Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 327


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ДАКТИЛОЛОГИЯ
ДАИР [ғәр. >*■>] (Р.: относящийся к кому-чему-л.; И.: concerning (smb / smth); T.: dair) бәйл. иҫк. кит.
Нимәгәлер ҡағылышлы, бәйләнешле, шуға ҡараған. □ Относящийся к кому-чему л. (послелог с дат. п.). ■ Мәхкәмәнең сәйәсәткә мөтәғәллиҡ вә хөкүмәткә даир хеҙмәттәрендә яҡшы тәдбир итмәктәлер. Р. Фәхретдинов.
ДАИРӘ [ғәр. ь>Ь] (Р: среда; И.: surrounding; mental outlook; T.: daire) и. кит.
1. Ниҙелер эсенә алған киңлек; тирә-йүн, мөхит, урата. □ Среда; кругозор. Күк даирәһе. Ҡараш даирәһе. ■ Еребеҙгә доға ҡылайыҡ беҙ, күк даирәһе булһын Аллаға. Т. Ғәниева. Берсә шул йыр аша күҙ алдына баҫҡан матур донъяға күтәрелеп, берсә үҙен уратып алған мәрхәмәтһеҙ тормош даирәһенә ҡайтып, тыңлаусы юғалып ҡала. К. Мәргән.
2. Түңәрәк. □ Круг, окружность. ■ Ҡулына түңәрәкләп ҡырҡылған йоҡа көмөш киҫәген алып, оҫта аңлатырға керешә: «Бына, улым, был даирә — мәңгелек хаят билдәһе. Иғтибар ит, нимә ки мәңгелек булһа, ул — түңәрәк шәкелендә». Ә. Хәкимов. Ғәжәпме ни яһаған әйберҙәребеҙҙең күпселегенең даирә рәүешендә булыуы? Бының менән беҙ донъяның камиллығын хыял итәбеҙ. Ә. Хәкимов.
3. Эш, профессия, ҡараштары уртаҡ булған кешеләр төркөмө. □ Круг, окружение. Идаралыҡ даирәләре. ■ Һәр нәмәнең һөйләр үҙ урыны һәм яйы бар. Билдәле бер даирәлә уртаҡ темалар, фекерҙәр тыуа. Ғ. Хөсәйенов. Дәүләт башында, мин идаралыҡ даирәләрен әйтәм, аҡыл эйәләре ултырырға тейеш! Н. Асанбаев. Ҡытайҙың идара итеүсе даирәләре, ундағы һарай тәртиптәре, ғөрөф-ғәҙәттәре менән яҡшы таныш булған бөйөк Йыһангир Сыңғыҙ хан хәтергә төшә ошонда. М. Ямалетдинов.
ДАЙВИНГ [рус. < ингл. to dive ‘сумыу’] (Р: дайвинг; И.: diving; T.: dalış) и.
Махсус ҡорамалдар менән һыу аҫтында йөҙөү, сумыу. □ Дайвинг. Дайвинг менән
шөғөлләнеү. Рекреацион дайвинг. Техник дайвинг. Спорт дайвингы.
ДАЙДЖЕСТ (дайджесы) [рус. < ингл. digest ‘ҡыҫҡаса аңлатып биреү’] (Р: дайджест; И.: digest; T.: icmal, özet) и.
1. Башҡа баҫмаларҙың материалдарын ҡыҫҡартып баҫтырып бара торған периодик баҫма. □ Дайджест. Рус теленә дайджест һүҙе XX быуатта инә.
2. Популяр әҙәби әҫәрҙәр ҡыҫҡартып бирелгән китап. □ Дайджест. Журнал дайджесы.
ДАЙСА (Р: владение; И.: domain; estate; T.: malikane) и. тар.
1. Башҡорттағы олоҫ, ауыл общиналарының ер биләмәһе. □ Владение. Ауыл дайсаһы. Дайса билдәләү.
2. Хужалыҡ урыны, йорт. □ Двор. Күршеләрҙең дайсаһы.
ДАКТИЛИК (Р: дактилический; И.: dactylic; T.: mısra) с.
Дактиль менән яҙылған. □ Дактилический. Дактилик быуын. Дактилик шиғыр.
ДАКТИЛОГРАФИК (Р: дактилографический; И.: dactylographic; T.: daktilografi) с.
Дактилографияға мөнәсәбәтле. □ Дактилографический. Дактилографик мәғлүмәттәр.
ДАКТИЛОГРАФИЯ [рус. < гр. dakty-los ‘бармаҡ’ + graphö ‘яҙам’] (P: дактилография; И.: dactylography; T.: daktilograf) и.
Һаңғырау һәм телһеҙҙәрҙең өҫтәлмә аралашыу сараһы булараҡ яҙыу өсөн уңайлы булған йөҙлөктә бармаҡ менән яҙыу. □ Дактилография. Дактилография ысулын үҙләштереү. Дактилография ысулы менән эшләнгән китап.
ДАКТИЛОЛОГИК (Р: дактилологический; И.: dactylologic; T.: işaret dili ile ilgili) с.
Дактилологияға мөнәсәбәтле. □ Дактилологический. Дактилологик телмәр. Дактилологик билдә.
ДАКТИЛОЛОГИЯ [рус. < гр. dakty-los ‘бармаҡ’ + logos ‘ғилем’] (Р: дактилология; И.: dactylology; T.: parmak telaffuzu) и.
327