Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 333


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ДАН АЛЫУ
«Хуп! Алдарбай — ырыу батыры! Батырға дан!» Н. Мусин.
♦ Дан артынан кыуыу (йәки сабыу) кеше араһында билдәле, данлы булырға тырышыу, төп маҡсатты дан алыуға йүнәлтеү. □ Гнаться за славой. М Дан артынан, мал артынан ҡыумай ул [И. Кинйәбулатов]. Шағирлыҡтан да юғарыраҡ бейеклек, унан да ҙурыраҡ бәхет уның өсөн юҡ донъяла. Р. Исхаҡов. Йәғәфәрова кабинетында кук кукрәткән Нурихановҡа иҫе китеп ҡарап торҙо. Ҡарале, был кешенең әллә, дан артынан ҡыуып, башы әйләнеп бөткәнме? Д. Бүләков. Тормош әллә һабантуй микән? Кемдер алда, кемдер арттараҡ, берәуҙәр гел дан артынан саба, яйы сыҡҡан һайын маҡтала! Картотека фондынан.
ДАН II (Р.: отличный; И.: excellent; fine; T.: mükemmel) с.
Бик шәп, бик яҡшы, бик һәйбәт. □ Отличный, очень хороший, прекрасный. ■ Әммә был һәнәрен [кейеҙ эшләпә баҫыуҙы] оҫта бөтөнләйгә ташламаны, һирәк-һаяҡ һораған кешенең һуҙен йыҡманы, әуәләне. .. Эше, ысынлап та, дан килеп сыҡты. М. Кәрим. [Петрик] уҙен нисек тә сибәр итеп, дан егет итеп курһәтергә тырышып ятҡан көнө. Р. Камал. • Юлда атың һау булһын, өйҙә ҡатының дан булһын. Мәҡәл.
ДАН III [рус. данъ\ и. тар. ҡар. яһаҡ. Дан һалыу. Дан туләу.
ДАНА I [фарс. Ьһ] (Р: штука; И.: piece; bit; T.: tane) и.
Һандар һәм һандарҙы белдергән һүҙҙәр менән килгән бер төрлө нәмәләрҙең береһе; бөртөк. □ Штука, экземпляр. Бер нисә дана. Данаһы йөҙ һум. ■ [һалдаттарға] егерме бишәр дана папирос, берәр һауыт печенье, конверт, ҡағыҙ, ҡәләмдәр, доғалыҡтар өләштеләр. Д. Юлтый. Әсәйеңдең яҙа-йоҙа һөйләуенә ҡарағанда, ҡулъяҙманың бер данаһы ҡайҙалыр йәшерелгән, ахырыһы. Ә. Хәкимов. «Башҡорт халҡының тарихы» китабының тәуге томы Мәскәуҙең «Наука» нәшриәтендә 10 мең данала баҫылған. «Ағиҙел», № 4, 2010. Караңғы төн
яҡтыртҡан айҙан тыуған бала инем, әсәм һөйгән дана инем. «Урал батыр». Әй, аҙамат ололар, уҙамандар, ағалар, камил тыуған даналар. Ҡобайырҙан.
ДАНА II [фарс. (Р: образованный; И.: educated; literate; T.: bilge) с. иҫк.
Уҡымышлы, белемле, аңлы. □ Образованный, знающий, сведущий; мудрый; учёный. Халҡыбыҙҙың даналары. ■ Ни ҡылды Исраилдең даналары, уҙҙәре — яҡын нәби балалары. М. Аҡмулла. • Бала бирһәң, дана бир, дана бирмәһәң, ала бир. Мәҡәл.
ДАНАЛАП (Р: поштучно; И.: by the piece; T.: tane ile) p.
Бүлеп, берәмләп, бөртөкләп. □ Поштучно. Даналап булеп сығыу. Даналап һатыу. Даналап өләшеу.
ДАНАЛЫ (Р: штучный; И.: piece; T.: taneli) с.
Дана (I) менән бүленгән; бөртөклө.
□ Штучный. Даналы әйбер.
Д АН АЛ ЫҠ (даналығы) и. ҡар. уҡы-мышлылыҡ. ■ Шикләнеу — даналыҡ билдәһе, — тине ҡунаҡ [Боғараға]. Ә. Хәкимов.
ДАН АЛЫУ (дан ал-) (Р: прославиться; И.: become famous; T.: ünlü olmak) ҡ.
Маҡтаулы эш һ. б. яҡшылыҡ йәки, киреһенсә, насарлыҡ менән илдә танылыу, шул исем менән халыҡ араһында билдәле булыу.
□ Прославиться, получить известность (с хорошей или плохой стороны). ■ Урал былай дан алһа, атама данлы ҡайтһа, батыр булып маҡталыр. «Урал батыр». Шиһап тирә-яҡта дан алған һунарсы ине. Һунарға сыҡһа, йәнлекһеҙ ҡайтҡан көнө булмаҫ ине. Н. Мусин. Мифтахетдин халыҡ араһында тура һуҙле, уткер телле, саф куңелле шағир һәм мөғәллим булараҡ дан ала, һәр төрлө ҡул эштәренә оҫталығы менән дә хөрмәт ҡаҙана. Р. Шәкүр. Бына ҡайҙа килеп осратты Бәҙерғол Пугачёвтың яратҡан яугирын, башҡорт халҡының дан алып өлгөргән йәш батыры Салауат Юлаевты — яу юлында. Ғ. Хөсәйенов.
333