ДАН ТОТОУ
туған халҡым өсөн. Ш. Бабич. • Йылҡы — данлыҡ, ҡуй — байлыҡ. Мәҡәл.
ДАНЛЫҠЛАУ (данлыҡла-) ҡ. ҡар. данлау. Данлыҡлап һөйләу.
ДАНЛЫҠЛЫ (Р.: прославленный; И.: illustrious; T.: ünlü) с.
1. Исеме танылған; атаҡлы, шөһрәтле. □ Прославленный, знаменитый, известный; знатный. Данлыҡлы ҡурайсы. Данлыҡлы нефтсе. Данлыҡлы яҙыусы. ■ Әхмәт-гәрәйҙең.. нисәмә быуын олаталары, Балапан исемле боронғо бабаларынан башлап, илдә риуәйәт итеп һөйләрлек данлыҡлы мәргән булғандар. Ә. Хәкимов. Яңыраҡ ҡына данлыҡлы ҡурайсы [Роберт Юлдашев] донъяның иң мөһабәт театры Ласкала сәхнәһендә популяр опера йырсыһы, яҡташыбыҙ Илдар Абдразаҡов менән сығыш яһаны һәм иң нәзәкәтле тамашасыларҙың да һушын алып, ҡурайға ғашиҡ иттерҙе. «Шоңҡар», № 11, 2011.
2. Даны киң таралған, маҡтауға лайыҡ булған. □ Знаменитый. Данлыҡлы ғәскәр. Данлыҡлы хеҙмәт юлы. ■ Беҙҙең тирәнән йәнә бер данлыҡлы йугерек ат сығырға тейеш әле. Уны ҡәҙерләп тота белергә кәрәк. Ж. Кейекбаев. [Аҡъял] иштәктәр иленең данлыҡлы йырауы Һабрау менән әңгәмәләрен, бәхәсен иҫкә төшөрҙө. Ә. Хәкимов, һу-рәм буйында уҫәргәндәр араһында йәшенеп йөрөгән Насирҙы эҙләп таптылар, уның данлыҡлы Ҡаратын оло утенес менән кил-терттеләр. 3. Ураҡсин.
3. Әһәмиәте ҙур булған, мөһим. □ Знаменательный. Данлыҡлы дата. Данлыҡлы ваҡиға.
ДАНПӘРӘСТ [фарс. (р: любитель славы; И.: person fond of fame; T.: şan seven) и. иҫк.
Дан яратыусы, данһөйәр. □ Любитель славы, гоняющийся за славой. Данпәрәст етәксе. Данпәрәст булыу.
ДАНСАН (Р.: красивый; И.: nice; beautiful; T.: iyi, güzel) с. диал.
Яҡшы, һәйбәт. □ Красивый, хороший, чистый. Дансан ҡала.
ДАНСИНГ [рус. < ингл. dancing] (Р: танцевальный зал; И.: dancing hall; T.: dans salonu) и.
Сит илдәрҙә тансалар залы. □ Танцевальный зал (зарубежом).Дансингта булыу. Дансингка йөрөу.
ДАН СЫҒЫУ (дан сыҡ-) (Р: прославиться; И.: become famous (for); T: ünlenmek) ҡ.
Маҡтаулы исеме йәки яманаты таралыу. □ Прославиться (с хорошей или плохой стороны). ■ Егет кенә булһаң, ай, батыр бул, батырлыҡтар менән дан сыға. Ҡобайырҙан. Хафиз хажи — тирә-яҡта даны сыҡҡан иң бай кешеләрҙең береһе. Д. Юлтый. Аш-Һыу тирәһендә оҫталығы менән даны сыҡҡан, бигерәк тә йыуаса йәки бауырһаҡ кеуек туй табынында ғына ашала торған затлы ризыҡты бешерә белгән бер-ике егәрле еңгәне, уҙе [Һеңрән турәһе Буләкән] барып, Ирәкте турәһенән һорап алып ҡайтты. К. Мәргән. Әллә һәр кемдең уҙ ҡайғыһы, әллә Нинаның даны сыҡҡан бисә булыуы арҡаһында, Суми-новҡа артыҡ иғтибар итмәнеләр. Ә. Хәкимов. һуғыш суҡмары булыуы менән бәләкәйҙән даны сыҡҡан ун йәштәр тирәһендәге уҫал малай ул Закир. М. Хужин. Был ауыл уҙенең кәсебе менән генә мәшһур тугел, муллаһы менән дә даны сыҡҡан. Ғ. Хәйри. Уралдың ен-пәрейен барыһын баш эйҙергән, эймәһә — баш ҡыйҙырған даны сыҡҡан ҡылыс ул. Ҡобайырҙан. • Тырышҡандың даны сыға, иренгәндең йәне сыға. Мәҡәл. Аттың яҡшыһы алға сыға, егеттең яҡшыһы данға сыға. Мәҡәл.
ДАНТИСТ [рус. < фр. dentiste ‘теш таби-бы’] (Р: дантист; И.: dentist; T.: dişçi) и.
Теш табибы. □ Дантист. Дантисҡа яҙылыу. Оҫта дантист.
ДАН ТОТОУ (дан тот-) (Р: быть прославленным; И.: be famous; T: ünlü olmak) ҡ.
Нимә менәндер билдәле, данлыҡлы булыу. □ Быть прославленным, известным. ■ [Кара Ҡаплан] батырлығы, ил ғәмен ҡайғыртыу ы менән дан тота. Ә. Хәкимов. Сибәрҙәре менән дан тотҡан ауылға төшкән был килен шулай ҙа быҙау көтөуенә аҙашып
335