ДАМБЫР-ДОМБОР КИЛЕҮ
ДАМБЫР-ДОМБОР КИЛЕҮ (дамбыр-домбор кил-) (Р.: громыхать; И.: lumber; T.: gümbürdemek) ҡ.
Дамбыр-домбор тауыштар сығыу, дамбырлау □ Громыхать, греметь; барабанить. Барабандар дамбыр-домбор килә.
ДАМБЫР ҘА ДОМБОР оҡш. ҡар. дамбыр-домбор. Биҙрә дамбыр ҙа домбор төшөп китте.
ДАМБЫР ҘА ДОМБОР КИЛЕҮ (дамбыр ҙа домбор кил-) ҡ. ҡар. дамбыр-домбор килеү. Дамбыр ҙа домбор килеп бәрелеү.
ДАМБЫР ИТЕҮ (дамбыр ит-) (Р: громыхать; И.: lumber; T.: gümbürdemek) ҡ.
Дамбырлатҡан тауыш сығарыу. □ Громыхать, греметь. Дамбыр итеп төшөп китеү.
ДАМБЫРЛАТЫУ (дамбырлат-) (Р: громыхать; И.: make lumber; T.: gümbürdemek) ҡ.
Дамбыр иткән тауыш сығарыу. □ Громыхать, греметь. Дамбырлатып ямғыр ҡыйыҡҡа төшә. Кемдер ишекте дамбырлата.
ДАМБЫРЛАУ (дамбырла-) (Р: барабанить; И.: patter; T.: gümbürdemek) ҡ.
Дамбыр иткән тауыш сығыу. □ Барабанить. Дамбырлаған тауыш ишетелә.
ДАМ ИТЕҮ (дам ит-) (Р: надеяться; И.: set hopes (upon); T.: ummak) ҡ. һөйл.
Өмөт итеү, өмөтләнеү. □ Надеяться, уповать на кого-что. Булэк дам итеу.
ДАМОЛЛА [фарс. ‘уҡымышлы кеше’] (Р: мулла; И.: tutor mullah; T.: molla) и. иҫк.
Шәхси мәҙрәсәһендә дәрес биреүсе мулла. □ Мулла, обучающий ребят при своей мечети. ■ [Йәйләу бәйете] исеме аҫтына йәйә эсенә «Бер башҡорт дамоллаһы йырлаған» тип ҡушылған. Бәйеттең тулы паспорты бирелмәгән. М. Сәғитов. Наҙан дамоллаларҙың әллә кем булып ҡыланыуына һәм уҙенән көлөр, мыҫҡыллар өсөн мәжлескә юрамал саҡырылыуын аңлап, Аҡмулланың асыуы ҡабарҙы. Я. Хамматов.
ДАН I [көнбайыш төрки дан] (Р: слава; И.: glory; T.: şan) и.
1. Маҡтаулы исем, шөһрәт. □ Слава, известность, знаменитость. Дан килеү. Данға кумелеу. ■ Дан байлыҡ менән килә, сөнки хәҙерге кешелек донъяһы башҡаны танымай. Дөрөҫ, дан аҡыл менән дә яулана, әммә был дандың тәбиғәте икенсе. М. Хужин. Яман ирҙәр улер, ай, мал өсөн, яҡшы ирҙәр улер дан өсөн. Халыҡ йырынан. • Ағас ботаҡһыҙ булмаҫ, дан уртаҡһыҙ булмаҫ. Әйтем. Ат даны егет ҡулында, егет даны уҙ ҡулында. Мәҡәл. Ат юрғалар, эйәһе дан алыр. Мәҡәл. Ат яҡшыһы алға сығыр, алға сыҡҡан данға сығыр. Мәҡәл. Ата даны менән һуҙ утер. Әйтем. Бармағыңа аң килһә, һәнәреңә дан килер. Мәҡәл. Батыр уҙе улһә лә даны улмәй. Әйтем. Дан хеҙмәттә яулана. Мәҡәл. Дандың төбө — хөрмәт, хөрмәт төбө — хеҙмәт. Мәҡәл. Егет курке дан менән. Әйтем.
2. Кем йәки нимәнең кире һәм ыңғай яҡтары тураһында күп кешегә билдәле фекер, хәбәр. □ Известность, слава, популярность. Йырсы тигән даны бар. ■ [Насирға] курше Дәүләтбирҙе ауылындағы күрәҙәсе әбейгә барырға кәңәш бирҙеләр. Тирә-яҡҡа даны таралған ҡарсыҡ ине ул. 3. Ураҡсин. Ағайҙарыңдың даны бөтә илгә таралды. Батша уларҙы янарал итте. .. Уларҙың шул хәтле дәрәжәгә ирешеуҙәре, бөтә илгә дандары таралыуы беҙҙең бөтәбеҙ өсөн бик ҙур шатлыҡ бит. Әкиәттән. • Даның сыҡҡан менән йәнең сыҡһын. Әйтем. Яҡшыларҙан зат ҡалыр, батырҙарҙан дан ҡалыр. Мәҡәл.
3. Кемделер, нимәнелер маҡтап, хөрмәтләп, хуплап әйтелә торған тантаналы оран, маҡтау һүҙе. □ Возглас, обозначающий: хвала! честь! Башҡортостанға дан! ■ Искәндәр, әлбиттә, бынан бер ни ҙә ацламаны, хатта һәр ваҡыттағыса шаяртыбыраҡ: «Хеҙмәт кешеһенә дан!» — тиергә ауыҙын асҡайны инде, Сәрбиямал, ян стенаға ымлап, битен яулыҡ осо менән ҡапланы. Ә. Хәкимов. Берҙәм тәбрикләү, данлау ауаздары тирә-яҡты яңғырата. «Дан! Дан! Дан!» И. Абдуллин. Халыҡ бер араға .. шымып ҡалды ла баяғынан да нығыраҡ геүләргә тотондо.
332