Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 323


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ДАҒАЛАУ
Д АВ АЙ Л АУ (давайла-) (Р.: требовать; И.: demand (strictly); T.: talep etmek) ҡ. һөйл.
Ҡәтғи рәүештә ниҙелер талап итеү. □ Требовать. // Требование. ■ [Аҙнаев — Ғиззәткә:] Бына бит кеше нисек уҙгәрә, теге саҡта эшкә сыҡмай ҡаршылаша ине, хәҙер килеп, уҙе эш давайлай. Н. Мусин.
ДАВАЙЛАШЫУ (давайлаш-) ҡ. һөйл. урт. ҡар. давайлау. взаимн. от давайлау.
■ Ә тегеһе [Сабир], ай-вайына ҡуймай, давайлаша. Мине кургәйнеләр, шып-шым ҡалдылар. Я. Хамматов.
ДАҒА [боронғо төрки тага ~ таҡа] (Р: подкова; И.: horseshoe; T.: nal) и.
1. Тайыуҙан һәм зарарланыуҙан һаҡлау өсөн ат тояғына таман итеп ҡағыла торған тырнаҡлы тимер. □ Подкова. / Подковный. Ат дағаһы. Даға сөйө. Даға төшөу. ■ Киң беләҙеккә оҡшаған тимер киҫәге малайҙарҙың куҙ алдында тәуҙә ялпайҙы, һуҙылды, унан ҡулсалап бөгөлдө, бер нисә ерҙән тишелде. Куп тә утмәне, ялтлап торған дағаға әйләнде. Ә. Хәкимов. Ат һарайын уратып, кәртә артына сығыу менән Хөсәйен ямғыр уткән тупраҡта ярылып ятҡан даға эҙҙәрен курҙе. Т. Ғарипова. Ҡужай ауылы янында Уй йылғаһы буйындағы бер ташта ҡәҙимге бер даға эҙе бар. Риүәйәттән. • Ат улер — дағаһы ҡалыр, батыр улер — даны ҡалыр. Мәҡәл.
2. Күн аяҡ кейеменең үксәһенә һәм алғы яғының табанына ҡағыла торған йоҡа еҙ, тимер. □ Железная или латунная пластинка, прибиваемая к каблуку и передней части кожаной обуви. Даға ҡаҡтырыу. Еҙ даға.
■ Ҡайһылары уның [Сафураның] кулдәк итәктәре, яулыҡ биҙәктәре, йөҙөк ҡаштары, итек дағаларына тиклем тикшереп, уны еңгәләр араһында иң матурҙарына индереп ҡуйҙылар. Һ. Дәүләтшина. [Амуровтың] итек уксәһенә ҡағылған тимер дағаһының асфальтҡа туҡылдап бәрелгән тауышы алыҫлаша ғына барҙы. Н. Мусин.
3. диал. Аяҡ кейеменең үксәһе. □ Каблук. Бейек даға. ■ Их, килештерә шул [Маһитап]! Сәс урмесендәге ике талир тәңкә п*
бер-береһенә бәрелеп сыңлай, еҙ дағалары зыңҡылдап ҡуя. Ғ. Ибраһимов.
4. миф. Ен-шайтанды, ауырыу эйәләрен ҡурҡытыу көсөнә эйә булған предмет. □ Подкова (мифологизированный предмет, считающийся оберегом от злых сил). Даға табыу. ■ [Кәрим ағай] һинең теге тупһаға ҡаҙаҡлап ҡуйған сихырлы ярты дағаң берәуҙе лә тауарһыҙ кире сығармай. А. Таһиров. «Даға йортоңа бәхет килтерһен тиһәң, ат кеуек егелеп эшләргә кәрәк», — тигән бер аҡыл эйәһе. Л. Гәрәева.
ДАҒАЛАНЫУ (дағалан-) ҡ. төш. ҡар. дағалау, страд, от дағалау. Дағаланған ат.
■ [Әхәт Аҙнаев] ай яҡтыһында гәуһәрҙәй йымылдап ятҡан һыҡыла тимерле сана табанының сыйылдап һыҙғырыуынан, кисә генә дағаланған Ерәнсәйҙең ҡарға керт-керт баҫып ашлауынан куңел дауаһы тапҡандай, ҡымшанмай ҙа килә бирә. Н. Мусин. Әлегә тиклем дағаһыҙ сапҡан йугеректәргә тар, еңел генә даға эшләп, уның аҫтына киндер тоҡтоң септәһен һалып дағаланылар. С. Ильясов. Коридорҙа дағаланған итек кейгән бер жандарм шаҡылдатып баҫып йөрөй. М. Хәй.
ДАҒАЛАТЫУ (дағалат-) ҡ. йөкм. ҡар. дағалау, понуд. от дағалау. Ат дағалатыу.
■ Ат дағалатырға, ыңғырсаҡ ҡанатын йунәттерергә, ағасты этеп йығыу өсөн һөңгө башы — айҡыс эшләтергә килеуселәр тимерлектә байтаҡ йыйылып киткәйне. Н. Мусин. Халыҡ әҙерләнә, аттар дағалаталар, уҡ юналар, башаҡ ҡоялар, һөңгө сукейҙәр. Ғ. Ибраһимов. Дағалаттым туратымды алтын даға-сөй менән. Р. Ғарипов. Кыш булһа, тояҡ менән даға араһына махсус әҙерләнгән ҡаты йоҡа кейеҙ, ә йәй көнө киндер туҡыма һалып дағалаталар ине, тип хәтерләне ул [Шамил бабай]. С. Ильясов. Ике лә туры ат дағалаттым, таш урамҡайҙарҙан тайыр, тип. Халыҡ йырынан. • Сусҡаны алтын менән дағалатһаң да ат булмаҫ. Әйтем.
ДАҒАЛАУ (дағала-) (Р: подковать; И.: shoe; T: nallamak) ҡ.
323