Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 328


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ДАКТИЛОСКОПИК
Һаңғырау һәм телһеҙҙәрҙең бармаҡтар ярҙамында һөйләшә торған махсус телмәр төрө. □ Дактилология. Дактилологияны өйрәнеү.
ДАКТИЛОСКОПИК (Р: дактилоскопический; И.: dactyloscopic; T.: daktiloskopi) с.
Дактилоскопияға мөнәсәбәтле. □ Дактилоскопический. Дактилоскопик эҙҙәр. Дактилоскопик тикшереү.
ДАКТИЛОСКОПИЯ [рус. < гр. dakty-los 'бармаҡ’ + skopeö ‘ҡарайым, күҙәтәм’] (Р.: дактилоскопия; И.: dactylography, finger printing; T.: daktiloskopi) и.
Криминалистика ғилеменең енәйәтсе шәхесен билдәләү маҡсатында бармаҡ биттәре һырҙарын өйрәнеү бүлеге. □ Дактилоскопия. Дактилоскопия буйынса тәжрибә туплау.
ДАКТИЛЬ [рус. < гр. daktylos ‘бармаҡ’] (Р: дактиль; И.: dactyl; T.: daktil) и. әҙ.
Силлабо-тоник шиғыр төҙөлөшөндәге баҫымы беренсе ижеккә төшә торған өс ижекле стопа. □ Дактиль. Дактиль менән яҙылған шиғыр. ■ Башкорт әкиәттәренә хас булған түбәндәге һүҙбәйләнештәр ҙә дактилде күҙ алдына баҫтырырға ярҙам итә ала: «Көн үтә, төн үтә... Эй бара (был), эй бара». К. Әхмәтйәнов.
Д АЛ (Р: восьмая буква арабского алфавита; И.: the 8th letter of the Arabic alphabet; T.: Arap alfabesinin sekizinci harfi)
Ғәрәп алфавитының һигеҙенсе хәрефе. □ Восьмая буква арабского алфавита. Дал хәрефен яҙыу.
ДАЛА [боронғо төрки тала] (Р: степь; И.: steppe; prairie; T.: bozkır) и.
Тауһыҙ, урманһыҙ, ғәҙәттә, үлән менән ҡапланған, ҙур майҙанды биләгән тигеҙ, иркен, асыҡ ер; ялан. □ Степь. / Степной. Киң тигеҙ дала. Иркен. дала. Күкһелләнгән дала. Каҙак далаһы. Урал аръяғы далаһы. Ырымбур далаһы. Далаға сығыу. В Йылы якта шундай тигеҙ далалар бар, ҡояш сыҡҡанда йомортҡа тәгәрәтеп ебәрһәң, ҡояш батҡансы туҡтамай барасаҡ. М. Кәрим. Калҡыулыҡ битләүендә кәҫтән буралған
мал ҡуралары күренде. Кураларҙың тирә-яғындағы киң даланы иңләп һыйырҙар, дөйәләр, ҡуй-һарыҡтар көтөүе йөрөй. Я. Хамматов. Донъя серен йыйған, бөтә ғаләм һыйған сал даламдың ҡайнар ҡосағына. Г. Ҡотоева. • Ана күңеле — балала, бала күңеле — далала. Мәҡәл. Ыласын ҡошҡа һауа ҡәҙерле, сапҡан атҡа дала ҡәҙерле. Әйтем. Яманға әйткән аҡыл — далаға атҡан уҡ. Мәҡәл.
ДАЛАБӨРКӨТӨм . зоол. ҡар. көсөгән 1. ■ Дөйәһеҙ ҡаҙаҡ — ҡанатһыҙ ҡалған дала бөркөтө кеүек. М. Ғиләжев. Сәғүрә еңгә иренең ҡасандыр дала бөркөтө шикелле ҡыйыу ҡарашы менән үҙенең йөрәген дер һелкеткән, әле инде ҡайғылы тынып ҡалған һөрмәле ҡара күҙҙәренә, сөйәлләнеп ҡатҡан ҙур көслө ҡулдарына моңайып ҡарай. 3. Биишева. «Молодец! Әйҙә, эҫене өҫтәй төш, дала бөркөтө!» — тип ҡысҡырҙы Ғөбәйҙуллиндың һалдаттарын биноклдән күҙәткән Балдынов. Я. Хамматов.
ДАЛАЙ р. ҡар. талай. Бер далай барғас. Далай ваҡыт үтте.
ДАЛАЙ-ЛАМА [рус. < монг.] (Р: Далай-лама; И.: Dalai Lama; T.: Dalay Lama) и.
Тибеттағы лама дине сиркәүендә беренсе рухани (XVI быуаттан бирле). □ Далай-лама. Изге Далай-лама. В [Далай-лама] Тибет халҡы араһында будда, брахма диндәре, яртылаш батша, яртылаш Алла итеп ҡарала торған Далай-ламалар тураһында һөйләгән. А. Карнай.
ДАЛА ҠАМҒАҒЫ и. бот. ҡар. ҡамғаҡ. В Йөрөйҙәр унан, дала ҡамғағы кеүек, барып һырыныр урын тапмайынса... Шунда ла булдымы тормош! Н. Мусин.
ДАЛАЛЫ (Р: степной; И.: steppe; Т.: bozkır) с.
Далаһы булған. □ Степной. Далалы ерҙең һауаһы иркен. В Ағытауҙарына еттеләр. Бөрйәндәргә тәғәйене — йәйләмдәре уйпат киң далалы, үләнле, сайлы ерҙәр; йәйләү урыны. Ғ. Хөсәйенов.
ДАЛАМАН (Р: военная одежда; И.: military outfit; T.: askeri giyim) и. иҫк. кит.
328