Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 353


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ДЕБЕТЛӘҮ
Тротуарҙа дворник ҡарт ҡар көрәй. Хөршиҙә рәхәтләнеп эшләп йөрөгән кешегә бик оҙаҡ ҡарап торҙо. С. Агиш.
ДВОРЯН [рус. дворянин] и. ҡар. алпауыт 1. ■ Ул [Әбу бәкер] 1855 йылдың 6 (18) декабрендә Ырымбурҙа затлы башҡорт дворяны Әхмәтйән Шаһиморат улы Ди-ваев ғаиләһендә донъяға килгән. Р. Шәкүр. Мин кисергән хурлыҡты империяла берәу ҙә кисермәгәндер. Мин бит затлы дворян нәҫеленән, аҡ һөйәк нәҫеленән. 3. Ураҡсин. Революция кемдең борондан килгән аҫаба дворян, кемдең «сабаталы алпауыт» булыуын айырып торамы. Ә. Хәкимов. И. В. Жуковский ул йылдарҙа Титуляр советник дәрәжәһендә торған. Нәҫелле дворяндар тоҡомонан. М. Ямалетдинов.
ДВОРЯНДАРСА (Р.: как дворянин; И.: like a noble; T.: asilzadler gibi) р.
Алпауыттар кеүек. □ Как дворянин. Дворяндарса кейенеу. Дворяндарса ашау. Дворяндарса йөрөу. ■ Генерал-губернаторҙы Пётр Иванович, уҙен генерал-фелъдмаршал тип тормай, .. дворяндарса ҡосаҡтарын йәйеп ихлас ҡосаҡлап, биттәренән убеп, хөрмәтле ҡаршыланы. Ғ. Хөсәйенов.
ДВОРЯНКА [рус.] (Р: дворянка; И.: noblewoman; T.: asilzade kadın) и.
Юғары ҡатлам ҡатын-ҡыҙы. □ Дворянка. Оло йәштәге дворянка.
ДВОРЯНЛЫҠ (дворянлығы) (Р: дворянство; И.: nobility, nobles; T.: asilzade sınıfı, zadegan sınıfı) u.
Алпауыттарға хас булғанлыҡ. □ Дворянство. / Дворянский. Дворянлыҡҡа кутәрелеу. Дворянлыҡ титулы. Дворянлыҡ дәрәжәһе. ■ 1793 йылда Ырымбур губернаһының дворянлыҡ шәжәрәһе китабында башҡорттарҙан беренсе булып Кусәрбай Аҡсулпанов яҙылған. «Йәшлек», 24 май 2011.
ДЕБАРКАДЕР [рус. < фр. debarcadere] (Р: дебаркадер; И.: landing stage; T.: yüzer iskele) и.
Һыу өҫтөнә йөҙҙөрөп ҡуйылған пароход пристане. □ Дебаркадер. Дебаркадерҙың
баҫмаһы. Ике палубалы дебаркадер. Пассажир суднолары дебаркадеры.
ДЕБАТ [рус. дебаты < фр. debats] (Р: дебаты; И.: debate; T.: tartışmalar) и. кит. ғәҙәттә, купл.
Фекер алышыуҙар, бәхәстәр. □ Дебаты, дискуссия, прения, обмен мнениями, һайлау алды дебаттары. Беренсе телевизион дебат 1960 йылда АҠШ-та Джон Кеннеди һәм Ричард Никсон менән уткәрелә.
ДЕБЕТ I (Р: пух (козий)', И.: fluff; down; T.: keçe tüyü) и.
Кәзәнең шырт йөнө аҫтындағы мамығы; кәзә мамығы. □ Пух (козий)./ Пуховый. Дебет йомғағы. Дебет эшкәртеу. Кәзәнең дебетен тарау. Дебет бейәләй. Дебет шәл. Дебет ойоҡбаш. ■ Фәузиә еңгә менән Мәрйәм, төрлө төҫтәге дебеттәр менән биҙәкләнеп супләп һуғылған ҡыҙыл шаршауҙың артына кереп, ҡунаҡтан йәшеренеп өлгөргәндәр ине. М. Ғафури. Ҡолғаны эйелтеп торған төрлө төҫтәге әйберҙәр: ҡыҙыл, йәшел дебет менән сигелгән таҫтамал баштары, ике-өс таҫтамал, .. елберҙәп торған ыңырбау һәм бәйләместәр майҙанға уғата йәм бирҙе. Ж. Кейекбаев. Ялтыр ҡорос энәләрҙең наҙлы сыңынан дебет йомғаҡҡа йән инә. 3. Биишева.
ДЕБЕТ II [рус. < лат. debet ‘ул тейеш’] (Р: дебет; И.: debit; T.: verecek) и. бухг.
Керем-сығым кенәгәһенең бөтә алған нәмәне, шуға бәйле бурыс һәм сығымдарҙы яҙа торған һул яҡ бите; киреһе — кредит. □ Дебет. Дебетта иҫәпләнеу. Дебет активында.
ДЕБЕТ КӘЗӘҺЕ (Р: коза пуховой породы; И.: fluff producing she-goat; T.: keçe) и.
Күп һәм яҡшы дебет бирә торған тоҡомло кәзә. □ Коза пуховой породы. Дебет кәзәһе тотоу. Дебет кәзәһе урсетеу.
ДЕБЕТЛӘНЕҮ (дебетләй) ҡ. ҡар. аңраланыу. Бөтөнләй дебетләнгән. Бигерәк дебетләнеп киткән.
ДЕБЕТЛӘҮ (дебетлә-) (Р: добавлять пух (к пряже)', И.: add fluff; T.: keçe tüyü eklemek) ҡ.
12- 1.0116.12
353