Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 318


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ҒӘФИФӘНӘ
ҒӘФИФӘНӘ [фарс.-ғәр. (Р.:
скромно; И.: modestly; T.: afifâne) р. иҫк. кит.
Насар уйҙарҙан йыраҡ тороп, сафлыҡ менән, паклыҡ менән. □ Скромно, честно, откровенно. Ғәфифәнә көлгән сактар. Ғәфи-фәнә һөйләшә. Ғәфифәнә әйтә.
ҒӘФИӘТ [ғәр. <#^1 (Р: здоровье; И.: health; T.: afiyet) и.
Иҫәнлек, һаулыҡ, сәләмәтлек, именлек.
□ Здоровье, сила, благополучие. Килер көндәр ғәфиәт булһын.
ҒӘФИӘТЛЕ (Р: здоровый; И.: healthy; robust; T.: afiyetli) с. иҫк.
Иҫән, һау, сәләмәт, имен. □ Здоровый, сильный, благополучный. ■ [Мәрйәм ханым — Зәйнәпкә:] Һин намыҫлы, әҙәпле булдың, ошо намыҫыңды юғалтма, әҙәпле бул, ғәфиәтле бул. А. Таһиров.
ҒӘФЛӘТ [ғәр. (Р: беззаботность; И.: nonchalance; T.: gaflet) и.
1. Ғәмһеҙлек, вайымһыҙлыҡ, моңһоҙлоҡ.
□ Беззаботность; безразличие, инертность. Ғәфләт баҫыу. ■ Баҫып ғәфләт йыраҡ ҡалдыҡ ирәндәр. М. Өмөтбаев. Фәрештәләр өнһөҙ... Ғәфләт баҫа... Иман ҡаса... булып язаһы, килмәҫ тимә тотош милләтеңә ата улды ерләү ғазабы. X. Назар.
2. Наҙанлыҡ, аңһыҙлыҡ. □ Невежество, безграмотность. К һигеҙенсе йөҙ йылдың һуңғы яртыһы. Иҙел, Урал буйҙарындағы татар, башҡорттар бик тәрән ҡараңғылыҡта сикһеҙ ғәфләттә йәшәй. М. Ғафури. Хатабыҙҙы күргән юҡ, наҙанлыҡты белгән юҡ, быға һис ҡайғырған юҡ — ғәфләт баҫҡан дуҫтарым! Ғ. Кейеков.
ҒӘФЛӘТ ИТЕҮ (ғәфләт ит-) (Р: проявить беспечность; И.: be unwary; T: gaflet etmek) ҡ.
Ғәмһеҙлек, вайымһыҙлыҡ күрһәтеү.
□ Проявить беспечность, беззаботность. ■ Шуның өсөн был көндөң әҙерлеген күреү, әлбиттә вә әлбиттә, кәрәк буласаҡ. Ғәфләт итмәйек вә әҙерлекте күрәйек! Р. Фәхретдинов. Ата-әсә бала хаҡында иғтибарлы булыу, тоғро юлға күндереү ижтиһадын һалыу кәрәк. Был турала аҙ ғына ғәфләт
итеү ҙә ярамай. Р. Фәхретдинов. Әммә ҡайғыларҙың бер-беренә тоташып килеүҙә-рен күрһәләр, ғәфләт итмәй, өмөтһөҙлөк хәлдәренә төшәләр, донъяла үҙҙәре генә шундай олуғ ҡайғыларға сумғандар, тип, зан итәләр. Р. Фәхретдинов.
ҒӘФЛӘТ ЙОҠОҺО (Р: очень глубокий сон; И.: woolgathering; T.: gaflet uykusu) u.
1. Иҫһеҙ, ҡаты йоҡо. □ Очень спокойный, глубокий сон. ■ Шу л ғәфләт йоҡоһолор инде, былар бер нәмә тоймай, ә юлбаҫарҙар Аҡназарҙың .. аттарын ала ла урманға ҡасалар. Әкиәттән.
2. Иғтибарһыҙлыҡ, хаҡһыҙлыҡ, ғәмһеҙлек. □ Беспечность, беззаботность. ■ Өй тауығы һымаҡ ихатала ғына ғүмер һөргән Зөлхизә был көндәрҙә үҙен ғәфләт йоҡоһонан уянған кеүек хис итте. Г. Яҡупова.
ҒӘФҮ [ғәр. (Р: прощение, извинение, помилование; И.: forgiveness, pardon; T.: af) и.
Кемдеңдер ғәйебен кисереү; ярлыҡау, язаһыҙ ҡалдырыу. □ Прощение, извинение, помилование. Ғәфү һорау. Ғәфү-ғәфү, — тине ул.
ҒӘФҮ ИТЕҮ (ғәфү ит-) (Р: простить; И.: pardon; T.: af etmek) ҡ.
Ярлыҡау, кисереү. □ Простить, извинить, помиловать. ■ Ғәйебемде ғәфү ит, минән риза булһаңсы мәңге, һинән башҡа бер кемгә лә мохтажлығым ҡалманы. 3. Шәмсетдин. Килешмәгән ере булһа, ғәфү итеүегеҙҙе үтенәм, ғәфү итегеҙ, йәш егеттәр, ҡатын-ҡыҙҙар, ағайҙар, ғәфү итеү — ирлек, тип әйтеп киткән бабайҙар. Бәйеттән. Нишләргә һуң?Ярай. Хуш. Ғәфү ит. Бөгөн тиеп булмай кисәне. Р Ғарипов. Яҙмышҡайым, — утһың, минән башҡа юҡһың, ғәфү итсе, ҡабат яналмам. М. Хисамова. Бәлки, әсәйең бер килеп, мине ғәфү итер, берәй ваҡыт минең елғыуар Закирйәнем дә ҡайтып төшөр, ә? Ф. Аҡбулатова.
ҒӘФҮ ИТЕҮСЕ (Р: прощающий; И.: pardoning; T.: gaffar) и.
Ғәйепте, кәмселектәрҙе кисергән кеше. □ Прощающий. ■ Олуғ әҙәмдәрҙән бере: «Халыҡтарға ҡатнашып йөрөүемә илле
318