ҒӘШҮРӘ көнө
(баш хәреф менән) Дини байрам (беренсе мөхәррәм айының унынсы көнөндә үткәрелә). □ Праздник Гашуры (религиозный праздник, десятый день первого месяца мухаррам). Ғәшүрә байрамында мосолмандар ураҙа тоталар. ■ Ғәшүрә байрамында бирелгән бер бөртөк саҙаҡа өсөн Аллаһ Өхөд тауы ҙурлыҡ әжерен әҙерләй, тигән һүҙҙәр ҙә бар. Башҡортса дини календарҙан.
ҒӘШҮРӘ КӨНӨ (Р.: день Гашуры, десятый день месяца мухаррам; И.: Saint Gashura day; T.: Aşura günü) и. дини.
(баш хәреф менән) Дини байрам (Мөхәррәм айының унынсы көнө, ярлыҡау һәм үтенеү көнө, матәм төҫөн ала). □ День Гашуры, десятый день месяца мухаррам (день помилования и прощения, обретает смысл траура). ■ Ғәшүрә көндәрендә тотҡан ураҙа бик сауаплы, ул йыл буйы эшләнгән гөнаһтарҙы ярлыҡауға сәбәп була, ти. Әгәр бер кеше Ғәшүрә көнөндә балаларына һәм йәмәғәтенә изгелек ҡылһа, яҡшы
кейемдәр кейҙерһә, ләззәтле ризыҡтар ашатһа, Аллаһы Тәғәлә ул кешегә һәм уның балаларына киләсәк Ғәшүрә көнөндә муллыҡ бирер, тереклектәре һәм ризыҡтары киң булыр. Һис мохтажлыҡ күрмәҫ. Башҡортса дини календарҙан.
ҒӘЮР |ғәр. (Р.: очень старательный; И.: very assiduous; T.: gayur) с. иҫк.
Бик тырыш, ғәйрәтле, сәмле. □ Очень старательный. Ғәюр бала. Ғәюр уҡыусы.
ҒӘЮРАНӘ [фарс.-ғәр (Р: очень старательно; И.: with much industry; T: gayurane) р. иҫк.
Бик тырышып, ғәйрәтләнеп. □ Очень старательно. Ғәюранә йәшәү. Ғәюранә маҡсатҡа ирешеү.
ҒӘЯН [ғәр. û^j с. иҫк. кит. ҡар. ғаян. ■ Ошо донъя дәүләте, ғәян булыр был эште, булһа әнкәм иптәше. 3. Шәмсетдин.
ҒӘЯН ИТЕҮ (ғәян ит-) ҡ. иҫк. кит. ҡар. ғаян ҡылыу. ■ Шәриғәттән ғәян иттем, ҡолаҡ тотоп һиңә әйттем. Бәйеттән.
Д
Д [дэ] (Р: шестая буква башкирского алфавита; И.: the sixth letter of the Bashkir alphabet; T.: Başkurt alfabesinin altıncı harfi)
Башҡорт алфавитының алтынсы хәрефе, шартлаулы, яңғырау, тел алды — теш [д] тартынҡы өнөн билдәләй. Ҙур (баш) хәреф — Д, бәләкәй — д формаһында яҙыла. Нумерацияла ҡулланыла. □ Шестая буква башкирского алфавита. Д өлөшө, д) пункты. Д-ны билдәләү.
ДА I (Р: и; И.: and; T.: da) терк.
1. Һөйләмдәге ике тиң киҫәкте йәки һөйләмдәрҙе бер-береһенә теркәй; ла (I). □ Союз соед. И, да, также. Урманда тик ҡайын да уҫаҡ. ■ Ҡарас барымтасыларҙың башлығы алдына сығып туҡтаған да ҡобайыр менән былай тип әйткән, ти. «Ҡарас менән Аҡша». Үҙе сәсән булып, Байыҡ атаһынан йәшләй айырылған, ил гиҙгән; үҙ алдына көн
иткән Тайыбы Аҙналы тархандың ҡыҙын урлаған да был диярҙа тормаған, ҡаҙаҡ араһына тайған. Ҡобайырҙан. Ҡыҙҙар матур күлдәк кейә, ҡыҙылын да йәшелен. Халыҡ йырынан.
2. Ҡабатланып йәки ҡушарлап килгән ике ҡылымды, исемде һ. б. теркәп, уларҙың мәғәнәләрен көсәйткән һүҙбәйләнештәр яһай. □ Союз соед. И, да, да и только. Сапҡан да сапҡан, йән-тиргә батҡан. ■ Алыҫтан ҡарайып күренгән тулҡын да тулҡын тигәнем — көтөүселәр өйөргән йылҡы микән? — тигәнем. «Байыҡ Айҙар сәсән». Ирҙе лә илдән биҙҙергән, өлгөһөҙ тун кейҙергән, атаны ла тирләткән, етемде лә тиргәшкән, илде тулғаҡ тотторған, күптән малын көттөргән яман да яман бей яман. «Бер тигәс тә ни яман?»
3. Эҙмә-эҙлекле эш-хәрәкәтте, һөҙөм-тәлелекте белдергән ике хәбәрҙе теркәй.
320