Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 348


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ДАУАХАНА
Ауырыуҙы, сирҙе билдәләп, бөтөрөү сараһын күргән кеше, дауалаусы врач. □ Лекарь. ■ Мөжәуир хәҙрәтте онотоу, уның рухын хөрмәтләп иҫкә алмау — оло гөнаһтыр. Хәҙрәт, әулиә, дауасы исемдәрен уға халыҡ биргән. Р. Аҙнағолов.
ДАУАХАНА [ғәр. + фарс. (Р: больница; И.: hospital; T.: hastane) и.
Ауырыуҙы дауалай торған йорт. □ Больница, лечебница. ■ Ауыртыныуҙан бөгөлөп, дауахана коридорында табипты көтөп ултырған йәш егеттең яурынына кемдер ипләп кенә ҡағыла һәм: «Атай!» — тип өндәшә. Картотека фондынан. Сәлимә инәй бығаса дауахана юлын тапамаһа ла, уҙен насарыраҡ тоя башлағас, ләж ятмаҫ элек тип поликлиникаға китте. «Башҡортостан», 10 август 2011.
ДАУКӘР и. иҫк. ҡар. даусы 1,2. Даукәр ҡатын.
ДАУ КҮТӘРЕҮ (дау күтәр-) ҡ. ҡар. дау ҡуптарыу. Дау кутәреп кәйеф төшөрә.
ДАУ ҠУБЫУ (дау ҡуп-) (Р: скандалить; И.: make a row; T.: kavga etmek) ҡ.
Тауышланыу, әрләшеү. □ Скандалить, подниматься (о скандале), ругаться. ■ Алдағы йылда бесән өсөн дау ҡупты. Й. Солтанов.
ДАУ ҠУПТАРЫУ (дау ҡуптар-) (Р: поднимать скандал; И.: raise the devil; T: kavga çıkarmak) ҡ.
Тауыш, әрләш башлау. □ Поднимать скандал. Бушҡа дау ҡуптарыу. ■ Ҡалым ҡайтарыу — дау ҡуптарыу. Ғәрсел Сырым быны күтәрмәҫ. Ә. Хәкимов.
ДАУЛАТЫУ (даулат-) ҡ. ҡар. даулау 1. Даулатып мөлкәтен ҡайтарып алды.
ДАУЛАУ (даула-) (Р: требовать; И.: demand; T.: talep etmek) ҡ.
1. Дәғүәләп, талап итеп көрәшеү; яулау. □ Требовать; завоёвывать. Мал-мөлкәт даулау. ■ Атайҙан ҡалған урын-ер тураһында ағаһы уҙе өндәшмәгәс, һуҙ кутәреуҙе лә уңайһыҙ һананы, быны Сөләймән мал-мөлкәт даулау тип аңлап ҡуйыр. 3. Ураҡсин. Китте-китте төкөрөк сәсеп, хаҡлыҡ даулап
Әпшән бригадиры, тотоп тыйып ҡына булмай. Р. Камал.
2. һорап, талап итеп ныҡышыу. □ Оспаривать, добиваться. ■ Ошо ер аҙмы икән ни батша хәҙрәттәренә? Тағы нимә даулай ул? М. Хужин.
ДАУЛАУСЫ и. ҡар. даулашыусы. Даулаусы талаптары.
ДАУЛАШТЫРЫУ (даулаштыр-) ҡ. йөкм. ҡар. даулашыу, понуд. от даулашыу. Халыҡты даулаштырыу.
ДАУЛАШЫУ (даулаш-) (Р: сутяжничать; И.: be litigious; go to law; T.: davalı olmak) ҡ.
1. Дәғүәләшеп талашыу; тартышыу. □ Сутяжничать, предъявлять претензии друг к другу, судиться. ■ Зарлы башка — зәңге таяҡ. Аптырағас, даулашып булаштыҡ, хатта яуҙар ҡуптарҙыҡ. Ғ. Хөсәйенов.
2. Үҙ-ара талашып шаулашыу. □ Скандалить, устраивать свару. Даулашып ҡайталар. ■ Эшелон начальнигы, теш араһынан сыртлатып төкөрөп: «Даулашырға хаҡығыҙ юҡ, көтөгөҙ!» — тип екерҙе. Ә. Хәкимов. Ҡарттар, Әберәй батырҙы йыйынға ебәрергә кәрәк, тип даулашып кантон янына баралар. Ж. Кейекбаев.
ДАУЛАШЫУСЫ (Р: сутяжник; И.: litigious person; T.: kavgacı) и.
Даулашҡан кеше; даусы. □ Сутяжник; скандалист. Даулашыусы кеше. Даулашыусы ҡаршы яҡ.
ДАУЛЫ I (Р: спорный; И.: disputable; controversial; T.: tartışmalı) с.
1. Талаш-тартышлы, бәхәсле. □ Спорный. Даулы мәсьәлә. Даулы ултырыш. ■ Ул даулы, ҡанлы, ҡара ҡайғылы ҡараңғы көндәрен Бәҙерғол хәҙер бик хәтерләргә теләмәй. Ғ. Хөсәйенов. Шаулы ла, даулы ла ваҡиғаларҙың өнһөҙ шаһиты булған өсөн серлелер инде был соҡор [Таш ҡаҙған]. М. Ямалетдинов. Ерең таулы булһа, илең даулы булмаһын, тигәндәй, Урҙа бит боларып китте, ҡағаным. М. Буранғолов.
2. Ҙур ваҡиғаларға бай, тынғыһыҙ, шау-шыулы. □ Беспокойный. Даулы көйҙәр.
348