Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 329


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ДАЛ-ДАЛ ИТЕҮ
Хәрби кейем; гусарҙар мундиры. □ Военная одежда. ■ Ул [һалдат] артиллериянан булырға кәрәк, шпоры бар, башында һағалдырыҡлы фуражка, өҫтөнә, ҡайҙандыр алып, венгр гусарҙарының даламанын кейгән. А. Таһиров.
ДАЛАН (Р.: счастье; И.: luck, happiness; T.: talih) и.
Уңыш, ҡот, бәхет. □ Счастье, удача. Даланы булыу. Даланы юҡ. Далан асылды.
■ [Ата:]Дуҫыңа тоғро бул, дошманыңа баш эймә. Ер-Һыу кур, далан шунда табылыр! С. Кулибай.
ДАЛАНЛЫ (Р.: удачливый; И.: lucky; Т: talihli) с.
Бәхетле, ҡотло; эштә, тормошта уңышы булған. □ Счастливый, удачливый, везучий. Даланлы һәнәр эйәләре. Даланлы бала.
■ Инсанды донъяға биргән тупраҡ уҙе даланлы. Й. Солтанов. Ни тиһәң дә, даланлы бала булһа, атаһы, әсәһе иҫән көйө тере етем булып, балалар йортонда уҫмәҫ ине лә баһа. Л. Якшыбаева. Зиннур Исхаҡов кеуек оҫта, даланлы һәнәр эйәләре йәшәтә, тотоп тора ла инде хәҙерге Кумертау ҙы. «Ағиҙел», №9, 2010. Үҙегеҙҙең даланлы икәнлегегеҙгә бер ҡасан да икеләнмәгеҙ. «Башҡортостан ҡыҙы», № 1, 2010. Талантлы һәм даланлы Урал аръяғы егете Әхмәр Үтәбайҙың ошолай «алыҫтан тороп» дуҫлашҡан ҡәрҙәштәре аҙ тугелдер. «Йәшлек», 17 июнь 2008.
ДАЛАНЛЫ БУЛЫУ (даланлы бул-) (Р: быть удачливым; И.: be lucky; T: talihli olmak) ҡ.
Бәхетле булыу; эштә, тормошта уңышҡа ирешеү. □ Быть удачливым, счастливым, везучим. ■ [Рәйес Исмәғилев:] Ҡаҙаныштарға килгәндә, мин ғаиләлә бик бәхетле кешемен, йәғни ғаилә тормошонан даланлы булдым. «Йәшлек», 20 февраль 2003. Бәхет-ырыҫ тигән төшөнсәнең ҡалыбы юҡ. Бәхетте кеше уҙе ҡоя, ә даланлы булып тыуа. М. Бураҡаева.
ДАЛАНЛЫЛЫҠ (даланлылығы) (Р: удачливость; И.: luck; T: talihlilik) и.
Эштә, тормошта уңышлы булыу хәле; бәхетлелек, ҡотлолоҡ. □ Быть счастливым; удачливость, везучесть. Даланлылығына аптырарһың.
ДАЛАНҺЫҘ (Р.: невезучий; И.: unlucky; T.: talihsiz) с.
Эштә, тормошта уңышы булмаған; даланы юҡ, бәхетһеҙ, ҡото юҡ. □ Невезучий, несчастливый, неудачливый. Даланһыҙ тормош. ■ Алла бирһә, ул [Линара] даланһыҙ бала булмаҫ. Куҙҙәре аҡыллы. Тәбиғәте баҫалҡы, тәрбиәле. Л. Якшыбаева.
ДАЛАНҺЫҘ БУЛЫУ (даланһыҙ бул-) (Р: быть невезучим; И.: be unlucky; T.: talihsiz olmak) ҡ.
Бәхетһеҙ булыу; эштә, тормошта уңышһыҙ булыу, даланы булмау. □ Быть невезучим, несчастливым, неудачливым. Ҡатын даланһыҙ булды.
ДАЛАНҺЫҘЛЫҠ (даланһыҙлығы) (Р: невезучесть; И.: ill luck; T.: talihsizlik) и.
Эштә, тормоштағы уңышһыҙлыҡ; бәхетһеҙлек, ҡотһоҙлоҡ. □ Невезучесть, быть несчастливым, неудачливым. Даланһыҙлығына әсенеу. Даланһыҙлыҡҡа көйөу.
ДАЛАҺЫҘ (Р: без степи; И.: with no steppes; T.: bozkirsiz) c.
Далаһы булмаған. □ Без степи; нестепной. ■ Ғумерем утте ҡалала. Киң далаһыҙ, уләнһеҙ. Картотека фондынан. Башына ла килтермәйҙәр хатта, ул далаһыҙ йәшәй аламы? Иген ҡыры ғына тугел дала: ул һәр кемдең йәшәу яланы. И. Кинйәбулатов.
ДАЛ-ДАЛ БУЛЫУ (дал-дал бул-) (Р.: рушиться; И.: collapse; T.: yıkılmak) ҡ. иҫк.
Емерелеү, ҡыйралыу. □ Рушиться, разрушаться (о строений). Йорт дал-дал булды.
ДАЛ-ДАЛ ИТЕҮ I (дал-дал ит-) (Р: рушить; И.: pull down; destroy; T.: yıkmak) ҡ. иҫк.
Емереү, ҡыйратыу. □ Рушить, разрушать (о строении). Ауылды дал-дал итеу.
ДАЛ-ДАЛ ИТЕҮ II (дал-дал ит-) (Р: благодарить Аллаха; И.: Moslem aftermeal rite; T.: Allah’şükürler olsun) ҡ. этн. диал.
329