ДАРҺ-ДОРҺ ИТЕҮ
нән иҙәндә дарһ-дорһ йөрөгән кеше һөйләгәнде тыцлап ялҡҡан тотҡондар уҙ-ара бышылдашыуҙан туҡталманы. Я. Хамматов.
ДАРҺ-ДОРҺ ИТЕҮ (дарһ-дорһ ит-) (Р.: издавать сильный треск; И.: produce heavy cracking; T.: garç etmek) ҡ.
Ҡабат-ҡабат дарһылдаған тауыш сығыу. □ Издавать сильный треск, бахать; сильно биться, колотиться. Йөрәк дарһ-дорһ итеп тибә.
ДАРҺ ИТЕҮ (дарһ ит-) (Р.: издавать сильный треск; И.: produce heavy cracking; T: garç etmek) ҡ.
Дарһылдаған тауыш сығыу. □ Издавать сильный треск; бахать. Дарһ итеп ҡалыу. Дарһ итеп төшөп китеу.
ДАРҺЫЛДАТЫУ (дарһылдат-) (Р: бабахать; И.: bang; slap; T.: çat etmek) ҡ.
Дарҫ-дорҫ иттереү, дарҫ-дорҫ иткән тауыш сығарыу. □ Бабахать, бахать. Ҡапҡаны дарһылдатыу. Был хәбәр йөрәкте дарһылдатты ла ебәрҙе.
ДАРҺЫЛДАУ (дарһылда-) (Р: издавать сильный треск; И.: produce a heavy crackle; T.: çatırdamak) ҡ.
1. Дарҫ итеү, дарҫ-дорҫ итеү. □ Издавать сильный треск. Дарһылдап бомба ярылды. ■ Тағы кук дарһылдап янай, салыш-солош ут ялтлай. X. Назар.
2. кусм. Көслө, ҡаты һуғыу (йөрәк тибешенә ҡарата). □ Сильно биться, колыхаться (о сердце). ■ Алтынбайҙың йөрәге дарһылдап китте. 3. Ураҡсин. Ошо секундта Нурихановҡа әллә нимә булды. Ҡапыл йөрәге дарһылданы, башына эҫе һирпелде. Ә. Хәкимов. Был шаршы әлегә тиклем утелгәндәрҙец бешәһенә ҡарағанда ла хәтәрерәк булыр төҫлө тойолдо. Аралар яҡынайғай һайын, йөрәк нығыраҡ дарһылданы. Д. Бүләков.
ДАРЪЯ [фарс. (Р: большой водоём; И.: large river; vast water body; T.: derya) и.
1. Сиге күренмәгән ҙур һыу. □ Большой водоём, большая бескрайняя вода. Икһеҙ-сикһеҙ даръя. ■ Ни тиһәц дә, һыу-һул
ваҡыты етеп килә, яҙын даланың һәр бер уҙәне даръяға әйләнә торған. 3. Ураҡсин. Ҡурҡыныс юҡ, тип даръяға инеп бары-уым тағын. Г. Ҡотоева. Тел тамыры ҡоро-уы даръялар ҡороуҙан аяныслыраҡ. Л. Яҡшыбаева. • Һыу һыуға ҡойор, һыу даръяға ҡойор. Мәҡәл.
2. Бик ҙур йылға. □ Большая река. ■ Бәғзе байҙар, ҡалалағы заводтарын ябып, тауҙан төшкән даръя баштарына заводтар яһатҡандар икән. М. Өмөтбаев. Аҡты-ҡараны айырмай ҡаршы сығыу — тәрәнлеген тоҫмал итмәйенсә ят даръяға ташланыу менән бер. Ә. Хәкимов. Алпамыша ажарланып тағы ла дошман яуына ташлана, һуғыш бик ҡаты була. Ҡан даръя булып аға. Эпостан.
3. кусм. Ниҙецдер күплеге, сикһеҙлеге. □ Море, океан. ■ Хәсрәтле ҡатын төйөлдө, хәсрәтле ҡатын тешен ҡыҫты, хәсрәтле ҡатын сытырлатып куҙҙәрен йомдо. Бар донъя ҡарацғылыҡ даръяһына сумды. Р. Камал.
♦ Күҙ — даръя күп нәмәне (тейешен дә, тейеш тугелен дә) күреү тураһында әйтелә. □ Видеть нужное и ненужное. Әлеге әйткәндәй, куҙ тигәнең даръя бит ул.
ДАРЫ I [фарс. j*û] (Р: порох; И.: powder; T.: barut) и.
Снаряд һәм патрон эсенә һалына торған шартлатҡыс матдә. □ Порох. Дары йәшниге. Дары һауыты. ■ Ҡеше уҙенец ишеләрҙе ҡырыу өсөн ҡоралдар ҙа уйлап сығарған: дары, мылтыҡ, туптар, газ. Д. Юлтый. [Төлкөсура] ҡайһы саҡта һуҫар йә башҡа берәй йәнлек юлына һуғылһа, .. һәр саҡ уҙе менән йөрөткән һыҙма мылтығының көбәгенә дары һалып, ҡурғаш тыңҡыслай ҙа һунарсыларға керешеп китә. Н. Мусин. Кемдер нимәлер уйлап тапҡан, уҙенеке иткән, тамғаһын һалған... Компас, тәгәрмәс, дары, карта, радио, китап, фәнни-географик асыштар. Ә. Әминев. • Дарыһы ҡоро, һуҙе тура. Мәҡәл.
♦ Дары еҫен еҫкәү һуғыштың эсендә булыу. □ соотв. Нюхать порох (побывать на войне). Дары еҫен еҫкәп тә ҡарамаған малайҙар.
342