Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 322


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ДА БАҺА
ДА БАҺА (Р.: же, ведь; И.: indeed; T.: işte) киҫ.
Әйтелгән фекерҙе нығыта. □ Част. усил. Же, ведь. ■ [Юлдаш:[Зарифа, ҡайҙа китәһең, тип һорайым да баһа. Ниңә өндәшмәйһең?
3. Биишева. [Мырҙағәле — Алтынбайға:] Бәй-бәй, беҙҙең ауыл кешеһе булып сығаһың да баһа һин улайһа. 3. Ураҡсин. [Ғөбәй:]Йәнә уға ярҙам итеу, бәлә-ҡазаға тарыһа, әрсәләп алыу минең бурыс, әсәй. Ағаһына таянмай, кемгә таянһын. Бер туған ҡустым да баһа. Ә. Хәкимов.
ДАБАҺА киҫ. ҡар. хә. баһа. ■ Ҡарасы, әсәй, бөтөнләй кәбәнгә оҡшатҡан дабаһа был Кинйәбай! — тип сәрелдәй апайым. Н. Мусин. Етмәһә, анау [«йоҡо сулмәге» тип яҙылған ] ҡағыҙ! Маҡтау һуҙе яҙылмаған дабаһа уға! Ә. Хәкимов. Әстәғәфирулла тәубә, аждаһамы тип торам! Һантый Хәлил тағы йәйен алған дабаһа! Й. Солтанов. Ул [ҡатының] минең ҡыҙым дабаһа, — ти әбей. Әкиәттән.
ДАБРА [рус. тавро] (Р.: тавро; И.: brand; T.: damga) и. диал.
Тамға. □ Тавро. Атҡа дабра баҫыу. Һарыҡтың дабраһы.
ДАБЫЛ (Р: молва; И.: rumour; common talk; T: dedikodu) и. иҫк.
Хәбәр, һүҙ, имеш-мимеш. □ Молва, толки, слухи. Дабыл таратыу. Дабыл еткереу.
ДАБЫР (Р: подражание грохоту, громыханию; И.: boom!, bang!; T: gümbür) оҡш.
Ҡатыраҡ йоҡа нәмәгә ҡаты нәмәләр туҡтауһыҙ тейгәндә, бәрелгәндә сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание грохоту, громыханию. Дабыр итеп ҡалыу.
ДАБЫР-ДОБОР (Р: подражание усиленному грохоту, громыханию; И.: bang!; crash!; T: gümbür gümbür) оҡш.
Ҡабат-ҡабат дабыр иткән тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание усиленному грохоту, громыханию. Дабыр-добор итеу. Дабыр-добор килеу.
ДАБЫР-ДОБОР ИТЕҮ (дабыр-добор ит-) ҡ. ҡар. дабырлау. Төндә соланда дабыр-добор иткән тауышҡа уянып киттем.
ДАБЫР-ДОБОР КИЛЕҮ (дабыр-добор кил-) ҡ. ҡар. дабырлау. Өҫкә ҡаттағы куршеләр дабыр-добор килеп йорт йыһаздарын кусерәләр, ахыры.
ДАБЫР ИТЕҮ (дабыр ит-) ҡ. ҡар. дабырлау. Китаптар кәштәнән дабыр итеп килеп төштө.
ДАБЫРЛАТЫУ (дабырлат-) ҡ.
1. йөкм. ҡар. дабырлау, понуд. от дабырлау. Дабырлатып ямғыр яуып утте.
2. кусм. Берәй һүҙҙе, хәбәрҙе таратыу, шаулатыу. □ Распространение слухов, разговоров. Дабырлатып һөйләу.
ДАБЫРЛАУ (дабырла-) (Р.: грохотать; И.: rumble; T: gümbürdemek) ҡ.
Дабыр-добор тигән тауыш сығарыу, дабыр-добор килеү. □ Грохотать, греметь. // Грохот. Дабырлаған тауыштар.
ДАБЫРЛАШЫУ (дабырлаш-) ҡ. урт. ҡар. дабырлау, взаимн. от дабырлау. Балалар өйгә дабырлашып килеп инделәр.
ДАВАЙ [рус.] (Р: давай; И.: come on!; Т: haydi) өндш., һөйл.
1. Өндәү, саҡырыуҙы белдерә; әйҙә. □ Давай. ■ Давай, давай! Һеҙҙән ҡеуәт, минән көс! — тип Ибрай һөсләтергә кереште. М. Кәрим. Давай, давай, атаман, тырышығыҙ, — тип башҡорт сиреулеләренең сыҙамлылығын маҡтап алды [начальник], — тиҙҙән ҡайтаһығыҙ. Ғ. Ибраһимов. Давай, уҙем эшләгән саҡта башлы-куҙле итәм, һин миңә бер туған ҡустым кеуекһең, ти ҙә ҡуя. Д. Бүләков. Һин [Ғәбит], давай, аҡыл һатма. Аҡыл уҙебеҙҙәлә етерлек. М. Ямалетдинов.
2. Талап итеүҙе белдерә; бир. □ Отдай (означает требование). ■ Кендек тә булған икән ҡушамат! — Оятһыҙ нәмә, хатта минең ҡушаматымды кәмһетә. — Һин беҙгә ысынын, ата-бабанан ҡалғанын давай! — ти [Мәулетбай]. М. Кәрим. Һин дә шул мәсьәләне Ныязғол алдына ҡуй, давай, ҡайтар минең еремде, тиң. Һ. Дәүләтшина. Давай, бир асҡысты, киттек! — Батыргәрәй, йәпле мәл килеп сығыуынан файҙаланып, машинаһын эләктереп ҡалырға ниәтләй ине. Р. Солтангәрәев.
322