ДАМБЫР-ДОМБОР ИТЕҮ
4. Тансала кавалер менән бейегән ҡатын-ҡыҙ. □ Дама. Даманың бейеүе. Даманың кавалеры.
5. Ҡатын-ҡыҙ һүрәте төшөрөлгән уйын кәрте. □ Дама. Ҡарға дама.
ДАМБА [рус. < гол. dam] (Р.: дамба; И.: dam; dike; T: dalgakıran) и.
һыуһаҡлағыстарҙы быуыу һәм төрлө ерҙәрҙе һыу баҫыуҙан һаҡлау һ. б. өсөн нимәнәндер өйөп яһалған гидротехник ҡоролма. □ Дамба. Дамба төҙөүселәр. Дамба буйлап. Бетон дамба. ■ Ул [полковник] ямғыр аҫтында, складтарҙағы тоҡтарҙы ташыусы һәм амбар эргәләп дамба торғоҙоусы кешеләр араһына, унан сопка итәгенә, һыуҙан имен урынға ҡоролған палаткаларға табан атлай. Б. Дим. Йыр-ғысланып бөткән туғайҙарҙы киҫкеләгән бетон дамбалар. Р. Бикбай.
ДАМБАҠ (дамбағы) [рус. < нем. Тот-pak] и. диал. ҡар. тампаҡ. Дамбаҡ самауыр. Дамбаҡ йөҙөк. ■ Матур көҙгө бер көн, мин ҡайнатам дамбаҡ самауыр. Картотека фондынан.
ДАМБАЛ (Р: широкие штаны; шаровары; И.: wide trousers; T: geniş paça) и. диал.
Киң төплө, оҙон балаҡлы ҡулдан тегелгән ыштан. □ Широкие штаны, шаровары. Яңы дамбал. Дамбал тектереү. Ебәк дамбал.
ДАМБАЛЫ (Р: дамбовый; И.: with a dyke; T.: dalgakıranh) с.
Дамбаһы булған, дамба төҙөлгән. □ Дамбовый. Дамбалы яр. Дамбалы күл.
ДАМБАҺЫҘ (Р: бездамбовый; И.: having no dyke; T.: dalgakıransız) с.
Дамбаһы булмаған. □ Бездамбовый. Дамбаһыҙ һыу һаҡлағысы. Дамбаһыҙ һыу электростанцияһы.
ДАМБА ЯҺАУ (дамба яһа-) (Р: соорудить дамбу; И.: build a dyke; T: dalgakıran yapmak) ҡ.
һыу баҫыуҙан һаҡлау нығытмаһы төҙөү. □ Соорудить дамбу. Һыу һаҡлағысына бетон дамбалар яһау.
ДАМБУР [рус. тамбур < фр. tambour ‘барабан’] (Р: тамбур; И.: chain stitch; T.: nakış işleme ipliği) u.
Сиратылған ҡалын сигеү ебе; тамбур. □ Тамбур. / Тамбурный. Ҡара дамбур ебе. Дамбур ебе менән сигеү.
ДАМБУР ЭНӘҺЕ (Р: крючок для вышивания; И.: embroidery hook; T: nakış kancası) и.
Башы ырғаҡлы сигеү энәһе. □ Крючок для вышивания. Дамбур энәһе менән сигеү. Дамбур энәһе алыу.
ДАМБЫ (Р: выпуклый узор; И.: embossed pattern; T: dışbükey bezek) и. диал.
Күпертмә биҙәк. □ Выпуклый узор. Матур дамбы.
ДАМБЫЛЫ (Р: с выпуклым узором; И.: having embossed pattern; T: dışbükey bezekli) c.
Дамбы биҙәге төшөрөлгән. □ С выпуклым узором. Дамбылы шәл. Дамбылы биҙәк.
ДАМБЫР (Р: бом; И.: boom!; T: güm) оҡш.
Эсе ҡыуыш ҡаты нәмәгә икенсе ҡаты нәмә һуғылғанда яңғырап сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание звуку, возникающему при ударе о полый, твёрдый предмет: бом. Дамбыр тигән тауыш ишетелде.
ДАМБЫР-ДОМБОР (Р: бом бом; И.: boom-boom!; T: güm güm) оҡш.
Ҡабат-ҡабат дамбыр иткән тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание повторяющимся звукам при ударах о полый, твёрдый предмет: бом-бом. Дамбыр-домбор килеү. ■ [Мифтахетдин Аҡмулла:] Ҡулына ҡомза тотоп, дамбыр-домбор ҡылдарға сиртә-сиртә, йырсы халыҡтан халыҡҡа, бер бәктән икенсе бәккә йөрөп, батырҙы данлай. Байрам ваҡытында .. ҡылдарға сиртеп, йырсы уйнай. Я. Хамматов.
ДАМБЫР-ДОМБОР ИТЕҮ (дамбыр-домбор ит-) (Р: громыхать; И.: lumber; Т: gümbürdemek) ҡ.
Дамбыр-домбор иткән тауыш сығарыу, дамбырлатыу. □ Громыхать, греметь. Дамбыр-домбор итеп һуғыу.
331