Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 321


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ДА
□ Союз coed. И, да. Алһын да барһын. Барам да әйтеп һалам. Өйҙә торған да ҡалған.
■ Осоп ҡына килгән ҡыр ҡаҙынан: «Баламды курмәнеңме?» — тиеп һораным. «Ҡыйғаҡ-ҡыйғаҡ, балаң ҡайтмай», — тигәс, ултырҙым да ҡысҡырып иланым. Бәйеттән.
4. Үҙ-ара ҡаршылыҡ мөнәсәбәттәрендә булған ике тиң киҫәкте йәки һөйләмде теркәй. □ Союз противит. Но. Кусенеуен кусеп ултырған да, ҡуршеһен яратмаған.
5. Тиҙ генә, шунда уҡ. □ И быстренько, и тут же, сейчас же. Өйгә ҡайтайым да киләйем.
6. Үҙ-ара сәбәп мөнәсәбәттәрендә булған ике тиң киҫәкте йәки һөйләмде теркәй.
□ Союз соед. Да потому (что), по причине. Китабымды юғалтҡайным да, шуға әйтәм.
ДА II (Р.: и; И.: and; T: da) киҫ.
1. Баҫым яһап, үҙе эйәреп килгән һүҙҙең йәки һүҙбәйләнештең лексик йәки грамматик мәғәнәһен көсәйтә; ла. □ Част. у сил. (употребляется для выделения слова, за которым следует). И, тоже, также.
■ Ул серле ағас [сәтләуек ҡыуағы] минең дә, Хоҙайҙың да телен аңлай төҫлө. М. Кәрим. Яңыраҡ бер бабай [Етембайға], Салауат батырҙың улы икәнеңде онотма, ул да, олатайың да тере, тип әйтеп китте. Б. Рафиҡов. Ҡыҙҙың һөйөуе куктә иҫкән йылғыр елдәрҙән дә көслөрәк, ҡанатлы ҡоштарҙан да иреклерәк булған. «Мәргән менән Маянһылыу». [Рафиҡ] бер көндө ҙур ғына форматлы фотоҡағыҙға уҙенең дә, Линараның да һурәтен төшөрҙө, ситтәрен семәрләп биҙәне: кул уртаһында ике аҡҡөш бер-береһенә ҡаршы йөҙә. Л. Яҡшыбаева. • Айҙың да йондоҙо бар. Мәҡәл.
2. Бер төшөнсәне бүтән тиң төшөнсәләрҙән айырып, баҫым яһай. □ Част. усил. (употребляется для выделения слова в ряду других однородных). И, тоже, также. ■ Хан башын да ер йотҡан, Тәфкиләуҙе лә ер упҡан, Шағәлене лә ҡуймаған, уның башына ил еткән, Аҙналыны ла аҙаҡтан янаралы эт иткән. «Байыҡ Айҙар сәсән». Тау ярған да халыҡ булыр, таш ярған да халыҡ булыр.
Әйтештән. Ҡурғаштан да тосораҡ ауыр-һәлмәк бар микән? Әйтештән. Ай Уралтау, Уралтау, Урал тигән данлы тау,.. йырсыһын да уҫтергән, батырын да уҫтергән; батырға йәр булырҙай ҡыҙҙарын да уҫтергән; ҡурайын да уйнатҡан, ҡыҙҙарынан йырлатҡан;.. бик куптәнге Уралтау. «Ай Уралтау, Уралтау».
3. Айырым төшөнсәне дөйөм хәлгә бәйләп, мәғәнәгә баҫым яһай. □ Част. усил. (употребляется для выделения значения слова из общего). Даже, и. ■ Ҡая ташына баҫып, Салауат уйға талған; иптәштәре оранын, яғалай уткән айыуҙың ужарын да тоймаған. «Юлай менән Салауат». Шат йәшәнек, ҡайғыһын да уртаҡлап уткәрербеҙ. Халыҡ йырынан. Уның [Фатиманың] башына төрлө уйҙар килде, ләкин бер уйының да осона сыға алманы, башы әйләнде. Ж. Кейекбаев. • Аҡыллыға ым да етә, ахмаҡҡа туҡмаҡ та аҙ. Мәҡәл.
4. Шарт мәғәнәһе биргән формалар менән берлектә кире һөйләм яһай. □ В сочетании с глаголами в форме условного наклонения образует предложения со значением противопоставления. ■ Бер нисек тә тынғы юҡ далала, бер урында йәбешеп ятмай ку-сеп-ҡунып йөрөһәң дә, тотороҡло урын һайлап, нигеҙ ҡора башлаһаң да ҡурҡыныс. К. Мәргән. • Ҡыйыш атһаң да, тура һөйлә. Мәҡәл. Һигеҙ ҡырлы булһаң да, бер һуҙле бул. Мәҡәл.
5. Ҡушма ҡылымдың ике компоненты араһында килеп, дөйөм мәғәнәне көсәйтә. □ Част. усил. (употребляется между компонентами сложного глагола для выделения общего значения). И. ■ Бейе, бейе, еңгәкәй, бейеуеңә — бер бәрән. Бейей белмәй бейени-һәң, сығарам да ебәрәм. Халыҡ йырынан.
6. Йырҙың һүҙҙәрен көйгә тап килтереү өсөн ҡулланыла. □ Част. усил. (вставляется для рифмы в песнях). И. ■ Баҙыян да менән алманың курһәң ине сәскә ярғанын. Бәйеттән. Ай-ҙар ғынайым да вай-ҙар ғынайым. Халыҡ йырынан. Урал да ғына тауҙың ҡая ташын оя ғына иткән ыласын. Халыҡ йырынан.
11 - 1.0116.12
321