ДАИМИ
Р. Солтангәрәев. Тәбиғәтте, айырыуса кук йөҙөн, даими куҙәтеу нигеҙендә боронғо кеше кук көмбәҙендә һирәгерәк була торған куренештәрҙе лә (йондоҙ атылыу, «кук ҡабағы асылыу», ҡойроҡло йондоҙ) иғтибарһыҙ ҡалдырмаған. Ф. Нәҙершина.
2. Оҙаҡ ваҡытҡа тәғәйенләнгән, ваҡытлыса түгел. □ Длительный, предназначенный на длительный срок. Даими урын. Даими куренеш. ■ Уның [Нармораттың атаһының] тәхет янындағы даими урыны ла, ун мең кешелек ғәййәр ғәскәре лә икенсе берэугә бирелде. Ә. Хәкимов.
3. Үҙгәрмәй торған, үҙгәрешһеҙ. □ Постоянный, неизменный. ■ Ләкин йөкмәткеһендә ҙур мәғәнә йөрөткән «Таштуғайҡай, һинең кәкугең юҡ — уҙ Уралҡайыма ҡайтайым» йәки «Тыуған илкәйемә ҡайтыр ҙа инем, аяҡтарым талһа ла имгәкләп» тигән юлдар һәр вариант өсөн тиерлек даими. Ф. Нәҙершина.
ДАИМИ II [ғәр. (Р.: постоянно; И.: constantly, regularly; T.: daima) р.
Һәр ваҡыттағы, туҡтауһыҙ, өҙлөкһөҙ булып торған. □ Постоянно; регулярно. Даими эшләу. Даими куҙәтеу аҫтында булыу. Даими таныша барыу. Даими уйлау. Даими хәрәкәтләнеу. ■ Ул [Муса Тәрәйев] белемен арттырыу өҫтөндә даими эшләй, ике академия тамамлай. Р. Шәкүр. Тик ошонда ла [таш ваттырып ташытһалар ҙа] хәлеңде еңеләйтергә мөмкинлек бар — тере кеше ҡыбырларға тейеш, тип даими уйларға ғына кәрәк. Б. Рафиҡов. Эйе, йыраусы һөйләгән данлыҡлы хандар халыҡтарҙың, ағым һыуға оҡшап, даими хәрәкәтләнеп тороуынан ҡеуәт тапҡан да инде. Ә. Хәкимов.
ДАИМИ АРМИЯ (Р: регулярная армия; И.: regular army; T.: daimi ordu) и.
Дәүләт тарафынан һәр ваҡыт (һуғыш булғанда ла, тыныс ваҡытта ла) тотола торған армия. □ Регулярная армия. ■ Батша властары баш кутәреуселәрҙе баҫтырыу өсөн, даими армия менән бергә, ҡеуәтле хәрби көс булып танылған башҡорт һыбай
лыларын файҙаланыуҙы ла маҡсат итеп ҡуя. Р. Шәкүр.
ДАИМИ ДӘҮМӘЛ (Р: постоянная величина; И.: constant; T.: konstant) и. махе.
Нимәнелер өйрәнеп тикшергәндә бер үк төрлө ҡала торған үҙгәрмәүсән дәүмәл. □ Постоянная величина. Даими дәумәлде сығарыу.
ДАИМИ КАПИТАЛ (Р: постоянный капитал; И.: constant capital; T.: sabit sermaye) и. иҡт.
Капиталдың етештереү сараларын булдырыуға киткән һәм үҙҡиммәтен хеҙмәт барышында үҙгәртмәй торған өлөшө. □ Постоянный капитал. Даими капитал төшөнсәһе К. Маркс тарафынан индерелә.
ДАИМИЛЫҠ (даимилығы) (Р: постоянство; И.: constancy; T.: süreklilik) и.
Даими булған хәл. □ Постоянство. Даимилыҡҡа ҡоролоу. Кеше тәнендәге температураның даимилығы. ■ Уның [Заһир Вәлитовтың] ижадында уҙе өсөн уҙенә ҡуйған бик көслө ҡанун бар: даимилыҡ, уҙ-уҙеңә, сәнғәттәге идеалға тоғролоҡ. Һ. Сәйетов. Шағирҙың [Мостай Кәримдең] эш-ғәмәлдәрендә эҙмә-эҙлелек һәм инаныуҙарын-да даимилыҡ сағыла. М. Ҡотлоғәлләмов.
ДАИМИ ТОК (тогы) (Р: постоянный ток; И.: direct current; T.: doğru akım) и. физ.
Үҙ йүнәлешен, көсөн үҙгәртмәй торған электр тогы. □ Постоянный ток. Магнитлы гидродинамик генераторҙар — даими токтың яңы сығанағы. Даими токты ҡулланыу перспективаһы.
ДАИМӘ [ғәр. (Р: постоянно; И.: constantly; T.: daima) р. иҫк. кит.
Һәр ваҡыт. □ Постоянно, всегда, беспрестанно. ■ Даимә улсун сәңа хаҡдин сәлат илә сәләм. Р. Фәхретдинов.
ДАИМӘН [ғәр. р, иҫк. кит. ҡар. даимә. ■ Беҙ ғауамдың ходатайы быға даимән ҡаршы булдыҡ. М. Өмөтбаев. Яубә-зенең буйына айыу тулды, даимән айыуҙың зарары булды. Хикәйәттән.
326