ДАРҺ-ДОРҺ
өҙөктәр күҙ алдына килеп, йөрәгем «дарҫ-дорҫ» тибер, .. мейес буйына һыйынып ҡына ултырып, йоҡлап китер инем. «Шоңҡар», №7, 2010.
ДАРҪ-ДОРҪ БУЛЫУ (дарҫ-дорҫ бул-) (Р.: сильно трещать; И.: crack heavily; T.: çat etmek) ҡ.
Ҡабат-ҡабат дарҫ иткән тауыш сығыу.
□ Сильно трещать, бабахать, бахать.
ДАРҪ-ДОРҪ ИТЕҮ (дарҫ-дорҫ ит-) (Р: издавать сильный треск; И.: crack heavily; T.: çat etmek) ҡ.
Ҡабат-ҡабат дарҫлаған тауыш сығарыу.
□ Издавать сильный треск, бахать; сильно биться, колотиться. Дарҫ-дорҫ итеп бәрелеү.
ДАРҪ ИТЕҮ (дарҫ ит-) (Р: издавать сильный треск; И.: produce heavy cracking; T: çat etmek) ҡ.
1. Дарҫлаған тауыш сығарыу. □ Издавать сильный треск; бахать. Дарҫ итеп ябыу. Бомбалар дарҫ итеп ярыла.
2. Йөрәктең көслө һуғыуы. □ Гулко, сильно биться, колотиться (о сердце). Йөрәк дарҫ итеп тибә.
ДАРҪЛАУ (дарҫла-) ҡ. ҡар. дарһылдау 2. ■ Алыҫта ярылған шрапнелдән ләүкеп ҡалҡҡан ут көлтәһе эргәңдә генә булып тойола. .. Йөрәк атылып сығыр сиккә етеп дарҫлай. Д. Юлтый. Йөрәк дарҫлап тибә, әйтерһең, бик ауыр эш эшләгәнмен. Н. Мусин. Бары тик йөрәге, ситлектән сығырға атлыҡҡан ҡош һымаҡ, ярһый, ҡайҙалыр ашҡына, һыу тауышын баҫып, дарҫлап тибә. Ә. Хәкимов. Туҡта-туҡта, йөрәк тигәне бер ҙә улай ҡыланғаны юҡ ине лә. .. Бына ҡапыл ғына дарҫлап типте лә киттесе. Р. Солтангәрәев.
ДАРҪ ТА ДОРҪ оҡш. ҡар. дарҫ-дорҫ 1. Дарҫ та дорҫ итеп ҡалыу.
ДАРҪ ТА ДОРҪ КИЛЕҮ (дарҫ та дорҫ кил-) оҡш. ҡар. дарһылдау 2. ■ Йөрәк, билдәһеҙ осрашыуҙы көтөп, күкрәк ситлегендә дарҫ та дорҫ килә, түҙеп тор ғына. «Йәшлек», 11 сентябрь 2008.
ДАРУҒА [монг.] (Р: даруға; И.: kind of administrative division (during the Mongol rule); T.: ilbay) и. map.
1. Урындағы идара башлығы, теге йәки был төбәктә хан вәкиле; хужалыҡ эштәренә, шул иҫәптән яһаҡ, һалым сәйәсәтенә етәксе.
□ Даруға. ■ Төмән башы йә даруға берәй ғибрәтле хәлде иҫкә төшөрә, әңгәмә, тигеҙ ерҙә йәйрәп аҡҡан һыу кеүек, һәүетемсә юҫыҡ ала. Ә. Хәкимов. [Әмир — Боғараға:] Көҙгө туҡлыҡ мәлендә йөҙ илле баш йылҡы, биш йөҙ һарыҡ, егерме дөйә бирерһең. Ҡалғанын даруға ишеттерер. Ә. Хәкимов.
2. Уртаса ҙурлыҡтағы административ-территориаль берәмек; әлкә. □ Даруға (название административно-территориальной единицы). ■ [Алдарбай тархан:]Миңлеғужа ағай, үҙебеҙҙең көн итмеш хаҡында бөтә даруғаларҙан аҡһаҡалдарҙы, старосталарҙы бер ҡорға йыйып, һөйләшеп, кәңәшләшеп алһаҡ, арыу булмаҫмы икән, тим. Н. Мусин. Тасим Маймәтовтың тыуған ере — элекке Өфө әйәҙе Уҫы даруғаһы Мул-Гәйнә олоҫоноң Ҡуян ауылы. Р. Шәкүр. [Үткенселәр] көллөбөҙ Нуғай даруғаһы яугирҙары менән бер-гәбеҙ, аттарыбыҙ дағалы, яу яраҡтарыбыҙ әҙер, тиҙәр. Ғ. Ибраһимов.
ДАРХАН [фарс. (Р: мастер; И.: foreman; farrier; T.: demirci) и.
1. иҫк. Оҫта, тимерсе. □ Мастер, кузнец. Дархан яһаған ҡорал. Дархан дағалаған ат ине.
2. ҡар. тархан. ■ Хәҙерге Байым ауылында элек бер дархан йәшәгән. Исеме булған — Байым. Шул дархан хәҙерге Белорет тирәһендә ерҙе бер рус байына һатып йәшәгән. Легенданан. • Ат яҡшыһы арҡанда, ир яҡшыһы дарханда. Мәҡәл.
ДАРХӘЛ [фарс. >] (Р: тотчас; И.: at once; T.: derhal) р. иҫк.
Тиҙ генә, шунда уҡ; ҡапыл, кисектергеһеҙ.
□ Тотчас, тут же; в ту же минуту, немедленно. Дархәл таралыу. Дархәл эшләргә.
ДАРҺ оҡш. ҡар. дарҫ.
ДАРҺ-ДОРҺ оҡш. ҡар. дарҫ-дорҫ 1. Дарһ-дорһ итеү. ■ Ауыр итек үксәһе ме
341