Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 349


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ДАУЫЛ ҠОШО
■ Куңелендә боласыл йырҙар ярала, ҡулына думбыра тотһа, ҡылдары даулы көйҙәр сир-теп сығара. Ә. Хәкимов. Даулыларҙың даулы бишегенән килде егет Урал яғына. Р. Назаров.
3. Дауылға хас булған, ғәрәсәтле. □ Похожий на бурю; ураганный. Н [Юлия:] Был эш, уҙегеҙ беләһегеҙ — бик даулы эш. Бында, бәлки, бөтә өйәҙ начальствоһы кутәрелеп килер. Һ. Дәүләтшина. Эйәрләһәң уҙ ҡулдарың менән ялын һыйпап тормош атының, сатырланмаҫ, аныҡланмаҫ, тимә, өйөрмәле, даулы аҡылың. М. Ғәли.
ДАУЛЫ II и. ҡар. даусы 1,2.® Ике даулының береһе яҡшы, бер даулының бурке яҡшы. Әйтем.
ДАУН [рус. < ингл. Down ‘инглиз таби-бы Джон Даун фамилияһынан’] (Р.: даун; И.: Down’s disease; Т.: Down sendromu) и.
Хромосомдар менән бәйле ауырыу.
□ Синдром Дауна. Даун синдромы.
ДАУСЫ (Р: сутяжник; И.: litigious person; T.: kavgacı) и.
1. Ниҙер дәғүәләп тартышҡан кеше; дәғүәсе. □ Сутяжник. ■ Даусылар ҡулға алынасаҡ, уларҙа инде урман ҡайғыһы тугел, баш ҡайғыһы буласаҡ. 3. Ураҡсин.
2. Шау-шыу, талаш ҡуптарған кеше; ғауғасы. □ Скандалист. Даусы курше.
ДАУ СЫҒАРЫУ (дау сығар-) ҡ. ҡар. дау ҡуптарыу. ■ Былар ҙа [йәштәр] яу кутәрергә, дау сығарырға тора. Ишетмәйһеңме ни, минең менән ҡалай һөйләшәләр. Ғ. Ибраһимов. [Солтан] Бөрйәндәр менән, теге саҡтағы шикелле, хәҙер, бәлки, яу ҡубып дау сығарып йөрөмәҫ — ни бойорһа, шул булыр. Ғ. Хөсәйенов.
ДАУСЫЛ (Р: сутяжный; И.: quarrelsome; T.: kavgacı) с.
1. Даулашып, дәғүәләшеп йөрөүсән.
□ Сутяжный. Даусыл кешеләр. ■ Кукбу-ренең эсендә ниҙер тулышты, куҙҙәрен ҡыҙартып нәфсеһе башына бәрҙе, өйөрҙәрҙе тетрәтеп тотҡан Башбуренең даусыл, яусыл булмышы баш кутәрҙе — Кукбуре ҡанға
ҡан менән яуап бирер өсөн тиңһеҙ алышҡа әҙерләнде. Т. Ғарипова.
2. Шау-шыу, талаш ҡуптарыусан.
□ Скандальный. ■ Телсәнләнеп, екеренеп, даусыл булма, киленсәк, һеңел менән талашып, сумес алма, киленсәк. Туй йырынан.
3. Ғәрәсәтле. □ Ураганный. ■ Ә тәбиғәттең йонсоу мәлендә әҙәм балаларының кәйефһеҙләнеуе, эскә бикләнеп, даусыл уйҙарға бирелеуе куптән мәғлум. Ә. Хәкимов. Был юлдарҙың, был даусыл моңдоң куңеленә тап ошо минутта ни өсөн килгәнен ул уҙе лә әйтә алмаҫ ине. Т. Ғарипова. Заман... Ул да шоңҡар ҙаһа даусыл халҡым ҡулында. X. Назар.
ДАУЫЛ [дөйөм төрки тавыл\ (Р: буря; И.: storm, gale; T: fırtına) и.
1. Бик ныҡ көслө емергес яман ел.
□ Буря, ураган; шторм. Дала дауылы. ■ Дауыл яҡынайыуын диңгеҙҙә, уның кук-тә куренгән билдәләренә ҡарап, әллә нисә көн алдан белергә була. Картотека фондынан. Ашығамын тыуған ауылға. Таш яуһа ла өҫкә, туҡтайһым юҡ, ҡарайһым юҡ елгә, дауылға. Р. Ғарипов. Ниһайәт, дауыл баҫылды, шай: диңгеҙселәр еңел һуланы. Р. Камал.
2. кусм. Илде күтәргән шаулы, төрлө-төрлө ҙур тарихи ваҡиға, бәрелештәр.
□ Буря. Ихтилал дауылы.
3. кусм. Кешенең эске халәтен белдергән, йөҙөнә сыҡҡан хистәр өйөрмәһе. □ Буря, негодование. ■ Дауылдар аша яҡтырҙы тәуге мөхәббәт яҙы. М. Кәрим. Дауылдарҙың ҡалдым уртаһында, тупһаһында торҙом упҡындың. Т. Ғәниева. Уйлап ҡына ҡара, ысын кешенең йөҙөнә һис кенә лә болот сыҡмаҫ, дауыл ҡупмаҫ булырмы? 3. Биишева.
ДАУЫЛДАҠ КӘКҮК (кәкүге) и. зоол. диал. ҡар. һаҡау кәкүк. Дауылдаҡ кәкук ҡысҡырыуы.
ДАУЫЛ ҠОШО (Р: буревестник; И.: petrel; shearwater; T: fırtına kuşu) и. зоол.
Кәкре суҡышлы, оҙон тар ҡанатлы йөҙгөс диңгеҙ ҡошо. □ Буревестник; альбатрос (лат. Puffinus). Дауыл ҡошо тураһында йыр.
349