Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 325


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ДАИМИ
ДАҒЫР-ДОҒОР (Р.: подражание повторяющемуся громыханию; И.: sound imitating word; T: galdir guldur) оҡш.
Ҡабат-ҡабат дағыр иткән тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание повторяющемуся громыханию, тарахтению твёрдых предметов при ударе или стуку телеги при езде по неровной дороге. Дағыр-доғор китеп барҙы. ■ Артабан һыуыҡта ҡатып, шулай дағыр-доғор китә лә бара ул [ҡапҡа]. С. Поварисов. Дағыр-доғор арба, урьяҡтарға барма. Үрьяҡтарҙың ҡыҙҙарын килен итеп алма. Халыҡ ижадынан.
ДАҒЫР-ДОҒОР ИТЕҮ (дағыр-доғор ит-) (Р.: громыхать; И.: rumble; lumber; T.: gümbürdemek) ҡ.
Ҡаты нәмәләрҙең тауыш сығарыу ы.
□ Громыхать, тарахтеть. // Громыхание, тарахтение. Дағыр-доғор иткән тауыш. ■ Ултырғыстарҙың, эскәмйәләрҙең дағыр-доғор итеуҙәре, утыҙ-ҡырҡлап кешенең әле генә бер юлы һойләшә башлауҙары, шау-шыуҙар араһында ҡайнашып, Айбикә лә коридорға сыҡты. Һ. Дәүләтшина.
ДАҒЫР-ДОҒОР КИЛЕҮ (дағыр-доғор кил-) (Р: громыхать; И.: rumble; Т.: gümbürdemek) ҡ.
Ҡаты нәмәләрҙең тауыш сығарыу ы.
□ Громыхать, тарахтеть. // Громыхание, тарахтение. Дағыр-доғор килеп emme.
ДАҒЫРЛАТЫУ (дағырлат-) ҡ. йөкм. ҡар. дағырлау, понуд. от дағырлау. Ҡапҡаны дағырлатыу. Арбаһына дағырлатып буш биҙрә элгән.
ДАҒЫРЛАУ (дағырла-) (Р: громыхать; И.: lumber; T.: gümbürdemek) ҡ.
Дағыр-доғор тигән тауыш сығарыу.
□ Громыхать, тарахтеть. // Громыхание, тарахтение. Дағырлап йугереп утеп киттеләр.
ДАҒЫРЛАШЫУ (дағырлаш-) ҡ. урт. ҡар. дағырлау, взаимн. от дағырлау. Дағырлатып утеп киттеләр.
ДАД [фарс. и. ҡар. дат II.
ДАДАН (Р: рамочный улей; И.: Dadan (bee)hive; T.: arı kovanı) и. умарт.
Таҡтанан яһалған дүрткел умарта.
□ Рамочный улей. Дадан умарта. ■ [Кус] йыл һайын ике-өс тапҡыр айыра, Яуымбай уларҙы ҡыш әҙерләп ҡуйған яңы дадандарға яба тора. Н. Мусин. [Свейҙар] өс ерҙә ут яҡҡандар — ярып өйөлгән утынды ғына файҙаланып ҡалмағандар, дадан эшләргә тип ташылған ҡыуыш ағастарҙы ла һөйрәп килтереп утҡа һалғандар. Б. Рафиҡов.
ДАДАН БАЛАУЫҘЫ (Р: листовой воск; И.: wax, beeswax; T.: balmumu) и. умарт.
Табаҡлы әҙер балауыҙ. □ Листовой воск. Сәйгә дадан балауыҙы биреу.
ДАДАН БАЛЫ (Р: выкаченный мёд; И.: extracted honey; T: sağılan bal) и. умарт.
Ҡыуған бал. □ Выкаченный мёд. Дадан балы менән сәй эсеу. Дадан балы дауаһы.
ДАДАН УМАРТА и. умарт. ҡар. дадан.
■ Ҙур ғына аҡлан эсендә рәт-рәт булып зәңгәр, ҡыҙыл, һары буяуға буялған дадан умарталар теҙелеп киткән. Ж. Кейекбаев. [Аҡмалдың] ҡарашы ятҡырып өйөлгән дадан умарталарына төштө — ана уларҙы букән итергә була. Б. Рафиҡов.
ДАДАН ЯБЫУЫ (Р: накидка, покрывающая улей под крышкой; И.: kind of cover for hives; T: arı kovanının kapağı altındaki kap) и. умарт.
Дадандың ҡапҡасы аҫтындағы ябыу.
□ Накидка, покрывающая улей под крышкой. Дадан ябыуы әҙерләу. Дадан ябыуы төрлө температура тәьҫиренән һаҡлай.
ДАИМ [ғәр. р. кар. даими II. ■ Ғали йәнәп солтаныбыҙ мәмләкәтебеҙҙең мәҙәни тәрәҡҡиәтен даим ҡайғыртып тора. Ә. Хәкимов. Был хикәйәт тамам булды ошо урында, даим ырыуҙар ҡырылышҡан бик боронда. Әкиәттән. • Ҡатын булһаң, даим бул. Мәҡәл.
ДАИМИ I [ғәр. (Р: постоянный; И.: constant, regular; T: daimî) с.
1. Һәр ваҡыттағы, туҡтауһыҙ, өҙлөкһөҙ булып торған. □ Постоянный, регулярный. Даими эш. И 100-сө кеуек скважинаға иғтибар бик ҙур булырға, йәғни ул инженер-техник составтың, операторҙарҙың даими контролендә булырға тейеш ине.
325