ДАУАСЫ
ул-был ноҡсан тапмағас, Фазыл әҙерәк тынысланды, һүҙен өгөт-нәсихәт аһәңендә дауам итте. Ә. Хәкимов. Түңәрәк буйынса хәрәкәт бик оҙаҡ дауам итә. Ауаз сығарып йүгерешкән кешеләр барыһы ла үҙҙәрен Тәңренән яңы көс алғандай тоя. 3. Ураҡсин.
2. Эш-хәлде туҡтатмау, бөтөрмәй һаҡлау, артабан да йәшәтеү. □ Продолжить.
■ Ә тәбиғәт үҙенә төшкән бурысты үтәргә тейеш — уға, ер йөҙөндә тормош дауам итһен өсөн, бөтәһе лә кәрәк. Н. Мусин. Нисәмә йылдар буйы барған һәүетемсә генә тормош дауам итә: кешеләр өйҙәренә ут ала, малдар япма-һарайҙарға индерелә, барса тәбиғәт йоҡоға әҙерләнә. Р. Ураҙғолов.
ДАУАМ ИТТЕРЕҮ (дауам иттер-) ҡ. йөкм. ҡар. дауам итеү 2. понуд. от дауам итеү 2.
ДАУАМЛАУ (дауамла-) (Р.: продолжить; И.: continue; T.: devam etmek) ҡ.
Дауам итеү. □ Продолжить. Юлды дауамлау. ■ [Юлсылар ] һәр карапта берәр генә тәпәш елкән ҡалдырып, бүтәндәрен төрөп бәйләргә, йөрөштө, һаҡлыҡтан, яр яғала-быраҡ дауамларға булдылар. Ә. Хәкимов.
ДАУАМЛЫ (Р: продолжительный; И.: continuous; T.: devamlı) с.
Ваҡыт эсендә һуҙылған, оҙайлы. Ö Продолжительный, длительный. Дауамлы йола.
■ «Ағиҙел» ниәтләгән әлеге һөйләшеү бөгөнгө әҙәбиәтебеҙҙең, ғөмүмән, рухиәтебеҙҙең торошона, бурыстарына бәйле фекер алышыу матур традицияға, дауамлы йолаға әйләнеп китһә икәнсе. Ғ. Хөсәйенов.
ДАУАМЛЫ БУЛЫУ (дауамлы бул-) (Р: быть продолжительным; И.: be continuous; T.: devamlı olmak) ҡ.
Оҙайлы булыу, оҙаҡҡа һуҙылыу. □ Быть продолжительным, длительным.
■ Шуныһы дауамлы булһын ине: киләсәк быуындар онотмаһын ул йылдарҙы. Брест ҡәлғәһе, халыҡтар дуҫлығы һәм берҙәмлеге урыны булып, оҙаҡ йәшәһен. «Йәшлек», 3 июль 2010.
ДАУАМЛЫҠ (дауамлығы) (Р: длительность; И.: duration; T.: devamlık) и.
Дауамлы булыу хәле, күренеше. □ Длительность. Осош дауамлығы.
ДАУАМЛЫЛЫҠ (дауамлылығы) и. ҡар. дауамлыҡ. Үҫеш дауамлылығы. Ултырыш дауамлылығы, һәр башланғыс дауамлылығы менән әһәмиәтле. ■ Үҫеш дауамлылығы барыбыҙҙың да эшен еңеләйтә, күңелде күтәрә, бәхетле киләсәк өсөн ышаныс тыуа. «Йәшлек», 24 июнь 2008.
ДАУАМСАНЛЫҠ (дауамсанлығы) (Р: продолжительность; И.: duration; T.: devamlılık) и.
Дауамлы булыу билдәһе. □ Продолжительность. Дәрескә лә, кластан тыш эштәргә лә фәннилек, системалылыҡ, дауамсанлыҡ, теорияны практика менән бәйле өйрәтеү, материалды аңлы рәүештә әүҙем үҙләштереү хас булырға тейеш.
ДАУАМҺЫҘ (Р.: непродолжительный; И.: short-termed, brief; of short duration; T: devamsız) c.
1. Һуҙылмаған, оҙайһыҙ. □ Непродолжительный, недлительный. Дауамһыҙ ял.
2. Дауамы булмаған. □ Без продолжения. ■ Изге башланғыс дауамһыҙ булмай. «Башҡортостан», 11 июнь 2011.
ДАУАМҺЫҘЛЫҠ (дауамһыҙлығы) (Р: непродолжительность; И.: briefness; short duration; T.: devamsızlık) и.
Дауамһыҙ булыу хәле, күренеше. □ Непродолжительность.
ДАУАМЫНДА (Р: в течение; И.: during; T.: devamında) бәйл.
Эш-хәрәкәт, ваҡиға, процестың шул ваҡыт эсендә барғанын белдерә. □ В течение; во время, в продолжение (послелог). Һуғыш дауамында. ■ Улар [фән юлында көрәш башлап ебәреүселәр] үҙҙәренең ҡыҫҡа ғүмерҙәре дауамында тормош тарафынан ныҡ талап ителгән барлыҡ фәндәргә һәм сәнғәттәргә лә нигеҙ һалып ҡалдырырға ашыҡҡандар. Картотека фондынан. [Аҡмал] ҡыш дауамында бимазалаусы булмағас, ҡотолдом, шөкөр, тип шатланырға ла өлгөргәйне. Б. Рафиҡов.
ДАУАСЫ (Р: лекарь; И.: doctor in charge (of the case); T.: müdavi hekim) и.
347