ДАҒАЛАШЫУ
1. Ат тояғына даға ҡуйыу, даға ҡағыу. □ Подковать, прибить подкову. Ат дағалау. ■ Егеттең ала айғырына тун теккәндәр; тояҡтарын берәр ботло ҡорос дағалар менән дағалағандар; теге оҙо-о-он ебәк арҡанды ла йыуып-таҙартып ҡуйғандар. Әкиәттән. Турысайым мендем, ай, дағалап, мин елдерҙем урам яғалап. Халыҡ йырынан. Бай булһаң, менгән атыңды алтын менән дағала! М. Аҡмулла. • Тыумаған тайҙы дағаламайҙар. Әйтем. Ат дағалағанда баҡа ботон ҡыҫтырған. Мәҡәл.
2. кусм. Ауыҙлыҡлау, юл ҡуймау. □ Укрощать, обуздать. // Укрощение, обуздывание. Йәштәрҙе дағалау. ■ Эйәрләш килгән дуҫтарым — кисәге шуҡ буҙ малайҙар — бөгөн, уттай егет булып, ваҡыт атын дағалайҙар, яғалайҙар йыһаныңды. Р. Бикбай. Тегеләр ҙә һуҙҙе һатып алмайҙар: курһәтер әле — шайтандың уҙен тотоп дағаларлыҡ бисә бит ул, тиҙәр. Р. Солтангәрәев.
3. кусм. Бөлдөрөү. □ Разорять. // Разорение. Дағалап ҡайтыу. Дағалап ҡуйыу.
ДАҒАЛАШЫУ (дағалаш-) ҡ. ҡар. урт. дағалау 1. взаимн. от дағалау 1. Ат дағалатыу.
ДАҒАЛЫ (Р: подкованный; И.: with horseshoes on; T.: nallanılmış) c.
1. Даға ҡуйылған, дағаланған (ат тураһында). □ Подкованный, с подковами (о лошади). Дағалы ат. ■ Аттың көҙгө ҡаҡ юлға бәрелеуҙән сыҡҡан дағалы аяҡ тауышына йоҡлаған эттәр уяндылар. Ғ. Хәйри. Дағалы тояҡтарҙан ырғыған ҡар киҫәктәре Алтынбайҙың битенә, тушенә тап-топ бәрелә, куҙен асырға ла ирек бирмәй. 3. Ураҡсин. Миңә .. көмөш дағалы, алтын тәңкәләр тағылған йугәнле арғымаҡ булһын, һинең менән бергә яу сабырға! Н. Асанбаев. • Аҙыҡлы ат арымаҫ, дағалы ат таймаҫ. Мәҡәл.
2. Дағаһы булған, дағаланған (аяҡ кейеме тураһында). □ С железным каблуком, с железной набойкой (об обуви). Дағалы итек. ■ Олатаһы тегеп биргән дағалы ҡара итектәр, туң майға ялтырап, баҫҡан һайын шығырлап торалар. Һ. Дәүләтшина.
Әберсә ҡыҙыл кулдәклеһе, еҙ дағалы сафьян итектәре менән тып-тып итеп ҡыя баҫып, алданыраҡ бара. Ғ. Ибраһимов. Һин, өр-яңы дағалы итектәреңде кейеп, өр-яңы куперҙән беренсе булып утеу урынына, соҡорға осмаҡсыһың. М. Кәрим. [Зәһурә]тәҙрә аша баҡҡан ҡояшҡа ышанып, осло дағалы итек кейеп сыҡҡайны. Ф. Аҡбулатова. Бер башҡорт егете Әтәстау итәгендә мал көткән. Бер ваҡыт уның дағалы итегенең уксәһенә таш йәбешә. Легенданан.
3. миф. Даға эленгән, ҡурсалаулы тип иҫәпләнгән. □ С подковой (прибитой в жилище с обережной целью). Дағалы өй. Дағалы тупһа.
ДАҒАЛЬҒК (Р.: предназначенный для подковы; И.: meant for horseshoes; T.: nal için yeterli) c.
Даға эшләү өсөн тәғәйенләнгән. □ Подковный, предназначенный, служащий для подков. Дағалыҡ тимер.
ДАҒАН и. диал. ҡар. таған 1. ■ Бесәнгә даған ҡуя инек әуәле. Экспедиция материалдарынан.
ДАҒАҺЫҘ (Р: не подкованный; И.: without horseshoes; T.: nalsız) с.
Даға ҡуйылмаған, дағаланмаған (ат). □ Не подкованный, без подковы. Дағаһыҙ ат. Дағаһыҙ тояҡ. ■ Аяҡ аҫты сыптырлап ятҡан бысраҡ, дағаһыҙ аттар тайып-тай-ып китә. Н. Мусин. Селтәрле лә купер, ай, төҙөк юл, дағаһыҙҡай атым бара алмай. Халыҡ йырынан. Бейек тауҙың баштарына дағаһыҙ ат менә алмай. Бәйеттән. • Ат дағаһыҙ булмаҫ, батыр яраһыҙ булмаҫ. Мәҡәл.
ДАҒЫР (Р: подражание громыханию; И.: onomatopoeic word; T.: galdir guldur) оҡш.
Тигеҙһеҙ ҡаты нәмәләр бер-береһенә ышҡылғанда, ҡағылып бәрелгәндә сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание громыханию, тарахтению твёрдых предметов при ударе, при езде телеги по неровной дороге. ■ Ул ваҡытта ат юлы. Арба дағыр ҙа дағыр килә. Үҙебеҙ менән бер йылы әйбер юҡ. Экспедиция материалдарынан.
324