ДАН ҺАТЫУ
килеп ингән болан балаһына оҡшай ине. М. Кәрим. Таулыҡай районы республикала уҙенең тәбиғәтенең матурлығы, йылға-кулдәренең, инеш-шишмәләренең куплеге менән дан тота. Д. Бүләков. Ҡолмәт мәрхум дан тотҡан уҡ булмаһа ла, урта ҡул ҡурайсы ине. С. Агиш. • һандуғас юҡ йылды ҡарға дан тотор. Әйтем.
ДАН ҺАТЫУ (дан һат-) (Р.: обесславиться; И.: disgrace oneself; T.: rezil etmek) ҡ.
Насар эш, яманат менән кеше араһында билдәлелек алыу; исем бысратыу. □ Обесславить, опозорить. Ауылдың данын һатыу. Коллективтың данын һатыу.
ДАНҺӨЙӘР (Р: честолюбец; И.: person seeking fame; T.: şan seven birisi) u.
Дан яратҡан кеше. □ Честолюбец, любитель славы. / Честолюбивый, тщеславный. Данһөйәр әҙәмдәр.
ДАН-ШӨҺРӘТ (Р: слава; И.: fame; T.: şöhret) и. йыйн.
Дан һәм шөһрәт. □ Слава, известность. Дан-шөһрәт яулау. И Ни генә тиһәң дә, уҙәк клиника тирәһендә өйөлгән дан-шөһрәт кәбәне башында ул — Ҡазнабаев ултыра бит әле. Д. Бүләков.
ДАНЫН СЫҒАРЫУ (данын сығар ) (Р: прославлять; И.: glorify; T.: ünlü etmek) ҡ.
1. Маҡтаулы исемен кеше араһына таратыу. □ Прославлять, славить. Яҡшы данын сығарыу. Ҡурайсы тигән данын сығарыу. • Яҡшы ат ирҙең данын сығарыр. Мәҡәл.
2. Яманатын кеше араһына таратыу. □ Обесславить, опозорить. Ҡуршеһенең данын сығарыу.
ДАҢ (Р: бряк; И.: flop!; T.: güm) оҡш.
Ҡалыныраҡ тимер нәмәгә һуҡҡанда, ҙур ҡыңғырау ҡаҡҡанда сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание звуку глухого звона, издаваемому при ударе по металлу. Даң итеп һуғыу.
ДАҢҒЫЛДАТЫУ (даңғылдат-) ҡ. йөкм. ҡар. даңғылдау, понуд. от даңғылдау. Тимерҙе даңғылдатыу. ■ Әйтерһең, уның [Амантаевтың] уйын булергә теләнеләр,
ҡайҙалыр даңғылдатып тимер һуҡтылар. Р. Солтангәрәев.
ДАҢҒЫЛДАУ (даңғылда-) (Р: издавать гулкий звон; И.: resound dully; T.: güm diye çınlamak) ҡ.
Даң-доң тигән тауыш сығарыу. □ Издавать гулкий звон, гулко звенеть. Даңғылдаған тауыш.
ДАҢҒЫР (Р: подражание звуку стука, грохота; И.: sound imitating word; T.: gümbür) оҡш.
Ҡаты юлдан буш арба барғанда, эсе ҡыуыш ҙур нәмә ҡатыға бәрелгәндә һ. б. сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание звуку стука, грохота, возникающему при ударе большого полого предмета о твёрдый предмет. Даңғыр итеп ҡалды.
ДАҢҒЫР-ДОҢҒОР (Р: подражание звуку стука, грохота; И.: boom!; T.: gümbür gümbür) оҡш.
Ҡабат-ҡабат даңғыр иткән тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание звуку стука, грохота, возникающему при ударах большого полого предмета о твёрдый предмет. Даңғыр-доңғор ташлау. ■ [Хәмзин] билендәге «селёдка»һын даңғыр-доңғор һөйрәлтеп йәһәтләне. Й. Солтанов.
ДАҢҒЫР-ДОҢҒОР ИТЕҮ (даңғыр-доңғор ит-) (Р: грохотать; И.: lumber; Т.: gümbürdemek) ҡ.
Даңғыр-доңғор тауыштар сығарыу. □ Грохотать, громыхать. ■ Яратам санала йөрөргә, .. рәхәт, йәғни, арба кеуек даңғыр-доңғор килмәй. Картотека фондынан.
ДАҢҒЫР ҘА ДОҢҒОР оҡш. ҡар. даңғыр-доңғор. Даңғыр ҙа доңғор итеу.
ДАҢҒЫР ҘА ДОҢҒОР КИЛЕҮ (даңғыр ҙа доңғор кил-) ҡ. ҡар. даңғыр-доңғор итеү. Даңғыр ҙа доңғор килеп бәрелеу.
ДАҢҒЫР ИТЕҮ (даңғыр ит-) ҡ. ҡар. даңғырлатыу.
ДАҢҒЫРЛАТЫУ (даңғырлат-) (Р: грохотать; И.: lumber; T.: gümbürdemek) ҡ.
Даңғыр-доңғор иттереү. □ Грохотать, громыхать. Мискә даңғырлатыу. Даңғырлатып һуҡҡылау. ■ [Рәхимә] өс йоҙаҡлы,
336