Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 343


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ДАСТАН
ДАРЫ II [боронғо төрки тарығ] и. диал. ҡар. тары. Дары бутҡаһы. Дары бешереү.
ДАРЫ МӨГӨҘӨ (Р.: пороховница из рога; И.: powder flask made of horn; T.: barutluk) и.
Мөгөҙҙән яһалған боронғо дары һауыты. □ Пороховница из рога. Күргәҙмәләге дары мөгөҙө.
ДАРЫУ [фарс. (Р.: лекарство; И.: drug; potion; medicine; T.: ilaç) и.
1. Ауырыуҙы, сирҙе бөтөрөү, дауаланыу өсөн ҡулланыла торған ҡаты, шыйыҡ йәки онтаҡ хәлдәге матдә; дауа. □ Лекарство, снадобье. Дарыу дауаһы. ■ Шифа тапһа берәү сиренә һыуҙан, зарар булыр берәүгә шул дарыуҙан. М. Өмөтбаев. Сестралар.. халат һәм аяғыма сәпелдәк ҡата кейҙерҙеләр. Берәүһе дарыу менән һөт килтерҙе. Д. Юлтый. [Ирназаров — ҡартҡа:] Был дарыу, бабай, дарыу. Кешеләрҙе дарыулай торған нәмә була бит, был тап шуның үҙе инде. И. Насыри. Беҙ, йә ана шул ҡошто ояһы-ние менән ҡырып, йә әжәлгә ҡаршы берәй дарыу табып ҡайтырға тырышырбыҙ, — тип, ҡырҡ көнлөк аҙыҡ алып, кеҫәләренә йөҙәр һум аҡса һалып, аяҡ тартҡан яҡҡа сығып китәләр. Әкиәттән. • Күп һүҙҙең дарыуы — бер һүҙ. Мәҡәл. Ялҡаулыҡ — зәхмәт, дарыуы — хәрәкәт. Мәҡәл. Ялҡаулыҡтың дарыуы — эш. Мәҡәл.
2. Төрлө ҡоротҡос бөжәктәрҙе бөтөрөү маҡсатында ҡулланылған ағыу. □ Ядовитый препарат, яд для уничтожения насекомых. Колорадо ҡуңыҙы дарыуы. Себен дарыуы.
3. күсм. Рухи төшөнкөлөктәрҙән сығыу сараһы, ысулы, әмәле. □ Средство, способ избавления от пессимизма, душевной боли. Йән дарыуы. Дарыуын табыу. Дарыуы бар. ■ Таңсулпанды шундай тәрәнтен, рухи инеш һуғара, ҡеүәт бирә, һәм яҙғаны, көслө дарыу кеүек, күтәрә алғандарҙы сихәтләндерә, ә көсһөҙҙәрҙең күтәрә алмауы ла ихтимал шикелле тойолдо. Г. Ғиззәтуллина.
♦ Әжәл дарыуы һирәк осрай торған бик кәрәк нәмәгә ҡарата әйтелә. □ Редкая, необходимая вещь; панацея.
ДАРЫУ-ДАРМАН и. ҡар. дауа-дарман. ■ Боғаҙаҡҡай күлгә ҡармаҡ һалдым, ҡармағыма сабаҡ ҡапманы, дарыу-дарман итеп мин ҡараным, әжәлдәргә дарыу тапманым. Халыҡ йыры.
ДАРЫУЛАНЫУ (дарыулан-) (Р: принимать лекарства; И.: take medicine; T.: ilaç almak) ҡ.
Ауырыуҙы бөтөрөү өсөн дарыу менән файҙаланыу; дауаланыу. □ Принимать лекарства. Дарыуланып алыу. Дарыуланып йөрөү. ■ Эш эшләп ҡыш буйына киттем арып, өс аҙна яттым бында дарыуланып. М. Ғафури.
ДАРЫУЛАТЫУ (дарыулат ) ҡ. йөкм. ҡар. дарыулау, понуд. от дарыулау.
ДАРЫУЛАУ (дарыула-) (Р: лечить лекарствами; И.: cure; treat; T: tedavi etmek) ҡ.
Ауырыуҙан йүнәлтеү өсөн дарыу биреү; дауалау. □ Лечить лекарствами. Дарыулап ебәреү.
ДАРЫУ ТӨЙМӘҺЕ (Р: таблетка; И.: tablet, pill; Т: һар) и.
Төймә, һиҙәп рәүешендәге дарыу. □ Таблетка. ■ Тү ш кеҫәһенән тынысландыра торған дарыу төймәһен алып ҡапты. Насар кәйефен ул бөгөн һиҙҙермәҫкә тейеш. Л. Якшыбаева. Төрлө дарыу төймәһе йотҡансы халыҡ медицинаһы буйынса үләндәр менән дауаланыу файҙалыраҡ. «Йәшлек», 7 июль 2009.
ДАРЫУХАНА [фарс. jjh] (Р: аптека; И.: pharmacy; chemist’s (shop); T: eczane) и.
Дарыу һәм һаулыҡ һаҡлау өсөн кәрәкле төрлө нәмә һата торған ойошма. □ Аптека. Дарыуханаға барыу. Дарыухананан алыу. Дарыу хана асылыу. Дарыу хана директоры. ■ Донъя булғас, көн дә аҙыҡ-түлек алырға магазинға, дарыу эҙләп дарыуханаға, поликлиникаға йөрөргә лә тура килә. «Башҡортостан», 3 декабрь 2011.
ДАРЫ ЯРМА и. диал. ҡар. тары ярмаһы. Дары ярмаһы бешереү. Дары ярмаһы һибеү.
ДАСТАН [фарс. jtu-b] (р: дастан; И.: epos, epic; T: destan) и.
343