Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 334


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ДАНИШМӘН
ДАНИШМӘН [фарс. ‘уҡымышлы кеше’] (Р.: учёный; И.: savant; sage; T.: bilgili adam) и. иҫк. кит.
Ҙур уҡымышлы кеше, аҡыл, ғилем эйәһе. □ Учёный, деятель науки; мудрец. ■ Европа, мәғәриб зәмин даншимәндәре, бөтә тәуарихты әжмағ өс ҡыҫымға буләләр: ибтида ҡәҙими тәуарих, урта тәуарих һәм яңы тәуарихҡа. М. Өмөтбаев. Эй Уралым, Уралым!.. Мәйтәм бабам ер биләп, данишмән булып торған ер. Ҡобайырҙан.
ДАНИШМӘНД [фарс. длаЛзһ ‘уҡымышлы кеше’] и. иҫк. ҡар. данишмән. ■ Райд [ғалим] шундай хазина ҡаҙыусы хакимдар вә данишмәндтәрҙе килтереп, ҡәбәхәт ҙур һөйәктәрҙе ерҙән сығарып, урындарына теркәмәк менән шөғөлләнгән. М. Өмөтбаев.
ДАН ЙЫРЛАУ (дан йырла-) (Р.: восхвалять; И.: laud, extol, praise; T.: övmek) ҡ.
Кемделер, нимәнелер ныҡ маҡтап яҙыу йәки һөйләү. □ Восхвалять, петь дифирамбы. ■ [Зөләйхам J һиңә дан йырлар өсөн телем зәғиф, һөйөуемде әйтергә һуҙем зәғиф. С. Юлаев. Өмөтбаев М. Биксуриндыңғилем-лелеген, уҡымышлылығын юғары кутәреп маҡтай, уға дан йырлай. Р. Шәкүр. Ҡоштар һайрауын тынмайыҡ... Ишетәһеңме, улар бит яҙға, йәшәугә дан йырлайҙар. 3. Биишева. Таңдыса образында ул мал бағып, илдең ҡотон, бәрәкәтен, ырыҫын арттырып йәшәгән башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына дан йырлаған. Т. Ғарипова.
ДАНҠ и. иҫк. ҡар. дан I. Халҡым данҡы. ■ Ханға данҡ! — Ике яҡтан дан һуҙҙәре яңғыраны. Ғ. Хөсәйенов.
ДАН ҠАҘАНЫУ (дан ҡаҙан-) ҡ. ҡар. дан алыу. ■ [Аҡмал — Етембайға:] Ысын атайыңа тартҡанһың, ә ул һинән йәшерәк сағында уҡ айыу алып дан ҡаҙанғайны. Б. Рафиҡов. [Ғата] нисек тә берәй эш курһәтергә, Ҡуштирәктең ауыҙын яптырырлыҡ дан ҡаҙанырға ҡарар итте. Ә. Хәкимов. [Тәҡ-биров — Йәноҙаҡовҡа:] Комплекслы разведкаһыҙ өс кенә кеше менән руда ятышын табып, дан ҡаҙаныу хаҡында хыялланма. Н. Мусин. Боронораҡ Ағиҙел буйында был
ҡайыҡтарҙы имен-аман йөрөтөусе бик оҫта ҡойроҡсолар — лоцмандар ҙа куп булған. Улар араһында бигерәк тә Митрошка исемле лоцман дан ҡаҙанған, тиҙәр. Легенданан.
ДАНЛАНЫУ (данлан-) ҡ. төш. ҡар. данлау, страд, от данлау. Данланған батыр.
■ 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт полктары яугирҙарының исем-шәрифтәрен барлап, «Хәтер китабын» сығарыу фарыз. .. Шул сағында йырҙарҙа йырланған, ҡобайырҙарҙа данланған, риуә-йәттәрҙә һөйләнгән ҡаһарман Ҡаһым ту-рәнең дә кемлеге баҙығыраҡ асыҡланыр. С. Бәҙретдинов.
ДАНЛАУ (данла-) (Р: славить; И.: glorify; T.: övmek) ҡ.
Кемдең йәки ниҙеңдер данын таратыу; маҡтау. □ Славить, прославлять; прославление. Илде данлау. Тыуған ерҙе данлау.
■ Айҙай тулып балҡып, ҡояш кеуек ҡалҡып, ҡыпсаҡ ҡыҙы илен данлап ҡайта. Г. Ҡотоева. «Абдрахман Аҡйегет», «Йәнһары батыр» риуәйәттәрендә шәхси батырлыҡты данлау, ыңғай геройҙы идеаллаштырыу мотивы өҫтөнлөк итә. Ф. Нәҙершина.
ДАНЛЫ (Р: прославленный; И.: renowned; celebrated; T.: şanlı) с.
Дан ҡаҙанған; атаҡлы. □ Прославленный, славный, доблестный. Данлы ҡурайсы.
■ Урал юлы — бейек may, Урал гуре — данлы may — Урал булып ҡалған, ти. «Урал батыр». Өсуҙәндән килгән данлы ҡурайсы Сура менән, Ырғыҙ буйында дан тотҡан йырсы Йәнйегет бөтә тирмәләргә йөрөп уйнап, йырлап, был тирмәгә лә килеп инделәр. Һ. Дәүләтшина. «Беҙҙең данлы бөркөттәр ҡалайыраҡ, ә?» — тип, шатланып, һоҡланып, Таиба әбей хатта телен тасылдатып ҡуйҙы. 3. Биишева. Кеше, кеше! Ҡайҙа ҡараһам да, мин курәмен данлы эшеңде. Р. Назаров.
ДАНЛЫҠ (данлығы) (Р: слава; И.: fame; glory; T.: şan) и.
Кемдең йәки ниҙеңдер даны. □ Слава.
■ Ап-аҡ алтын йырҙарымды йырламайым данлыҡ өсөн; йырлайым алтын илем өсөн, уҙ
334