Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 351


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ДАҺЫРЛАТЫУ
ДАХИЛ БУЛЫУ (дахил бул-) (Р.: войти в состав чего-л.; И.: enter as a component part; T.: dahil olmak) ҡ. иҫк.
Нимәнеңдер эсенә, составына инеү. □ Войти в состав чего-л. ■ Өфө губернаһы ғәскәр хосусында Ҡазан хәрби округына дахил булдым. М. Өмөтбаев.
ДАҺА киҫ. һөйл. ҡар. да баһа. Ул барған даһа. ■ Ғөбәй: «Ҡустым даһа ул», — тип яуапланы. Ә. Хәкимов.
ДАҺИ I [ғәр. cjAİ-^1 (Р.: гений; И.: genius; T.: dahi) и.
Үтә зирәк аҡыллы, ғәҙәттән тыш ижади һәләтле кеше. □ Гений. ■ Мин — уҡыусы, мин — йыраусы, мин — даһи, уҙҙырырмын мин даһиҙан, билләһи! Ш. Бабич. Ҡотҡарығыҙ, уҙ-уҙемә сумып, биләмәмдә даһи булыуҙан. Т. Ғәниева. Алла донъяға ике генә затты кәмселекһеҙ яратҡан: береһе — фәрештә, икенсеһе — даһи. М. Ямалетдинов. Даһи куләгәһе булып йәшәу ҡыҙыҡтыр ҙа, бәлки, кемгәлер, ләкин беләм беҙгә ул ҡул тугел, — нәмә әйтер илһам биргән ер?! Р. Назаров.
ДАҺИ II [ғәр. (Р: гениальный; И.: of genius; T.: dahi) с.
Аҡыллы, ғәҙәттән тыш ижади һәләтле кешегә хас. □ Гениальный. ■ Кемде алды бөгөн һуғыш ебәргән әжәл — даһи аҡыл эйәһенме, игенсенеме, шағирҙымы, балалар уйынсығы яһаусы оҫтанымы? М. Кәрим.
ДАҺИАНӘ [ғәр. (Р: гениальный; И.: of genius; T.: dahiyane) с. иҫк. кит.
Даһиҙарға хас. □ Гениальный. ■ Милләттең даһианә зиһен һәм куңел көсө тарафынан тыуҙырылған был баһаһы [сәсәндәр ижады ] сикһеҙ бай профессиональ сәнғәттең нигеҙен тәшкил итә. М. Ямалетдинов.
ДАҺИҘАРСА (Р: гениально; И.: like а genius; T.: dahiyane)/?.
Даһи кеүек. □ Как гений, гениально. Даһиҙарса фекерләу. Мәсьәләгә даһиҙарса аныҡлыҡ индереу. ■ Лев Толстойҙың тарих һәм халыҡтарға ҡарата ҡыҙыҡһыныуы ла даһиҙарса — көтөлмәгәнсә яңы булған. Й. Солтанов.
ДАҺИЛЫҠ (даһилығы) (Р: гениальность; И.: brilliance, greatness; T.: dahilik) и.
Даһи, бөйөк кешегә хас сифаттар, даһи булыу хәле. □ Гениальность. Даһилыҡ осҡоно. Даһилыҡ сағылышы. ■ Даһилыҡҡа сәйерлек хас. Ниңә хөкөм? Һәр саҡ ялҡын эргәһендә була төтөн. Р. Назаров.
ДАҺЫР (Р: подражание грохоту грома; И.: rumble; T.: gümbürtü) оҡш.
Күк күкрәгәндә, күмәк хәрәкәт ваҡытында йәки ҡаты ҙур нәмә ерҙән тәгәрәгәндә һ. б. сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание грохоту грома, тарахтению. ■ Кейәу яғына туйға барғанда, Сираҡандың арбаһы шатыр ҙа шотор, даһыр ҙа доһор, шағыр ҙа шоғор килә, ти. Әкиәттән.
ДАҺЫР-ДОҺОР (Р: подражание звуку повторяющегося грохота; И.: sound imitating word; T.: gümbür gümbür) оҡш.
Ҡабат-ҡабат даһыр иткән тауыш. □ Подражание звуку повторяющегося грохота. ■ Айыу килгәс, тәпенең эсенә инеп, һайғауға бәйле итте тартһа, ырғаҡ ысҡынып китмәле генә булды. Ырғаҡ ысҡындымы, бурәнәләр даһыр-доһор төшәләр. Ж. Кейекбаев. Бер Аҡъюл ҡарты һарайға эйәләшкән ҡомаҡтарға кистән куп итеп ҡапҡан ҡорҙо, ти. Төндә бер нәмә шатыр-шотор, даһыр-доһор итеп ҡалды, ти. Әкиәттән.
ДАҺЫР-ДОҺОР ИТЕҮ (даһыр-доһор ит-) ҡ. ҡар. даһырлау. Даһыр-доһор итеп утеп китеу.
ДАҺЫР-ДОҺОР КИЛЕҮ (даһыр-доһор кил-) ҡ. ҡар. даһырлау. Даһыр-доһор килеп эшләп китеу.
ДАҺЫР ҘА ДОҺОР оҡш. ҡар. даһыр-доһор. Даһыр ҙа доһор иткәне ҡолаҡҡа салынды.
ДАҺЫРЛАТЫУ (даһырлат ) (Р: грохотать; И.: rattle, rumble; T.: gümbürdemek) ҡ.
Даһыр-доһор иттереү. □ Грохотать, тарахтеть. Даһырлатып утеу. ■ Куперҙән даһырлатып пар ат еккән повозка сығып китте. Ж. Кейекбаев. Буре малды өркөтөп, даһырлатып алып килеп, кәртәгә индереп ебәрә. Әкиәттән.
351