Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 316


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ҒӘСКӘРИ
лығын, ғәскәри талантын һәм полководец һәләтен юғары баһалаған. Н. Асанбаев.
ҒӘСКӘРИ II [ғәр. (Р.: военнослужащий; И.: soldier; T.: asker) и.
1. хәрби. Хәрби хеҙмәткәр. □ Военнослужащий, военный; рядовой, солдат. Урамдан йәшел кейемле ғәскәриҙәр утеп китте. ■ Революцияның көслө тулҡындары ғәскәриҙәрҙең йөрәктәренә бәреп керҙе. М. Ғафури.
2. шахм. Шахмат пешкаһы (шахмат таҡтаһында бер шаҡмаҡ алға ғына йөрөй алған иң бәләкәй фигура). □ Шахматная пешка. Ғәскәри менән бер шаҡмаҡ алға сығыу.
ҒӘСКӘРИ БУЛЫУ (ғәскәри бул-) (Р.: быть военнообязанным; И.: be a person liable for call up; T.: askeri olmak) ҡ.
Ғәскәрҙә хеҙмәт итеү. □ Быть военнообязанным. ■ Ғәскәри хеҙмәттә булыу, бигерәк тә ата-бабаларыбыҙҙыц байтаҡ йылдар казачий сословиела торған йылдарында, милләтебеҙҙе бар донъяға таныта, уны данлы халыҡтар рәтенә индерә. Интернет селтәренән.
ҒӘСКӘРИ ИДАРАЛЫҠ (идаралығы) (Р: военное управление; И.: military administration; T.: askeri idare) и. хәрби.
1. Ғәскәр менән идара итеү органы. □ Военное управление. Ғәскәри идаралыҡ органы.
■ Юғиһә ғәскәри идаралыҡтар бөтөрөлөр алдынан хәрби турәләр, башҡорттарҙы иген игеу, баҡса уҫтереу менән шөғөлләнеуҙә ғәйепләп, кинәттән тән язаһына тарттыра башланылар. М. Өмөтбаев.
2. Идаралыҡ итеүҙең формаһы. □ Форма управления.
ҒӘСКӘРЛЕК (ғәскәрлеге) (Р: служба;
И.: recruiting; T.: askerlik) и. хәрби.
Хәрби хеҙмәт, ғәскәр. □ Служба, солдатчина, военщина. / Воинский, призывной.
■ Һуҙҙе инде ҡыҫҡа һәм асыҡ итеп әйшәмен: миндә өйләнеу фекере бар: ғәскәрлеккә ҡаралып, бөтөнләй ҡотолоп ҡалдым. Р. Фәхретдинов. «Йософ ғәскәрлек хеҙмәтенән хәйлә менән ҡалды», — тип ғариза бирҙергән дә,
шул ғариза артынан йөрөп, нәтижәһен дә сығартҡан. Р. Фәхретдинов.
ҒӘСӘЛ [ғәр.-фарс. и. иҫк. ҡар. бал I,
1. Татлы ғәсәл. Әсе ғәсәл. Ҡорт ғәсәле.
ҒӘСӘЛ ҠОРТО и. иҫк. ҡар. бал ҡорто 1.
К Ғәсәл ҡорто кеуек, тауышың вәзен ит. М. Өмөтбаев.
ҒӘҪРӘТ [ғәр. Lfc] (Р: спотыкание; И.: stumbling; T.: düşme) и. иҫк. кит.
1. Кемдеңдер эләгеп һөрлөгөүе, тәгәрәүе.
□ Спотыкание, падение. ■ Майҙанда ул [Фазыл] сығарҙы артыҡ ғәйрәт, бәйгелә уҙғандарҙан сыҡты ғәҫрәт. М. Аҡмулла.
2. кусм. Яңылышлыҡ, хата. □ Ошибка; оплошность. Ғәҫрәт эшләу.
ҒӘТЕРШӘ [фарс. (Р: духи; И.: scent; T.: ıtır) и. иҫк. кит.
Еҫле май, хушбуй. □ Духи; эссенция, ароматическая специя. Тәмле ғәтершә еҫе.
ҒӘТЕРШӘ ГӨЛӨ (Р: вика душистая; И.: odorous flower species; T.: fiğ) и. бот.
Хуш еҫле, тәмле еҫле гөл; еҫле гөл. П Вика душистая (лат. Vicia). Ғәтершә гөлөнөң еҫе бөркөлдө.
ҒӘТЕРШӘ МАЙЫ (Р: душистое масло; И.: perfume; T.: ıtır) и. иҫк. кит.
Хуш еҫле май; хушбуй. □ Душистое масло; духи. ■ Тауар бар, шәкәр бар! Француз яулыҡ, сәмсәле итек! Баҙыян, ҡәнәфер, ғәтершә майы! К. Мәргән.
ҒӘТЕФ [ғәр. (Р: склонность; И.: ascription; T.: atıf) и. иҫк. кит.
1. Йүнәлеш, боролош. □ Склонность, поворот. / Склонный. Балаларға ғәтеф мин.
2. Ыңғай мөнәсәбәт, мәрхәмәтлек, шәф-ҡәтлек. □ Благосклонность, благоволение, милость, симпатия. / Благосклонный, милостивый. Куңелем ғәтефе.
ҒӘТЕФ ИТЕҮ (ғәтеф ит-) (Р: повернуться лицом; И.: face smb / smth; T.: bakmak) ҡ. иҫк.
Йөҙ йүнәлтеү, йөҙҙө бороу, әйләндереү.
□ Повернуться лицом, обращать взор. ■ Фәтех Кәрими файҙалы эштәр ғәтеф итә. Ш. Бабич.
316