Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 344


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ДАСТАНСЫ
Шиғыр менән яҙылған ҙур күләмле эпик әҫәр. □ Дастан, поэма; эпос. Ләйлә вә Мәжнүн дастаны. ■ 1911 йылда донъя күргән тәүге ғилми хеҙмәте булған мәҡәләһен Вәлиди [Зәки Вәлиди] Иҙеүкәй тураһындағы дастанға бағышлаған булған. Ә. Сөләймәнов. Аҡһаҡал хәбәр тоҡсайын сисеп ебәрә. Уның ҡыҙыҡлы хәбәрҙәре Сәйфетдин уҡыған дастандарҙа тасуир ителгән мауыҡтырғыс мажараларға үрелеп китә. Ә. Хәкимов.
ДАСТАНСЫ (Р.: сказитель или автор дас-танов; И.: narrator (of folk tales); T.: destancı) и.
Дастандар һөйләүсе йәки яҙыусы. □ Сказитель или автор дастанов. ■ Дастансы раҫлауынса, был хәлде, йәнәһе, Аланғу тирмәһе тирәһен төндә күҙәтеп тороусылар ҙа геуаһлай. Ә. Сөләймәнов.
ДАСТАРХАН [фарс. (р: ска-
терть; И.: table cloth; T.: sofra örtüsü) и.
1. Ашъяулыҡ. □ Скатерть. Дастархан йәйеү.
2. Һый менән тулы өҫтәл. □ Стол, наполненный явствами. Дастарханға саҡырыу.
ДАСТУЙ [рус. достойный} (Р.: долговязый; И.: lanky; T.: uzun boylu) с. диал.
Оҙон буйлы кеше. □ Долговязый. Дастуй егет. Дастуй үҫкән.
ДАСТЫЙ [рус. достойный} с. диал. ҡар. дастуй. Дастый кәүҙәле.
ДАТ I (Р: датчанин; И.: Dane; Т.: Danimarkah) и. этн.
Данияның төп халҡын тәшкил иткән милләт һәм шул милләтең бер кешеһе (герман телдәренең береһендә һөйләшә). □ Датчанин. Дат халҡы. Дат ҡатыны. Дат теле.
ДАТ II [фарс. -аЬ] (Р: верность; И.: faithfulness, fidelity; T.: sadakat) и. иҫк.
1. Тоғролоҡ; ғәҙеллек. □ Верность.
2. Ҡоһор, үс, нәфрәт. □ Месть. Датын ҡайтарыу. Дат алыу. ■ Тейеп китһәң, ҡара май силәгендәй, ҡарайтып, датлауға бар, аҡлауға юҡ. М. Аҡмулла.
3. Әрнеү, зар. □ Горечь, боль. ■ Наҙан менән күпме юлдаш булһаң да һин, ахырында, бер көн килеп, дат алырһың. М. Аҡмулла.
ДАТА [рус. < фр. date < лат. data} (Р: дата; И.: date; T: tarih) и.
1. Берәй ваҡиғаның билдәле календарь ваҡыты. □ Дата. Иҫтәлекле дата. М 1947 йылда Бабай ҡасабаһы барлыҡҡа килә. Был тарихи дата шофёр Афанасий Се-ряктың Мәләүездән ағас, таҡта тейәлгән материалдарҙы буласаҡ ҡала биләмәһенә килтереүенән башлана. Картотека фондынан.
2. Берәй документ, хат, эш ҡағыҙы һ. б. яҙылған, эшләнгән ваҡытын күрһәткән билдә, яҙма. □ Дата. Датаны яҙҙыртыу. ■ [Яубаҫаровтың] паспортында 1944 йылдың 1 апрелендә тыуған, тип яҙылған. .. Уны ҡарап үҫтергән Иван бабаһы башына килгән яҡынса датаны яҙҙыртҡан. Ә. Хәкимов.
ДАТА ҠУЙЫУ (дата ҡуй-) ҡ. ҡар. даталау 1. Бөгөнгө датаны ҡуйыу. Документҡа дата ҡуйыу.
ДАТАЛАНЫУ (даталан-) ҡ. төш. ҡар. даталау, страд, от даталау. Даталанған документ. Даталанған блокнот.
ДАТАЛАУ (датала-) (Р: датировать; И.: date; T.: tarihlemek) ҡ.
1. Датаны ҡуйыу, датаһын яҙыу, күрһәтеү. □ Датировать. Ваҡиғаны даталау.
2. Ниҙеңдер датаһын асыҡлау. □ Датировать. Яҙманы даталау.
ДАТАЛЫ (Р: датированный; И.: having а date, dated; T.: tarihli) с.
Датаһы ҡуйылған. □ Датированный, с датой. Даталы документ. Даталы билет.
ДАТАҺЫҘ (Р: недатированный; И.: dateless; T.: tarihsiz) с.
Датаһы ҡуйылмаған. □ Недатированный, без даты. Датаһыҙ булыу. Датаһыҙ көндәлек. Датаһыҙ блокнот.
ДАТСА (Р: по-датски; И.: in Danish; T.: Danimarkah) р.
1. Дат телендә. □ По-датски, на датском языке. Датса һөйләшеү. Датса уҡыу.
2. Даттар кеүек, дат халҡына хас. □ По-датски. Датса бейеү. Датса йырлау.
344