, старосталарға, башҡорттар ғәскәри булған дәуерҙэге кеуек, ер бирмәҫкә, шулай уҡ арендаторҙар компанияларына ҡатыштырмаҫҡа. М. Өмөтбаев. Зәки ғәскәри кейемдә — шинель, йондоҙло кук бурек кейеп, биленә ҡайыш быуып, сумка тағып ҡайтып инде. С. Агиш. Империяның ут-һыуҙарҙы кискән, А. В. Суворов ҡарамағында Польша походтарында ҡатнашҡан тәжрибәле офицерҙары Салауаттың хәрби маһир
315