Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 345


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ДАУАЛ
ДАТҺЫҘ (Р.: неверный; И.: disloyal; T.: şada kastsiz) c.
Тоғролоҡһоҙ, хыянатсыл. □ Неверный. Датһыҙ бей. Датһыҙ ҡатын. ■ Илдең башына кем етте? Илдең датһыҙ бейҙәре, тургә сыҡмаҫ турәләр — шул етте ау, шул етте. Ҡобайырҙан. Ун өс тигәс тә ни яман? Датһыҙ йыйған мал яман. Ҡобайырҙан.
ДАТЧАН и. этн. ҡар. дат I.
ДАУ [ғәр. (Р.: иск; И.: litigation; Т: dava) и.
1. Дәғүәле талаш, ыҙғыш. □ Иск, тяжба. В Һәр дау тиккә генә ҡупмай, бөтә урында ла законлылыҡты тоторға кәрәк. Дәүләтебеҙҙең именлеге лә шунда. 3. Ураҡсин. Иманлыға беҙ кәрәкбеҙ, иманһыҙға даубыҙ. Г. Ҡотоева. • Йәнен аямаған яу алыр, малын аямаған дау алыр. Мәҡәл. Батырҙар бар ерҙә — яу бар, турәләр бар ерҙә — дау бар. Әйтем.
2. Шау-шыулы оло талаш, әрләш. □ Скандал, ссора, спор. ■ Яу алды — дау, тигән боронғолар. Әллә дау шуға илтерме? Ғ. Хөсәйенов. Аҡыл нисек кенә дау кутәрмәһен, куңел ни тиклем генә ҡабул итмәҫкә тырышмаһын, мәңгелек ҡанунға буйһонорға тура килә. М. Ямалетдинов. Бөгөн килеп, .. устав менән вазифа артҡа сигенде, выждан хөкөмө телгә килеп, дау кутәрҙе. М. Кәрим. • Дауға барғансы, яуға бар. Әйтем. Дауылһыҙ көндө дау барын онотма, вайымһыҙ көндө яу барын онотма. Әйтем.
3. Яу. □ Война, сражение. ■ Батырмын тип кем әйтмәй — яу килгәндә йуне юҡ, сәсәнмен тип кем әйтмәй — дау килгәндә өнө юҡ. Ҡобайырҙан. Телде телдәр хушһынмаһа, артылмаҫлыҡ тау булыр, булмаҫ дуҫлыҡ, дау булыр, дау артынан яу булыр. Р. Ғарипов. Баш ярып, куҙ сығарып, дау даулашып, ун бәләнең береһе ҡулдан тыуыр. М. Аҡмулла.
ДАУА I [ғәр. (Р; целебное средство; И.: drug, remedy; T: deva) u.
1. Ауырыуҙы, сирҙе бөтөрөү өсөн ҡулланыла торған шифалы нәмә; дарыу. □ Целебное средство, лекарство, снадобье. Дауа
ҡулланыу. ■ Кемгә хәлем ғарыз итәйем, булманым һис бер дауа. М. Өмөтбаев. Ҡорттар саҡһа, сирле тәнгә дауа, тиҙәр, ҡан ҡыҙыулай, йөрәк ҡеүәт ала, тиҙәр. Ҡ. Даян. Сырхауҙарға сихәт булып, яраларға булып дауа, ҡара ергә аҡ ҡар яуа, ҡарт тупраҡҡа йәш ҡар яуа. М. Кәрим. Көмөштәй саф, балдай татлы шишмә һыуы һаман элеккесә һыуһағандың һыуһынын ҡандырған, арығанға хәл индергән, сырхағанға шифалы дауа булған. 3. Биишева, һөлөк бик ҙур дауа бирә, кешенең ямағын алып бөтөрөп тора. Экспедиция материалдарынан • Дәртһеҙгә дауа юҡ. Әйтем. Саф һауа — тәнгә дауа. Әйтем.
2. кусм. Төрлө ауыр хәлде, күңелһеҙлекте бөтөрөүгә ярҙам итә торған сара, әмәл. □ Средство, способ. ■ Табип әллә ниндәй дарыуҙар бирә-биреуен, хәҙергә дауаһы һиҙелмәй. Ә. Хәкимов. Йәш йөрәгем бик һыҙлана, берәй дауа бирсе, еңгәй, берәй дауа бирсе, еңгәй? «Алпамыша».
ДАУА II [ғәр. (Р: положение игральной кости на спине; И.: position of a dice; T: zarın durumu) u.
Ашыҡ уйынында ашыҡтың салҡан әйләнеп ятҡан хәле. □ Положение кости на спине (при игре в альчики). Дауаны дауа менән парлау.
ДАУА-ДАРМАН [ғәр. + фарс.
(Р: лекарства; И.: medicine; healing means; T: ilaç) и. йыйн.
Төрлө дауалау саралары. □ Лекарства, снадобья, целебные средства. Дауа-дарман табыу. ■ [Атайым] кешеләр кәңәшен тотоп, уларҙы [сөйәлдәрҙе] ат ҡылы менән дә быуып ҡарай, тик бер ниндәй дауа-дарман ярҙам итмәй. М. Ямалетдинов.
ДАУА-ДАРМАН ИТЕҮ (дауа-дарман ит-) ҡ. ҡар. дауалау. ■ [Табип:] Минең бер хәжәтем бар, әнә ошоно эшләһәгеҙ генә ҡыҙығыҙҙы дауа-дарман итәм, сәләмәтләндерермен. Әкиәттән.
ДАУА ИТЕҮ (дауа ит-) ҡ. ҡар. дауалау. Ҡымыҙ менән дауа итеу. Йөрәкте дауа итеу.
ДАУАЛ и. диал. ҡар. зыян 2. • Башыңа сир төшһә, малыңа дауал килер. Әйтем.
345