Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 352


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ДАҺЫРЛАУ
ДАҺЫРЛАУ (даһырла-) (Р.: грохотать; И.: clatter; T.: gümbürdemek) ҡ.
Ҡабат-ҡабат даһыр иткән тауыш сығарыу. □ Грохотать, тарахтеть. Даһырлап үтеп китте. ■ Даһырлаған тауышты ишетеп, управляющийҙың хеҙмәтселәре ишек алдына сыҡты. Ж. Кейекбаев.
ДАҺЫРЛАШЫУ (даһырлат-) ҡ. урт. ҡар. даһырлау, взаимн. от даһырлау. Даһырлатып йөрөү.
ДАЧА I [рус.] (Р.: дача; И.: summer house; T.: yazlık ev) и.
Ғәҙәттә, ҡаланан ситтә һалынған ял итә торған йорт һәм йорт тирәләй майҙан. □ Дача. / Дачный. Хөкүмәт дачаһы. Дачала йәшәү. ■ [Мәҙинә] .. йәй айҙарында Зәйтүнә апаһы менән бергә таныштарының дачаһында торалар, туйғансы һыу инеп, сайранда ял итеп, ҡәнәғәт булып ҡайталар. Ә. Хәкимов. [Гөлнараның] аталарының аҫты кирбестән, өҫтө бүрәнәнән урыны-еренә еткереп, ғүмерлек итеп эшләнгән шәп йорт-ло дачаһы бар. Н. Мусин. Хафиз Ҡушаевка, ВЦИК-тың яуаплы хеҙмәткәре булараҡ, хөкүмәт дачаһында айырым коттедж бирелә. Р. Шәкүр.
ДАЧА II [рус.] (Р: дача; И.: plot; estate; T.: ayrı bir orman işletmesi) и. map.
Инҡилапҡа тиклем: теге йәки был ауылдың, ырыуҙың ере, биләмәһе. □ Дача. ■ Аҙ ерле дачаларҙа ерҙе арендаға биреүҙе ҡәтғи тыйырға кәрәк. М. Өмөтбаев.
ДАЧАЛЫҠ (Р: дачный; И.: (meant for a) country cottage; T: yazlık) c.
Дачалар төҙөлгән йәки төҙөү өсөн билдәләнгән урын, территория. □ Дачный. Да-чалыҡ ер. Дачалыҡ ағас.
ДАЧНИК (дачнигы) [рус.] (Р: дачник; И.: summer resident (in the country); T: yazlıkta oturan kimse) и.
Дачала тороусы. □ Дачник. Дачниктар осоро. Дачниктар йыйылышы. ■ Хәҙер инде беҙ уйнап үҫкән Аҡманай буйҙарын коттедждар баҫҡан, Ҡыҙҙар тауында — дачниктар. М. Кәрим.
ДВИГАТЕЛЬ [рус.] (Р: двигатель; И.: motor, engine; Т.: motor) и.
Берәй төрлө энергияны механик энергияға әйләндереп, нимәнелер хәрәкәткә килтерә торған машина. □ Двигатель. Пар двигателе. Ел двигателе. Ҡояш двигателе. ■ Тоноҡ ҡына булып трактор моторының гөрөлдәүе һәм электр станцияһында двигатель туҡылдағаны ишетелде. А. Карнай. Лесхозға ике трактор, ағас эшкәртеү цехына ҡеүәтле двигатель алыу өсөн разнарядка килеп төштө. Н. Мусин.
ДВИЖОК (движогы) [рус.] (Р: движок; И.: (small) engine; Т.: motor) и. һөйл.
Күсереп йөрөтмәле бәләкәй двигатель. □ Движок. Движоктың тауышы. ■ Иптәш председатель, яҙ һайын ошонда движок килтереп ултыртырға, электр яндырырға, телевизор ҡуйырға вәғәҙәләр биреп оҙатаһың. Н. Мусин. [Яҡуп ҡарт] тырылдаған тауышты ишетеп, движок ултырған будкаға кереп киткән дә, кино бөткәнсе, шуны ҡарап торған. Көләмәстән.
ДВОР [рус.] (Р: двор; И.: yard; court; courtyard; T.: saray) и. тар.
Монархияға ҡоролған илдәрҙә монарх һәм уның яҡындары, даирәһе (2). □ Двор. Хакимдар дворы. ■ [Егор Николаевич:] Бәлки, һеҙ уны бер юлға ярлыҡап, дворҙа ҡалдырырһығыҙ. Ул һеҙҙең мәрхәмәтегеҙҙе онотмаҫ, тоғро хеҙмәт итер. 3. Ураҡсин.
ДВОРЕЦ [рус ] и. ҡар. һарай I. Дворец һалыу. ■ Боронғо хан һарайҙарының иң яҡшыһы — «Нурулла бай» тип аталған дворец. А. Таһиров. «Мин архитекторҙар институтына китәм. Иң матур, яҡты йорттар, түбәһе күккә ашҡан дворецтар һалырға өйрәнәм», — тип һөйләне ул [Ҡыҙырас].
3. Биишева.
ДВОРНИК (дворнигы) [рус.] и. ҡар. урам һепереүсе. ■ Дошман ҡатыны тип уҡытыусылыҡтан сығарғастар, .. [Нәсимә] дворник та, больницала йыйыштырыусы ла була, фабрикала ла эшләй. Ә. Хәкимов. [Ҡотлоғужаны Стәрлелә] ихаталағы дворниктан башлап бөтәһе лә белә. Н. Мусин.
352