ДАУЫЛ ҠУБЫУ
ДАУЫЛ ҠУБЫУ (дауыл ҡуп ) (Р.: разразиться (о буре}, И.: break out; start (ob a storm); T.: fırtına çıkmak) ҡ.
1. Бик көслө емергес ел күтәрелеү.
□ Разразиться, подниматься, бушевать (о буре, урагане). Төштән һуң дауыл ҡупты. Дауыл ҡубыу мөмкинлеге. Кинәт дауыл ҡубыу. Дауыл ҡубыу арҡаһында.
2. кусм. Илде күтәргән шаулы, төрлө-төрлө ҙур тарихи ваҡиға, бәрелештәр сығыу.
□ Подняться (о мятеже, восстании). Ил өҫтөндә дауыл ҡупты.
ДАУЫЛЛАНЫУ (дауыллай-) ҡ. ҡар. дауыллау 1, 2. ■ Фәйзулла Сәғитович урынынан ғына һуҙ ҡыҫтырҙы, уҡытыусы Рәсул, сөгөлдөрсө Нәғимә уны яҡлап сыҡты, уларға ҡаршы Һыбайҙың йәшерәк быуыны дауыл-ланды. Ә. Әминев. Яппаров дауылланып килеп ингәндәге кеуек ҡапыл ғына орола-бәре-лә сығып та киткәйне. Д. Бүләков. Туй кисе боларып килде, елләнеп, дауылланып, пыр туҙа куктә болоттар, йәшенләп, яуынла-нып. М. Кәрим. Тормош диңгеҙҙәге тулҡын кеуек бит ул. Бер дауылланып ала, бер тына. Л. Якшыбаева.
ДАУЫЛЛАУ (дауылла-) (Р: бушевать; И.: rage, storm; T.: kudurmak) ҡ.
1. Дауыллы (1) булыу. □ Бушевать. Көн дауыллап, боларып тора. ■ Куктең бер яғынан дауыллап, йәшенләп килгән ямғырҙы икенсе яҡтағы ҡояш башта иҫәпкә алмай, ләкин, купмелер ваҡыт уткәс, ҡояш уҙе ҡара болот аҫтында тороп ҡала. М. Кәрим. Яҙ айы ҡылыҡһыҙ ҡатындар кеуек — берсә сыуаҡлай, берсә дауыллап ҡуя. Ғ. Ибраһимов. Ҡарабай ҙа әйтелгән көнгә килеп етергә тырыша, әммә ул юлда дауыллап яуған көслө ямғырға осрай. «Ҡуҙыйкүрпәс».
2. кусм. Илде шау-гөр килтереү төрлө тынғыһыҙ, тынысһыҙ ваҡиғаларға бай булыу, ғауғалы булыу. □ Бушевать. Дауыллап килгән ваҡиғалар.
ДАУЫЛЛЫ (Р: ураганный; И.: gale force; T.: fırtınalı) с.
1. Дауыл (1) булған, дауыл менән бергә ҡатыш. □ Ураганный; штормовой.Дауыллы
ел. ■ Ышанғыһы килмәй уның [Мәликәнең] бынау сикһеҙ ҙур донъяла, аҡтарылып килгән дауыллы ямғыр аҫтында яңғыҙ ҡалыуына. Ә. Хәкимов. Сәхибәнең куҙенә аяҙ көн болотло, ел-дауыллы ҡара тон булып куренде. Ғ. Хәйри.
2. кусм. Йәмғиәт тормошо тарихи, ҙур ваҡиғаларға бай, тынғыһыҙ. □ Бурный, мятежный. Дауыллы көндәр. ■ Дауыллы йылдарҙа, бормалы юлдарҙа мин еңел йөклө булмам, һөйөклөм! Р. Ғарипов. Иҫкән еле ут кеуек, әсерәк шул баландан. Был дауыллы заманда алыҫтамын баламдан. Т. Йосопов.
3. кусм. Шау-шыулы, талаш-тартышлы. □ Спорный, скандальный. Дауыллы кәңәшмә.
4. кусм. Хистәр ташып торған. □ Бурный. ■ Тын ятҡан йөрәкте бер итеп дауыллы диңгеҙҙәй һелкеттең. Р. Назаров. [Арынбаҫаров] башынан әллә купме дауыллы уйҙар у теп өлгөрҙө ошо минутта. Д. Бүләков. Ҡапыл олоғайып, һурылып киткән егеттең тәне хәрәкәт, йәне дауыллы яҙмыш даулай ине. Ә. Хәкимов.
Д АУ ЫРА ҺАЛЫУ (дауыра һал-) ҡ. диал. ҡар. янау. Тиктомалға дауыра һалыу.
ДАУЫРҒЫУ (дауырғы-) ҡ. диал. ҡар. дәртләнеү. ■ Ерһеуҙән дау ырғып, куҙҙәрен йома биреп, моронон алға һоноп елә-саба алға уҡталған угеҙҙең танауына иҫ киткес ғәзиз, татлы еҫтәр бәрелгәндәй, теленә бығаса татып ҡаралмаған һыуҙар тәме яғылғандай хатта. М. Ямалетдинов.
ДАУЫТ БАБАЙ (Р.: дух, хозяин железа; И.: a mythic spirit; T.: demirin hocası) и. миф.
(баш хәреф менән) Тимер эйәһе. □ Дух, хозяин железа. ■ Дауыт бабай — тимер эйәһе, уның рухына доға ҡылабыҙ. Экспедиция материалдарынан.
ДАХА [рус. доха\ (Р: доха; И.: fur coat; T: kürk) и. иҫк.
Йөнөн тышҡа һәм эскә ҡуйып теккән тун. □ Доха. Даха тун.
ДАХАТ [ғәр. и. диал. ҡар. тәҡәт.
350