Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 346


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ДАУАЛАНЫУ
ДАУАЛАНЫУ (дауалан-) (Р.: лечиться; И.: take treatment; T.: tedavi görmek) ҡ.
Ауырыуҙан шәбәйер өсөн дауа менән файҙаланыу; дарыуланыу. □ Лечиться.
■ [Ҡырымғужин] больницала дауаланып ятты, сыҡҡанында һәр төрлө тормош ығы-зығыларынан һаҡланырға, ҡырҡыу хәрәкәттәр яһамаҫҡа, ауыр әйбер күтәрмәҫкә ҡуштылар. Н. Мусин.
ДАУАЛАНЫУСЫ (Р.: лечащийся; И.: person reseiving treatment; T.: tedavi gören) u.
Дарыу ҡабул итеп, дауаланып йөрөгән кеше. □ Лечащийся, пациент. Дауаланыусылар фекере. Дауаланыусы яугирҙар.
■ Дауаланыу һөҙөмтәле булһын өсөн дауаланыусының уға ышаныуы, бөткәнсе асылыу ы кәрәк. Т. Ғарипова. Башҡорт далаларына килеп ҡымыҙ менән дауаланыусы XIX быуат ғалимдарының береһе шулай тип яҙып ҡалдырған: «Ҡымыҙға бер өйрәнһәң, уны башҡа төр эсемлектәр менән алыштырыу мөмкин түгел». «Киске Өфө», № 52, 2011.
ДАУАЛАТЫУ (дауалат-) ҡ. йөкм. ҡар. дауалау, понуд. от дауалау. Теште дауалатыу.
ДАУАЛАУ (дауала-) (Р: лечить; И.: treat; T.: tedavi etmek) ҡ.
Ауырыуҙан шәбәйтер өсөн дауа биреү; дарыулау. □ Лечить. Йәрәхәтте дауалау. М Ҡешенең йөрәк йәрәхәттәрен дауалау өсөн тәбиғәттән дә көслөрәк дарыу юҡтыр. Н. Мусин. [Дулат мәргән] наҡыҫ ризығын да, усағы йылыһын да уртаҡланы, [Ҡыуандыҡтың] сирен шәфҡәт менән дауаланы. Ә. Хәкимов. Мөхәмәтшанылазаретта арлы-бирле дауалап, өйөнә ҡайтып етерлек кенә итеп аяҡҡа баҫтырҙылар. М. Хужин. Тулҡындарың йәнде дауалай ҙа имләй микән күңел яраһын? Г. Ҡотоева. Былар инде хәҙер ауырыуҙы бик ентекләп ҡарап, дауалайҙар, эй дауалайҙар, ти, ләкин дарыуҙарының шифаһы бер ҙә теймәй, ти. Әкиәттән.
ДАУАЛАУСЫ (Р: лечащий; И.: doctor in charge (of the case); T.: müdavi hekim) с.
Ауырыуҙы дауалаусы, дауалау эше менән шөғөлләнеүсе. □ Лечащий. Дауалаусы табип. ■ Ни ҡылһын өлөшһөҙ ҡатын? Ҡөнө тағы им-томсоға, йәшерен-батырын дауалаусы табиптарға ҡалды. Ә. Хәкимов.
ДАУАЛАУ ФИЗКУЛЬТУРАҺЫ (Р: лечебная физкультура; И.: therapeutic physical training; T.: tıbbi jimnastik) u.
Дауалау маҡсатын күҙ уңында тотоп үткәрелгән күнегеүҙәр. □ Лечебная физкультура. Дауалау физкультураһы яһау. Дауалау физкультураһы кабинеты инструкторы. Дауалау физкультураһы кабинеты етәксеһе. ■ Дауалау физкультураһы кабинеты инструкторын [Эльза Күсәрбаеваны] еңеүе менән шифахананың баш табибы Буранбай Ямалов та, көйәрмәндәре лә ихлас ҡотланы, уға артабан да эшендә тик уңыштар теләне. «Йәшлек», 30 апрель 2011.
ДАУАМ [ғәр. eb-d (Р: продолжение; И.: continuation; T.: devam) и.
1. Эш-хәрәкәт, процесс, хәл-ваҡиғаның өҙөлөп торғандан һуң артабанғы ваҡыт һуҙымы. □ Продолжение; продолжительность. Киноның дауамы. Тапшырыуҙың дауамы.
2. Бөтмәй өҙөлгән нәмәнең артабанғы һуҙымы. □ Продолжение. Юлдың дауамы. Романдың дауамы бар. ■ [Тәбит] төнөн йәнә төш күрҙе — теге көндө күргән төшөнөң дауамы ине был. Ә. Әминев. Тәбиғи тыйнаҡлығы, тәрбиәһе күҙенә ялыныслы текләп торған кешенең үтенесен тота килеп кире ҡағырға ирек бирмәне Инсафҡа... Шуға күрә сабыр ғына һүҙҙең дауамын көттө. Г. Ғиззәтуллина. Мостафа тауы ҡибла яҡтан һуҙылып килгән Ҡалаҡтауҙың дауамы булып, һөҙәк кенә морон булып Вятский ауылында тамамлана. М. Ямалетдинов.
ДАУАМ ИТЕҮ (дауам ит-) (Р: продолжаться; И.: continue; T.: devam etmek) ҡ.
1. Башланған эш, хәл һ. б. тамамланмай артабан барыу, һуҙылыу. □ Продолжаться, длиться. ■ Алыш тауышһыҙ-тынһыҙ дауам итте. Аяҡ салыу кеүек харамлашыуға берәү ҙә барманы. М. Кәрим. Документтарҙан
346