Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 337


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ДАҢҠ-ДОҢҠ ИТЕҮ
дурт тотҡалы, эсен аҫыл кейемдәр менән нышып тултырған һандыҡты сәғәт һуҡҡан һымаҡ даңғырлатып асып, Хаяттың ынйы, мәрйен, көмөш тәңкә, аҫыл суҡтарҙан яһалған һаҡалын сығарып бирҙе. Һ. Дәүләтшина. Мотаһарҙың куҙ алдынан бөгөнгө оҙон ғумер — боҫраған баҫыу бураҙналары, гараж алдындағы тракторсы һәм сәсеусе егеттәрҙең ҡуңырланып елгә йышылған йөҙҙәре, «дәуләт сиге»ндә даңғырлатып барабан ҡаҡҡан аймылышлы балалар .. береһе-бер ҡалмай утте теҙелеп. Й. Солтанов.
ДАҢҒЫРЛАУ (даңғырла-) (Р.: издавать грохот; И.: produce clatter; T.: gürlemek) ҡ.
Даңғыр-доңғор тигән тауыш сығарыу, даңғыр-доңғор килеү. □ Издавать грохот, греметь, громыхать. Ат арбаһының даңғырлау ы. Даңғырлау тауышы. ■ Басари-ев тағы ниҙер әйтте, әммә һуҙен аңларлыҡ тугел, буш резервуар эсе даңғырлап тик тора. Р. Солтангәрәев. Һөжум кире ҡағылыу менән, дөңгөрҙәрҙең ҡолаҡ тондороп тағы ла дәһшәтлерәк даңғырлауына буйһоноп, уның һәр ике ҡанаты хан ғәскәрен уратып ала башланы. Ә. Хәкимов.
ДАҢҒЫРЛАШЫУ (даңғырлат-) ҡ. урт. ҡар. даңғырлау, взаимн. от даңғырлау. Даңғырлашып төшөп китеу.
ДАҢ ДА ДОҢ оҡш. ҡар. даң-доң. Даң да доң киләләр. ■ Башымда өҙлөкһөҙ даң да доң, даң да доң — ҙу-у-ур ағас сукеш менән кемдер туҡтауһыҙ һуғып тора, һуғып тора. Ш. Бикҡол.
ДАҢ ДА ДОҢ КИЛЕҮ (даң да доң кил-) ҡ. ҡар. даң-доң килеү. Даң да доң килеп бәрелеу.
ДАҢ-ДОҢ (Р: подражание глухому звону; И.: clank; T.: dan dan) оҡш.
Ҡабат-ҡабат даң иткән тауышты белдергән һүҙ. П Подражание глухому звону, издаваемому при ударе по металлу. Даң-доң итеп ҡағыу. ■ Салт аяҙ куктәге ҡояш ныҡлап ҡыҙҙыра башлағанда ғына ҡыуыш яғынан даң-доң, даң-доң тимер һуҡҡан тауыш ишетелде. Я. Хамматов. Ҡанлы
ҡулдар ярыҡ барабанға, ал-ял белмәй, даң-доң ҡағалар. Ш. Бикҡол. Шуның [тантана] алдынан Успен соборында сиркәу ҡыңғырауҙарының даң-доңо аҫтында тантаналы ғибәҙәт ҡылыу уткәрелде. Ғ. Хөсәйенов.
ДАҢ-ДОҢ КИЛЕҮ (даң-доң кил ) (Р: грохотать; И.: roll; peal; T.: dan dan etmek) ҡ.
Даң-доң иткән тауыштар сығыу. □ Грохотать, громыхать. Даң-доң килеп яңғырау.
ДАҢ ИТЕҮ (даң ит-) (Р: издавать грохот; И.: produce a roar; T.: gürüldemek) ҡ.
Даңғылдатыу. □ Издавать грохот, греметь, громыхать. ■ Стена сәғәте даң итеп һуҡты. С. Агиш. Уттай ҡыҙған, һыуҙай аға торған суйын, яҡын барһаң, бешерә. Унда даң-доң иткән төрлө тауыш ҡиммәтте иҫкә төшөрә. М. Ғафури.
ДАҢҠ (Р: подражание сильному звуку; И.: clank heavily; T.: çın) оҡш.
Тимер әйбергә ҡаты нәмә менән ныҡ һуҡҡанда, бәрелгәндә сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание сильному звуку, возникающему при ударе чем-л. твёрдым о металлический предмет. Даңҡ итеп һуғылыу.
■ Һуҙебеҙҙең ошо еренә еткәндә, уҙебеҙҙең кәмәлә китеп барғаныбыҙҙы ла онотҡанбыҙ булырға кәрәк, кәмәбеҙҙең мороно яр ситенә туҡтатып ҡуйылған һал ҡабырғаһына даңҡ итеп барып бәрелде. Т. Йәнәби.
ДАҢҠ-ДОҢҠ (Р: подражание сильному звуку; И.: jingle; T.: çın) оҡш.
Ҡабат-ҡабат даңҡ иткән тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание сильному звуку, возникающему при ударах чем-л. твёрдым о металлический предмет. Даңҡ-доңҡ килеу.
■ Алдан даңҡ-доңҡ тауыш сығара-сығара дөңгөрсө атлай, һуҡмаҡ тау билен уратып төшөу менән ҡуйы ағастар ҡаплаған тар ғына йырынға алып инә. 3. Ураҡсин.
ДАҢҠ-ДОҢҠ ИТЕҮ (даңҡ-доңҡ ит-) (Р: вызывать гулкий звон; И.: produce a dull ring; T.: çınlamak) ҡ.
Даңҡ-доңҡ килгән тауыштар сығарыу, даңҡылдатыу. □ Вызывать гулкий звон. Даңҡ-доңҡ итеп бәреу.
337