ДАРМАНА ҮЛӘНЕ
2. кусм. Нимәнелер хәл итер сара; әмәл, мөмкинлек. □ Средство, способ. Дарман итеу. ■ «Доға ҡөҙрәте, ағын һыу дарманы, ихлас теләк ғәйрәте» — ошондай ябай ҙа, ҡатмарлы ла һуҙҙәр урғылды тел осомда. Г. Ғиззәтуллина. Донъя хәтлем даръя арабыҙҙа, кисеп сығыр юҡ та дарманым. Т. Ғәниева. Дармандары юҡҡа дәртле егет йәш ғумерен зая кисерә. Халыҡ йырынан. • Дәрт биргәнгә дарман бирер. Мәҡәл. Дәртле дарманын табыр. Мәҡәл. Дәрт — даръя, дарман — донъя. Мәҡәл.
3. Ауырыу-сирҙе бөтөрә торған әмәл; дарыу. □ Лекарство. ■ Йә, хужам, ғашиҡ хәле еңел булмаҫ, табиптар ҙа ул дәрткә дарман тапмаҫ. «Йософ ҡиссаһы». Әжәл етһә ни... дарыу береһенә лә дарман бирмәҫ. Ғ. Ибраһимов. Әуәле кук быума булһа, кук атлы кешенән дарман һорағандар. Башҡорт мифологияһынан.
ДАРМАНА ҮЛӘНЕ (Р.: цитварная полынь; И.: wormseed; T.: horasan otu) и. бот.
Ҡыҫҡа тарбаҡ һабаҡлы, тетмәкәй япраҡлы, ҡатмарлы сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған һары төймә сәскәле әсе үлән {бабасырҙан әсәләр). □ Цитварная полынь (лат. Artemisia cina). Дармана уләнен киптереу.
ДАРМАН ИТЕҮ (дарман ит-) ҡ. ҡар. дауалау. ■ Һарыбай хан.. әжәл тушәгенә йығыла. Ни тиклем дарман итеп ҡараһалар ҙа шәбәймәй. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу».
ДАРМАНЛЫ (Р: сильный; И.: hefty; mighty; strong; T.: dermanlı) с.
Көслө, сәләмәт. □ Сильный, здоровый; энергичный. Дарманлы up. ■ Ишмөхәмәт кантон уҙе ат сабышы, көрәш, ғәжәйеп уҙенсәлекле һунар ярыштары ойошторорға әуәҫ, уларҙың уртаһында ҡайнаған дәртле, дарманлы бер ир-азамат булған. Т. Килмөхәмәтов. Студент саҡ — иң дәртле, иң дарманлы саҡ. «Таң», 1 сентябрь 2011.
ДАРМАНЛЫ БУЛЫУ (дарманлы бул-) (Р: быть сильным; И.: be strong; T: dermanh olmak) ҡ.
Көслө, сәләмәт булыу. □ Быть сильным, энергичным.
ДАРМАНҺЫҘ (Р: бессильный; И.: feeble, powerless; T.: dermansız) c.
Көсһөҙ, хәлһеҙ. □ Бессильный, слабый, немощный. ■ Өс йыл буйы иген уңмаған, йылҡы, ҡуй малдары йоттан ҡырылған, куп халыҡтар дарманһыҙ булған. Ғ. Хөсәйенов. Арбаным — арманһыҙ булдым, арбаным — дарманһыҙ ҡалдым, әммә теләк арнаным. Ф. Туғыҙбаева.
ДАРМАНҺЫҘ БУЛЫУ (дарманһыҙ бул-) (Р: быть слабым; И.: be feeble, weak; T: dermansız kalmak) ҡ.
Көсһөҙ, хәлһеҙ булыу. □ Быть слабым, немощным. ■ Ҡыш бик оҙаҡ булды, өс йылғаса йылҡы, ҡуй бөттө, игендәр һис уңманы, куп халайыҡтар дарманһыҙ булдылар, вә куп халайыҡ ас-яланғас булдылар. М. Аҡмулла.
ДАРМАНҺЫҘЛЫҠ (дарманһыҙлығы) (Р: бессилие; И.: feebleness; T: dermansızlık) и.
Дарманһыҙ булыу, көсһөҙ, хәлһеҙ булыу.
□ Бессилие, слабость, немощность.
ДАРСЫН [фарс. и. ҡар. дәрсен. Дарсын ҡайнатыу. Дарсын йыйыу.
ДАРҪ (Р: бах, трах; И.: bang!; T: çat) оҡш.
Ҙур ҡаты нәмәләр бер-береһенә бәрелгәндә сыҡҡан көслө, һаңғырау тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание резкому отрывистому звуку: бах, трах. Дарҫ итеп бәрелеу. Дарҫ итеп төшөу.
ДАРҪ-ДОРҪ (Р: бах, трах; И.: bang!; bang! T: çat çat) оҡш.
1. Ҡабат-ҡабат дарҫ иткән тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание повторяющимся отрывистым звукам: бах, трах. Дарҫ-дорҫ килеу.
2. кусм. Йөрәктең көслө, ҡаты һуғыуын белдергән һүҙ. □ Означает сильное сердцебиение. Дарҫ-дорҫ һуғыу. ■ Өй алдына инәм, тәҙрәгә киләм — йөрәгем ярылырҙай булып тибә: дарҫ-дорҫ, дарҫ-дорҫ... Ш. Бикҡол. Фильмды ҡотом осоп ҡарап ҡайттым, бер килке өйҙә уҙем генә ҡалһам, теге фильмдан
340